Ш. Ә. Хоҙайбирҙиндың Йорт - музейы

 Ш. А. Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейы — күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнашыусы, яҙыусы Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндың музейы, Башҡортостан Республикаһыны Милли музейы филиалы.  Урынлашҡан адресы: Өфө, Яңы күпер урамы, 20-се һанлы йорт.

Ш. Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1991 йыл
Урынлашыуы Башкортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 20-се һанлы йорт
Директор Юлдашбаева Альбина Шамил ҡыҙы
Логотип Викисклада Ш. Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейы Викимилектә

Тарихы һәм тасуирлауы

үҙгәртергә

Музей[1]  Өфөлә  ике ҡатлы  мезонинлы айырым  ағас йортта урынлашҡан.  Йорт  тарихи-архитектура ҡомартҡыһы булып һанала[2].

1923 йылда республика Хөкүмәте йортто республиканың Эске эштәр министры - Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙингә һәм уның ғаиләһенә бүләк итте. Шәһит Әхмәт улы был өйҙә бер йыл ғына йәшәп өлгәрә, уның ҡатыны һәм ҡыҙы 1960 йылға тиклем йәшәй. 

Уның ғаиләһе Ш. Хоҙайбирҙин иҫтәлегенә экспозиция асыу өсөн йортто  дәүләткә ҡайтарырға теләк белдерә һәм Музейҙың асылыуы 1959 йылда уҡ планлаштырылған була, әммә тик 1991 йылда ғына йортто музейға әйләндереү тураһында ҡарар сыҡты.

Иң башта Ш. Хоҙайбирҙиндың мемориаль музейын булдырыу планлаштырыла. Артабан музейға уның исемен бирергә, экспозицияла Ш. Хоҙайбирҙиндың мемориаль бүлмәһен ҡалдырырға, ә ҡалған ике залда Башҡортостан Республикаһының милли-дәүләт төҙөлөшөнөң төп этаптарын күрһәтергә ҡарар итәләр. 

Музейҙа Башҡортостандың  милли-дәүләт төҙөлөшө процесының башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем, башҡорт халҡының  милли дәүләтселегенең булдырылыуы һәм нығыныуы ( башҡорт милли хәрәҡәте формалаша башлаған ваҡыттан алып) ; Башҡортостандың милли-дәүләт ҡоролошоноң төрлө проекттары: Башҡортостандың Ваҡытлыса революцион советы, Татар-Башҡорт совет республикаһы, Урал-Иҙел штаттары, башҡорт- Ҡырғыҙ республикаһы тураһында материалдар һәм документтар. Совет власының үҙәк органдарының һәм башҡорт милли хәрәҡәте лидерҙары  Ә-З. Вәлидовтың, Ш. Манатовтың, М. Халиҡовтың һ. б.   башҡорт автономияһын булдырыуҙа ролдәре, территориаль үҙгәрештәр, шулай уҡ Башҡортостандың административ бүленеше; Башҡортостанда милли-дәүләт төҙөү барышында булған ҡаҙаныштары  һәм уңышһыҙлыҡтары тураһында бәйән ителә.

Аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем башҡорт халҡының милли автономияға эйә булыуы тик Октябоь революцияһы һәм 1919 йылдың 23 мартындағы Килешеү менән сикләнде. Шул уҡ ваҡытта башҡорт милли хәрәҡәте, үҙенең дәүләтселеге һәм азатлығы өсөн 1917—1919 йылдарҙа башҡорттарҙың көрәше ул ваҡытта хаким иткән идеологияға ярашлы инҡар ителә килде.

Бөгөнгө көндә ул осорҙағы күп кенә ваҡиғаларҙы яңынан аңлау архив документтарының асылыуына, башҡорт милли хәрәҡәте лидеры Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәттәре легалләштереүенә  бәйле.

Музейҙың айырым залы —  Ш. Хоҙайбирҙиндың мемориаль бүлмәһе.

Айырым зал Афғанстандағы һәм Чечнялағы  һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арналған..

Өсөнсө залдың экспозицияһы Ш. Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Тамара Хоҙайбирҙинаға бағышланған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә