Швед шырпыһы (хикәйә)

Швед шырпыһы — хикәйә. Антон Павлович Чехов хикәйәне 1884 йылда яҙған, тәүге тапҡыр 1884 йылда «Стрекоза» альманахында А. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә буйынса нәфис фильм төшөрөлгән.

Швед шырпыһы
Нигеҙләү датаһы 1883
Атамаһы Шведская спичка
Подзаголовок Уголовный рассказ
Производная работа Шведская спичка[d]
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә The Swedish Match[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1884
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

«Стрекоза» журналының мөхәррире И. Ф. Василевский хикәйәне яҙырға тәҡдим итә. Чехов был хикәйәне енәйәт эштәренә пародия итеп яҙа

  Недавно я искусился. Получил я приглашение от Буквы написать что-нибудь в «Альманах Стрекозы»… Я искусился и написал огромнейший рассказ в печатный лист. Рассказ пойдёт. Название его «Шведская спичка», а суть — пародия на уголовные рассказы. Вышел смешной рассказ.  

.

Хикәйәне «Швед шырпыһы» тип атап, автор Рәсәйҙә ХIХ быуаттың 80-се йылдарында яҙылған «енәйәт» жанрына ишара яһай[2].

«Швед шырпыһы» хикәйәһе Антон Павлович Чехов тарафынан 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылда «Стрекоза» альманахында А. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында донъя күрә, шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусы әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә дат, немец, поляк, румын һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Милләттәр театрында «Швед шырпыһы» спектакле ҡуйыла, режиссеры — Никита Гриншпун[3][4].

Хикәйә ике киҫәктән тора. Беренсе киҫәктә 1885 йылдың 6 октябрендә отставкалағы гвардия корнеты Кляузовтың идарасыһы, агроном һәм механигы Псеков пристав янына килә. Ул приставҡа үҙенең хужаһы Марк Иванович Кляузовты үлтергәндәр тип әйтә. Пристав бүнәтәйҙәр менән бергә енәйәт урынын тикшерергә, шаһиттарҙан һорау алырға килә. Кляузовтың бер аҙна буйына бүлмәһенән сыҡмауы һәм шунлыҡтан уны үлтерелгән тип уйлау асыҡлана. Ике сәғәттән тикшереүсе Николай Ермолаевич Чубиков һәм уның ярҙамсыһы Дюковский килеп етә. Енәйәт урынында көрәш эҙен һәм яртылай янған швед шырпыһын, ә тәҙрә артында ҡанға оҡшаған таптар табалар. Крәҫтиәндәр швед шырпыһын ҡуллана белмәгәнлектән енәйәттең иң ҙур дәлиле булып шырпы ҡала.

Хикәйәнең икенсе киҫәгендә теге ваҡиғаларҙан ун ике көн үткән. Дюковский һаман тикшереүен дауам итә, элек судҡа тарттырылған Николай Тетеховтан һорау ала һәм, уны ғәйепләп, ҡайҙан, кемдән шырпы һатып алыуын төпсөнә. Дюковский төрлөсә уйлап ҡарай һәм үҙенең яңылышмауына һис тә шикләнмәйсә һығымта яһай. Швед шырпыһын бары тик пристав ҡатыны Ольга Ивановна ғына һатып алыуы асыҡлана. Чубиков пристав ҡатынының енәйәт ҡылыуына ышанмай һәм Дюковский менән ҡатынды ғәйепләр өсөн приставтар өйөнә бара. Кляузов Марк Ивановичтың мунсала йоҡлап ятҡанын күрәләр. Уның бер аҙна буйына мунсала ашап-эсеп, Ольга Ивановна менән мөхәббәт тотоп ятҡан икәнлеге билдәле була.

Иренең «Нишләп тикшереүсе беҙгә килде?» тигән һорауына Ольга Ивановна: «Кляузов сит кешенең бисәһе янында табылған тип әйтергә килде», — тип яуап бирә. Пристав байтаҡ ваҡыт Марк Иванычты бәйһеҙлектә ғәйепләп ултыра.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Швед шырпыһы» хикәйәһе буйынса 1954 йылда режиссёр Константин Юдин «Мосфильм» киностудияһында төҫлө нәфис фильм төшөрә.

  • Чехов А. П. Шведская спичка // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә