Шиллерҙың йорт-музейы (Лейпциг)
Шиллерҙың йорт-музейы (нем. SchillerhausSchillerhaus) — Саксония федераль ерендәге Лейпциг немец ҡалаһының Голис районындағы (Menckestraße 42) крәҫтиән йорто. 1785 йылдың йәйендә унда Фридрих Шиллер туҡтала. Бында ул «Дон Карлос» драмаһының икенсе актын һәм шул уҡ йылдың көҙөндә Дрезденда баҫылған «К радости» одаһының беренсе версияһын яҙа. Шулай уҡ бина Лейпциг территорияһында һаҡланып ҡалған боронғо крәҫтиән йорто булараҡ тә әһәмиәткә эйә.
Шиллерҙың йорт-музейы | |
нем. Schillerhaus | |
Нигеҙләү датаһы | 1848 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Фридрих Шиллер[d] |
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Голис[d] һәм Лейпциг |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Обитатель | Фридрих Шиллер[d] |
Адрес | Menckestraße 42, 04155 Leipzig OT Gohlis[1] |
Почта индексы | 04155 |
Электрон почта | schillerhaus-leipzig@leipzig.de[1] |
Рәсми сайт | stadtgeschichtliches-museum-leipzig.de/… |
Шиллерҙың йорт-музейы (Лейпциг) Викимилектә |
1848 йылда асылған музей Лейпцигтың Ҡала тарихы музейы филиалы булып тора.
Тарихи очерк
үҙгәртергәБина 1717 йылда Лейпциг ситендәге Голис ауылында өс өлөшлө крәҫтиән ихатаһының бер этажлы йорто булараҡ төҙөлә. Башта унда мал-тыуар өсөн утлыҡ та була.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында, Голис ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнгәс, торлаҡ йортҡа өҫтәмә төҙөлә ул йәйгеһен ҡуртымға биреләсәк фатирҙар итеп йыһазландырыла. Тап икенсе ҡаттағы шундай фатирҙарҙың береһендә 1785 йылдың 7 майынан 11 сентябренә тиклем Кернер Кристиан Готтфрид саҡырыуы буйынса килгән 25 йәшлек Фридрих Шиллер туҡтала. Шул уҡ ваҡытта бында билдәле нәшриәтсе Иоахим Гешен Георг та йәшәй(нем. Georg Joachim GöschenGeorg Joachim Göschen).
Голистағы Шиллер йорто 1841 йылда «ҡабаттан асыла» 1841 йыл: Лейпциг театры секретары Роберт Блюма инициативаһы буйынса 11 сентябрҙә бында иҫтәлекле таҡтаташ һәм инеү урынындағы барокко стилендә эшләнгән ҡапҡаларҙы асыу тантанаһы үтә. 1842 йылдың 24 октябрендә Роберт Блюм шулай уҡ 1848 йылда асылған музейҙы йыһазландырыуҙы үҙ өҫтөнә алған Шиллерҙың Лейпциг йәмғиәтен (нем. Leipziger SchillervereinLeipziger Schillerverein) ойоштора.
1856 йылда һатыу һәм һүтеү менән янап, бина Шиллер йәмғиәте тарафынан уның ағзалары йыйған иғәнә иҫәбенә һатып алына (Ер кадастрында йорт 1864 йылда йәмғиәт милке тип нығытыла).
XX быуат башында музейҙың юғалтылған ҡапҡалары 1911 йылда Макс Лангхайнрих проекты буйынса тергеҙелә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, 1943 йылдың декабрендә бинаның ҡыйығына яндырыусы фугас төшә һәм, бәхеткә күрә, Шиллерҙың элекке йоҡо бүлмәһендә кипсәлеп ҡала һәм артыҡ зыян килтермәй. Һуңынан ҡиммәтле экспонаттар Вурцен соборына эвакуациялана, унан уларҙың бер өлөшө эҙһеҙ юғала.
1949 йылда Шиллер йорто дәүләт милкенә әйләндерелә һәм 1961 йылда Лейпциг ҡалаһының Ҡала тарихы музейына буйһона. 1966—1969 һәм 1985—1989 йылдарҙа башҡарылған, баҡсаға һәм башҡа биналарға ҡағылған реставрация эштәре музейҙың тышҡы йөҙөн тулыһынса үҙгәртә; бынан тыш, стеналарҙың штукатурланған, буялған үҙенсәлеге юғалтыла.
1995 йылда емерелеү хәүефе аҫтында торған музей бинаһы ашығыс реставрация-тергеҙеү эштәрен башҡарыу маҡсатында ябыла һәм 3 йыл үткәс, 1998 йылдың 28 октябрендә асыла. 2002 йылда тарихи өлгөләр буйынса крәҫтиән баҡсаһы булдырыла.
Шиллерҙың яҡынса 100 үҙенсәлекле экспонат булған йорт-музейындағы күргәҙмә, тәү сиратта, уның әҙәби эштәренә һәм ошо әҫәрҙәр буйынса Лейпциг театрында ҡуйылған спектаклдәргә, шулай уҡ «К радости» одаһының яҙылыу тарихына бағышлана. Бынан тыш, Шиллерҙәң Лейпцигтағы йәмғиәте тарихы ла, бина тарихы ла ентекле сағылыш таба. Музейҙа даими рәүештә ваҡытлыса күргәҙмәләр ойошторола.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Sabine Hocquel-Schneider: Instandsetzung und Restaurierung des Schillerhauses in Leipzig. In: Landesamt für Denkmalpflege Sachsen (Hrsg.): Denkmalpflege in Sachsen. Mitteilungen des Landesamtes für Denkmalpflege 1999. fliegenkopf, Halle (Saale) 1999, S. 102—110.
- Volker Rodekamp (Hrsg.): Das Schillerhaus in Leipzig-Gohlis. Stadtgeschichtliches Museum, Leipzig 1998, ISBN 3-7950-3905-3.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Голизский һарайы