Шәрәфетдин (йыр)
«Шәрәфетдин» (башҡ. Шәрәфетдин ) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр).
«Шәрәфетдин» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
Тарихы
үҙгәртергәЙылға ғына буйлап йөрөгәндә,
Бер таш табып алдым беләүгә.
Күргән нужаларҙы һөйләр инем
Үҙем кеүек күргән берәүгә.
Йырҙы магнит таҫмаһына Дамир Вәлиев 1975 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылында йәшәгән Яхъя Хәмзиндан яҙып ала. Йыр 1978 йылда Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә сығарылған «Фольклор народов РСФСР» йыйынтығында баҫыла. (Өфө, 1979, 163-сө бит.)
Йөкмәткеһе
үҙгәртергәЯ. Хәмзин мәғлүмәттәре буйынса, йыр авторы Шәрәфетдин Василов йөҙ йыл элек йәшәгән. Ҡаҙан гимназияһын тамамлап тыуған яғына ҡайтҡас, ул халыҡты байҙарға ҡаршы күтәрелергә сыҡыра, байҙарҙың йорттарын яндыра. Бер туғанының ошағы буйынса Себергә һөргөнгә ебәрелә, унан әйләнеп ҡайта алмай.
Характеристикаһы
үҙгәртергә«Шәрәфетдин» көйөнөң формаһы ике строфалы, мажор пентатоник көйләүгә ҡоролған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.