1651

Иҫтәлекле урын
Шэньян Дунлины

沈阳东陵

Дунлиндың эске ҡоролмаларының береһе
Дунлиндың эске ҡоролмаларының береһе
Ил Ҡытай
Ҡала Шэньян (иҫкесә Мукден)
Координаталар 41/49/34/N/123/34/49/E
Төҙөлөшө 1629—1651 йылдар
Билдәле йәшәүселәр Нурхаци
Статус Дәүләт тарафынан ҡурсалана.
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объектының бер өлөшө

Цин династияһының Шэньян Дунлины йәғни Фулин — Ҡытай императоры Нурхаци һәм уның ҡатыны Сяо­цы­гао (сығышы менән Ехэ­на­р ырыуынан) төрбәһе. Иҫке Шэньян ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡанға күрә, традицион рәүештә Көнсығыш император кәшәнәһе (төрбәһе) тип атала. Дачжэндянь һарайы менән 2 ерләү-хәтерләү ҡомартҡылары — Дунлин һәм Бэйлин төрбәләре тоташҡан. Дунлин төрбәһендә (1629 йылда һалынған, 1651 йылда төҙөлөш тамамланған; яңыртыла) император Нурхаци һәм уның ҡатыны Сяо­цы­гао (сығышы менән Ехэ­на­р ырыуынан) ерләнгән; ҡәбер ҡурғанына таш һәйкәлдәр менән уратылған «Йәндәр юлы» алып бара.

1629 йылда, Нурхациҙың улы Айсиньгиоро Абахайҙың «Тяньцун» девизы аҫтында хакимлыҡ итеүенең өсөнсө йылына ҡарай, төрбәне төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Шул уҡ йылда Нурхаци һәм уның ҡатыны Сяо­цы­гао (сығышы менән Ехэ­на­р ырыуынан) төрбәлә ерләнә.

1636 йылда, Нурхациҙың улы император Айсиньгиоро Абахайҙың «Чундэ» девизы аҫтында хакимлыҡ итеүенең беренсе йылына ҡарай, ул Фулин (ҡыт. 福陵) кәшәнәһе тип атала башлай.

Ҡоромалар комплексы булараҡ төрбәнең төҙөлөшө 1651 йылда император Шуньчжиҙың «Шуньчжи» девизы аҫтында хакимлыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында тамамлана. Һуңынан «Канси», «Цяньлун» һәм «Цзяцин» девиздары аҫтында хакимлыҡ итеүселәр осоронда төрбә киңәйтелә һәм үҙгәртеп ҡорола.

Цин династияһының тәүге император төрбәһе булараҡ, Фулин кәшәнәһе элекке Мин династияһы кәшәнәләренең төҙөлөш үҙенсәлектәрен үҙ эсенә ала. Фулин кәшәнәһен төҙөгәндә манчжурҙар стиле һәм төбәк үҙенсәлектәр ҡушыла. Был уникаль ҡоролма хәҙерге ваҡытта император кәшәнәһенең музей комплексы булып тора.

Төрбә башлыса 1651 йылға ҡарай төҙөлөп бөтә. Майҙаны — 540000 км², 32 ҡаралтынан тора.

Тяньчжу тауының ҡаршыһында, Хуньхэ йылғаһынан йыраҡ булмаған урында төҙөлгән. Изге юл буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан йүнәлтелгән. Баҫҡыс 108 баҫманан (ҡыт. 108 蹬台阶) тора һәм өҫкә ҡәбергә алып бара.

Лунгэнь ҡапҡаһы һәм Лунгэнь залы — үҙенсәлекле, улар шул осор — Цин династияһы технологияһы нескәлектәрен үҙ эсенә алғандар. Эске ихатала ҡыҙыл ишектәр, арыҫландарҙың, юлбарыҫтарҙың, аттарҙың, дөйәләрҙең һәм башҡаларҙың таш һындары урынлашҡан.

Туризм өсөн рәсми рәүештә 1929 йылда асыла, 1988 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһының милли байлыҡ һаҡланыусы объектары исемлегенә керә. 2007 йылдың 1 июлендә «Мин һәм Цин династиялары императорҙарының кәшәнәләре» объектының бер өлөшө булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы каталогына индерелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә