Шишков Анатолий Ильич
Шишков Анатолий Ильич (12 март 1947 йыл) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ[1]
Шишков Анатолий Ильич | |
Тыуған көнө | 12 март 1947 (77 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Дарьино, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Ильич Шишков 1947 йылдың 12 мартында БАССР-ҙың Мәләүез районы Дарьино ауылында тыуған.
1969 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, ә 1989 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда ябай колхозсы булып башлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Мәләүез районының «Победа» колхозында баш агроном булып эшләй.
1969—1970 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Запасҡа ҡайтарылғас, шул уҡ «Победа» колхозында баш агроном, артабан хужалыҡ рәйесе була.
1980 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында — инструктор, 1983 йылда КПСС-тың Архангел район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1990 йылда Башҡорт АССР-ының һуңғы тарихи 12-се саҡырылыш Юғары Советына Архангел районындағы 156-сы Валентиновка һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, Юғары Советтың Президиум ағзаһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә2017 йылда Анатолий Ильич Шишков Өфө ҡалаһының «Заказсы хеҙмәте һәм төҙөкләндереү буйынса техник күҙәтеү» муниципаль бюджет учреждениеһың әйҙәүсе инженеры булараҡ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
- ↑ Глава Башкортостана вручил государственные награды(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5