Шикахох ҡурсаулығы

(Шикахохский заповедник битенән йүнәлтелде)

'Шикахох ҡурсаулығыәрм. Շիկահողի արգելոց ШикахогһәмШикаогатамалары ла осрай) — Әрмәнстандың көн яғында урынлашҡан Сюник өлкәһе Мегрин теҙмәһенең төньяҡ битләүендә 700 — 2 400 метр бейеклегендәге Цав һәм Шикахог һыу бассейнындағы ҡурсаулыҡ. 1958 йылда төҙөлгән һәм 10 000 гектар майҙанды биләй.

Мөһим объекты булып, 1 000 — 2 200 метр бейеклектә үҫкән кеше аяғы баҫмаған имәнлек һәм граб ағаслы урмандарҙың үҫемлек һәм хайуандар донъяһы тора.

2 200 — 2 400 метр бейеклектә һирәгәйгән имән урмандары

Иң бейек түбәләрҙә (2 400 — 2 600 м) сәтләүек ағасы, ҡайын, миләш, артыш ағастарынан торған ҡатнаш урман урын алған, унан да өҫтөрәк — субальп болонлоҡтары.

Түбәнге һыҙатта — араксин имәне, тот-ағас әрәмәлектәре, һирәк ағаслы урманлыҡ өҫтөнлөк итә каркас, ҡәҙимге гранат, саған[1].

Айва, хөрмә,платан, грек сәтләүеге, обвойник һәм һирәкләп булһа ла каштан һәм дзельква ла бар. ялан сәхләбе, ҡарлуғас үләне, мәк, безвременник, мерендер төрҙәре йышыраҡ осрай.

Бында реликт абағаһының биологик төрҙәре  — ҡәҙимге ужовник (Ophioglossum vulgatum) һәм ҡырым орляк (Pteridium tauricum), шулай уҡ һирәк һәм эндемик төрҙәр — Кавказ аръяғы умырзаяһы (Galanthus transcaucasicus), Артюшенко умырзаяһы (Galanthus artjuschenkoae), ҡатнаш тюльпан (Tulipa confusa), зангезур грушаһы (Pyrus zangezura), һәр төрлө орхидеялар, зангезур симфиандраһы (Symphyandra zangezura), Элеонора һары мәтрүшкәһе (Hypericum eleonorae), Тахтаджян ер еләге, Чихачёв күк сәскәһе һәм башҡалар үҫә. 

СССР-ҙың Ҡыҙыл китабына бында үҫкән үҫемлектең — 18 төрө, ә Әрмәнстандың Ҡыҙыл китабына 80 тирәһе төрө индерелгән.

Ҡурсаулыҡ фаунаһын иҫәпкә алыу әлегә үткәрелмәгән. Ҡул-ҡанатлыларҙан бында кесе дағатомшоҡ, ослоҡолаҡ төн ҡошо һәм башҡалар тереклек итә. Әрмәнстандың Ҡыҙыл китабына ингән ҡоштарҙан каспий күркәһе, һаҡалтай, ҡара гриф, аҡ башлы сип һәм башҡалар осрай. Һөйрәлеүселәрҙән — Һары бауыр кеҫәртке, гюрза һәм туҙбаш йылан тап була. Һөтимәрҙәрҙән бурһыҡ, һоро ҡуян, һыуһар, урман бесәйе, әрмән ҡырағай һарығы, тау кәзәһе[1][2].

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә
  •  Әрмәнстандың тәбиғәт зонаһы

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә