Шейко Борис Иванович
Шейко Борис Иванович (5 июнь 1949 йыл) — пауэрлифтинг буйынса совет, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан тренеры; Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған тренеры(1983, ауыр атлетика), Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған тренеры (1995, пауэрлифтинг), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999, пауэрлифтинг).
Шейко Борис Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Ҡаҙағстан Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
СССР Ҡаҙағстан Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июнь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | тренер |
Уҡыу йорто | Украинаның Милли физик тәрбиә һәм спорт университеты[d] |
Спорт төрө | пауэрлифтинг[d] |
Пауэрлифтинг темаһына 150-нән ашыу мәҡәлә һәм 15 китап авторы.[1]
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Иванович Шейко 1949 йылдың 5 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Аҙаҡ бөтә ғаилә Днепропетровск ҡалаһына күсеп килә, унда Борис урта мәктәпте тамамлай.
1973 йылда Киев дәүләт физик культура институтын тамамлай (хәҙер Украинаның Милли физик тәрбиә һәм спорт университеты). Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Ҡаҙағстанда Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, 1975 йылдан алып шунда йәшәүен дауам итә. 1997 −1979 йылдарҙа Ҡарағанда Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә эшләй. Бер үк ваҡытта 1982—1986 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ының үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры була. Шулай уҡ 1984—1986 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһында эшләй[2].
1990 йылда Шейко пауэрлифтингта эшләүгә күсә, 1997—1991 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһының пауэрлифтинг буйынса баш тренеры булып тора. Ҡаҙағстанда эшләү дәүерендә 47 Республика чемпионын, 3 СССР Кубогы еңеүсеһен, 14 Азия беренселеге чемпионын һәм 8 призёрын, донъя чемпионатының 6 чемпионын һәм 3 призёрын әҙерләй; улар араһында ике атҡаҙанған спорт мастеры һәм һигеҙ халыҡ-ара класлы спорт мастеры бар[2]. 1992 йылда Борис Шейкоға 2-се категория халыҡ-ара судья, ә 1995 йылда — 1-се категория халыҡ-ара судья исеме бирелә. 1995 йылда уға «Темиртау ҡалаһының почетлы гражданины» исеме бирелә.
1997 йылда Шейко Рәсәйгә ҡайта, Башҡортостан Республикаһына күсә һәм ошо йылдан башлап республиканың пауэрлифтинг буйынса баш тренеры булып эшләй башлай. Тәрбиәләнеүселәре араһында 15 чемпион һәм Рәсәй Кубогын яулаусы, 25 Европа чемпионы һәм 9 Европа призёры, 40 донъя чемпионаты чемпионы һәм 26 донъя чемпионаты призёры тәрбиәләй; улар араһында 4 атҡаҙанған спорт мастеры һәм 15 халыҡ-ара класлы спорт мастеры[2].
Шейко Борис Ивановичтың иң яҡшы уҡыусылары араһында[1][2] — Алексей Сивоконь, Надежда Мир, Сергей Мор, Максим Подтынный, Виктор Фуражкин, Николай Асабин, Серик Кужахметов, Фәнил Мөхәмәтйәнов, Руслан Востриков, Рауил Казаков, Юрий Федоренко.
1999 йылдан башлап Борис Иванович Шейко пауэрлифтинг буйынса Рәсәй ирҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры. 2000 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1983, ауыр атлетика),
- Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған тренеры (1995, пауэрлифтинг),
- Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999, пауэрлифтинг)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000),
- «Темиртау ҡалаһының почетлы гражданины» исеме (1995).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Интервью с Борисом Шейко, одним из величайших тренеров в истории 2017 йыл 14 сентябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «metal-power» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Шейко Борис Иванович