Ылауҙа ― урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың 1897 йылда яҙылған хикәйәһе.

Ылауҙа
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1897

Баҫмалары 

үҙгәртергә

Чехов Ницце ҡалаһында йәшәгәндә, 1897 йылдың ноябрендә, яҙылған хикәйә. «Урыҫ ведомостары» гәзитенең 1897 йылдың 21 декабрендәге 352-се һанында тәүге тапҡыр баҫыла. Гәзиттең баш мөхәррире Василий Соболевский авторҙан 1893 йылда ул һәләк ителгән Мәскәү ҡала башлығы Николай Алексеевтың исемен иҫкә алмауын үтенә. Был өҙөктө Чехов башта ала алыуын, ләкин һуңғараҡ яңынан тергеҙә.

«Ылауҙа» тексының бер аҙ үҙгәртелгән фаразы 1898 йылда «Төркиәлә зыян күргән әрмәндәргә туғандарса ярҙам» әҙәби хәйриә йыйынтығының икенсе баҫмаһында  нәшер ителә. Чехов был хикәйәһен, ҡайһы бер әһәмиәтһеҙ төҙәтмәләр менән, 1899-1901 йылдарҙа Адольф Маркс баҫтырып сығарған үҙенең Әҫәрҙәре йыйынтығының туғыҙынсы томына индерә.[1].

Яҙылыу тарихы

үҙгәртергә

В. Н. Ладыженский үҙенең мемуарҙарында, бер ваҡыт Мелиховта Чехов менән Рәсәй ауыл уҡытыусыларының ауыр шарттарҙа йәшәүе хаҡында һөйләшкәндәрен  хәтерләй. «...Һуңынан беҙ халыҡ уҡытыусыларының ауыр хәле тураһында һөйләштек, һәм мин артабан был хәлдең ҡайһы бер һыҙаттарын ҙур булмаған «Ылауҙа» хикәйәһендә ысынбарлыҡтың нәфис сағылышы булараҡ күрҙем ... Чехов, ғөмүмән, үҙен уратып алған кешеләр менән ғәжәп яҡшы һәм йомшаҡ мөғәләмә иткән, ә Мелихов крәҫтиәндәренә нимә менән һәм нисек ярҙам итә алған, шулай ярҙам иткән»[2].

Мария Васильевна, мәктәп уҡытыусыһы, кескәй генә эш хаҡын алған да (21 һум, әле шуны ла урындағы халыҡ, лайыҡ түгел, аҡса артыҡ түләнә, тип һанай: «5 һум артығы менән етер ине») ҡаланан үҙенең ауылына ҡайтып килә. Ул бик ҙур ҡыйынлыҡ менән, бысраҡ һәм, ахыры, осо-ҡырыйы күренмәгән юлдан килә...  Ошо ҡот осҡос урында 13 йыл буйы уҙған йылдары менән генә сағыштырырға мөмкиндер был ауыр юлды. Көтмәгәндә, йылға аша кисеп сыҡҡанда, ылау түңкәрелә, һәм уҡытыусы тубыҡтан боҙло һыуға бата. Уға урындағы иҫерек тулы кабакка сәй эсергә туҡтамайса мөмкин булмай. Шул ваҡытта уға йыйын әтрәгәләм  асыҡтан-асыҡ бәйләнә, йәбешенә башлай.

Ул, ҡасандыр матур, ә хәҙер ҡыҙғаныс, ҡараңғы сырайлы булып күренгән, күрәһең, алкоголикка әйләнгән урындағы Ханов исемле алпауытты осрата. Ул ошо кешелә туғандаш йәнде таба алырына ышана, әммә улар яҡын була алыр инеме икән? Ул үҙе лә бының мөмкин булмауын таный: уның ҡот осҡос тормошо ундағы ылыҡтырғыслыҡты үлтергән, уны  гүзәллегенән мәхрүм иткән тиерлек. Томанһыу аңында ул үҙенең үткән ғүмеренең нескәлектәрен иҫкә төшөрөргә тырышып ҡарай, тик бар иҫтәлектәре лә ауыр, нәтижәһеҙ һәм, ахыр сиктә, мәғәнәһеҙ эш арҡаһында хәтерҙән сыҡҡан. Тимер юл шлагбаумы янында, үтеп барған поезға ҡарап торғанда, поезда үҙенең мәрхүм әсәһенә оҡшаған бер ҡатынды күрә ул.

Ул күҙ йәштәрен тыя алмай. Уның эргәһенә Ханов йәнә килә, һәм, уны күргәс, кинәт нимәнелер күҙ алдына килтерә лә, «...бер ваҡытта ла тоймаған бәхет» тип уйлай. Ул ирҙе тиң күреп һәм дуҫы кеүек итеп йылмая, һәм уға «бәхете, тантанаһы яҡтыра кеүек тойола. Эйе, уның атаһы ла,  әсәһе лә бер ваҡытта ла үлмәгән, үҙе бер ҡасан да уҡытыусы булмаған, йәғни был оҙон, ауыр, сәйер төш булған, ә хәҙер ул уянған...» Ир тартыныуһыҙ иркен, һанға һуҡмаған һымаҡ ҡыланып  уны үҙ арбаһына ултырырға саҡыра, Һәм ... шәүлә юғала. Һәм ҡотолғоһоҙлоҡ донъяһында ул тағы ла бер үҙе тороп ҡала.

Тәнҡитселәрҙең фекере

үҙгәртергә

Л. Н. Толстой 1897 йылдың 21 декабрендә үҙенең көндәлегендә былхикәйә темаһына ҡыҫҡа яҙыу ҡалдыра: «Хәҙер [Чехова]тың «Ылауҙа» хикәйәһен уҡыным. Һүрәтләү саралары буйынса бик шәп, ләкин риторика, ул хикәйәгә нисек кенә мәғәнә бирергә тырышмай. [Сәнғәт тураһында] китабы аша минең башымда күп нәмә ғәжәп ныҡ асыҡланды»[3].

Иҫкәрмәләр 

үҙгәртергә
  1. Родионова, В. М. Комментарии к рассказу «На подводе». Собрание сочинений А. П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Москва, 1960. Т. 8, с. 532-533
  2. «Мир божий», 1905, № 4, стр. 194
  3. Л.Н. Толстой. Дневник 1897 г.. 28 июнь 2017 тикшерелгән.