Шорети монастыры
Шорети монастыры (грузин: მონასტერი შორეთის) көньяҡ Грузияла Самцхе-Джавахети төбәгенең Аспиндза муниципалитетында урынлашҡан урта быуат христиан монастыры. Бер нисә ҡоролманан торған сиркәү Изге Георгийға арналған. Харабаларҙа торған сиркәү 2018 йылда тулыһынса тергеҙелә. Сиркәү мозаикалы биҙәктәре һәм урта быуат яҙыуҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Монастырь Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән.[1]
Шорети монастыры | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Шорети монастыры Викимилектә |
Тарихы һәм урынлашыуы
үҙгәртергәШорети монастыры ҡаялы үҙәндә , Ота ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 6 км алыҫлыҡта ята. Сиркәүгә йәйәүләп барырға мөмкин.[2] Сиркәү урынлашҡан "Аспиндзис-хеви" булараҡ билдәле яйла тарихи Месхети провинцияһында урынлашҡан[3].
Монастырь яҙмаларҙа һирәк телгә алына. Монастырҙың баштағы исеме -Шорота. Был исем 1595 йылғы ғосман финанс документтарында осрай. 1745 йылда "Грузия королеге" китабын төҙөгән принц Вахушти шул ваҡытта ташландыҡ монастырҙы яңылыш "Шорапани" тип атай. Мари-Фелисите Броссет 1849 йылда үҙенең монастырға барыуында уны " Чолот" булараҡ билдәләй[4]; Хәҙерге Шорети исеме тарихсы Эквтиме Такаишвили арҡаһында тарала, ул 1902 йылда ярым емерек монастырҙы өйрәнә[5]. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә монастырь тулыһынса тиерлек емерелә. 1986 йылдан 2009 йылға тиклем монастырҙа археологик тикшеренеү эштәре үтә. 2015 йылдан 2018 йылға тиклем монастырь реконструкциялана[6]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәШорети монастыры төп сиркәүҙән, манаранан, ҙур булмаған часовня менән таш ситлектәрҙән тора. Төп сиркәү ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, ул быуаттар дауамында бер нисә тапҡыр яңынан ҡорола. Өҫкө ҡаты оҙонса тәре рәүешле зал. Беренсе ҡаттан көньяҡҡа ҡарай күтәрмә урынлашҡан. Туғыҙ аркалы һәм параллель уйымдар менән манара 14 йәки 15 быуатта киңәйтелгән күтәрмәгә өҫтәлә. Был ҡоролманың көньяҡ фасадында өс компонентлы төҙөлөш урынлашҡан. Төҙөлөштә һигеҙ мөйөшлө колонна тотоп торған ике арканың башына инеү урынын булдырып, өсөнсө арка өҫтәлә. 12 йәки 13 быуатта сиркәүҙән көньяҡҡа һәм көнбайышҡа ҡарай ҙур булмаған часовня һәм оҫтахана төҙөлә. Ошо осорҙа сиркәү киңәйтелә һәм Лавра итеп үҙгәртелә[7].
Сиркәү Богородица һүрәтләнгән Византия стена мозаика сәнғәте менән иғтибарға лайыҡ. Был мозаика өлгөһө шулай уҡ Цроми, Гелати һәм Мартвили монастырында бар[8][9]. Сиркәүҙә бер нисә урта быуат грузин яҙыуҙары бар. Көньяҡ фасадтағы яҙыу Николозҡа ҡарай, икенсе яҙыуҙа католикос Микель телгә алына[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 3 July 2019.
- ↑ "შორეთი – ნანგრევებიდან აღდგენილი სამონასტრო კომპლექსი" [Shoreti, a monastic complex restored from ruins]. samkhretis karibche (Gürcüce). 9 October 2018. 28 August 2019 tarihinde kaynağından arşivlendi. Erişim tarihi: 28 August 2019.
- ↑ Kutaladze, Guram (2012). "სამცხის ერთი მონასტრის სწორი სახელწოდებისათვის" [About the correct name of the monastery in Samtskhe region] (PDF). The Proceedings of the Institute of the History of Georgia (Gürcüce). Cilt 6, s. 230-239.

- ↑ Taqaishvili, Ekvtime (1909). Uvarova, Praskovya (Ed.). Материалы по археологии Кавказа, собранные экспедициями Московского археологического общества,Вып. 12: Христианские памятники Е. Токайшвили. 1902 г [Materials on the history of the Caucasus, vol. 12: Christian monuments by E. Takaishvili, 1902] (Rusça). Moscow: Moscow Archaeological Society. ss. 10-13.
- ↑ 2
- ↑ Kharadze, Koba (2016). სამცხის ბუნებისა და ხუროთმოძღვრების ძეგლები [Monuments of nature and architecture of Samtskhe] (Gürcüce). Tbilisi. ss. 88-89.
- ↑ Kharadze, Koba (2016). სამცხის ბუნებისა და ხუროთმოძღვრების ძეგლები [Monuments of nature and architecture of Samtskhe] (Gürcüce). Tbilisi. ss. 88-89.
- ↑ "St. George". The Composition of Byzantine Glass Mosaic Tesserae. University of Sussex Centre for Byzantine Cultural History. Erişim tarihi: 28 August 2019.