Шарташ (күл)
Шарташ — Екатеринбург ҡалаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә, Киров районында урынлашҡан тымыҡ күл, элек Иҫәт[2] йылғаһы бассейнына ҡараған.
Шарташ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Екатеринбург |
Шарташ Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәҒалим А. К. Матвеев үҙенең һүҙлектәрендә был һүҙҙең мәғәнәһен: «...атама, бәлки, башҡорт телендәге шар — «һаҙлыҡ» (шулай уҡ ул самодий теленән килгән Сор һүҙенең рефлексы булып тора) һүҙе менән бәйлелер» тип аңлата.[3]
Һыу ятҡылығы атамаһы самодий сығышлы — Сор-То, йәғни «ҡылымыҡлы күл» тигән фараз бар. Һуңыраҡ төрки телдәрҙә (башҡорттар һәм татарҙар), яр буйы ҡаялары төҫөнән сығып, ике төрки һүҙ тамырын: сары — «һары», таш — таш ҡушыу кеүек тип аңлағандар. Тағы ике вариант әйтелә: «һары таш», «шор таш» (урындағы диалект, «шар таш» — һаҙ ташы[4][5].
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һәм ер-һыу атамаларын өйрәнгән Силәбе топонимисы Шувалов, Шарташ тип алмаһа ла, Шарлаш топонимындағы шар тамырын былай аңлата[6]:
Был ерҙәрҙә борондан башҡорттар йәшәгән, һәм шор түгел, ә шәрә — йәғни, яланғас тигән һүҙ беленә. Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығарған 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә шәрә һүҙенең бер нисә аңлатмаһы бар. Шуларҙың икәүһе: өҫтөндә бер нәмәһе лә булмаған, яланғас; үҫентеһе булмаған, бер ни менән дә ҡапланмаған[7]. ТасуирламаһыүҙгәртергәКүл ҡара борсаҡ формаһында ҡабарынҡы яғы менән көнсығышҡа ҡарай. Ул төньяҡтан көньяҡҡа 4 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа – на 2-2,5 километрға һуҙылған, көҙгөһө майҙаны — 7,0 кв.км. Хәҙерге яр һыҙаты яҡынса 12 км. Күлдең төбө үҙәгенә табан иңкеүләнәеп төшә. Күлдең уртаса тәрәнлеге – 3 м, ә уртаһында максималь тәрәнлеге – 4,7 м[8]. Шарташ яҡынса 1 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән күл. Күлдең ҙур ҡаҙаны төбөндә бик күп сапропель ултырмаһы күҙәтелә һәм ул, гранит карьерынан һурҙырылған һыу аша, ауыр металдар менән бысранған. Күл ярҙарында һуңғы неолит дәүеренән кеше йәшәгәнлеге беленә. Күлдең Иҫәт йылғаһына ағымы — Шарташ аҡмаһы — көньяҡ ҡултығы аша, Пески ҡасабаһынан көнбайыштараҡ, үтә. XIX быуат аҙағынан аҡма даими булмаған һәм үҙенең һыуын Иҫәт йылғаһына еткергән. Авария хәлендәге әлеге аҡма һаманға тиклем эшләй[9]. Күлдең һыуы туранан-тура бетон торбалары аша, һуңынан ҡаҙылған канау буйлап барып, ТЭЦ-ҡа илткән юл янында түгелә. Яуым-төшөм аҙ булһа, шишмә кибә, әгәр яуым-төшөм артыҡ күҙәтелһә, һыу Кесе Шәрәташ яғына, Кесе Шәрәташ Торфлығына, тиклем аға. Шарташ күле районында 1745 йылда раскольник крәҫтиән Ерофей Марков, Шарташ ауылы кешеһе Рәсәйҙәге беренсе алтын ятҡылығын (Берёзово ятҡылығы) аса[10]. 1829 йылда Урал буйлап сәйәхәте ваҡытында немец ғалимы Александр Гумбольдт Шарташ күлен киптереү юлы менән алтынлы шахталарҙы һыу менән баҫыуҙы кәметергә тәҡдим итә. Гумбольдттың абруйы ҙур булғанлыҡтан, урындағы тау белгестәре ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, уның тәҡдиме ҡабул ителгән. Күлдә һыу кимәле ярайһы кәмегән, күл бөткән тиерлек, әммә шахталарҙағы һыу элекке кимәлдә ҡалған. Шулай итеп XIX быуатта бер нисә тапҡыр күлде, һыуын Пышма йылғаһы бассейнына ағыҙып, ҡороторға маташҡандар. Әлеге ваҡытта был канал («Александров соҡоро») сафта түгел[11]. Күлдә алабуға, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, һаҙан, рипус, ташбаш балыҡтары тереклек итә. Күл буйына Екатеринбург халҡын күпләп ял итеү урындары йәлеп итә. Күл эргәһендәге ҡарағай урманында Шәрәташ таш тирмәләре тип йөрөтөлгән тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Күл тирәләй Май ял итеп йөрөүе — «Шәрәташ донъя әйләнәһе йөрөү» традицион маршруты үтә. Күлдә, башлыса боҙло һыулы, яҡынса 50-ләп шишмә урғыла, һәм был күлгә кибергә бирмәй[4]. 2014 йылдың 23 октябрендә Шарташ күле өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[12]. Галереяүҙгәртергә
Шулай уҡ ҡарағыҙүҙгәртергәӘҙәбиәтүҙгәртергә
Һылтанмаларүҙгәртергә
Иҫкәрмәләрүҙгәртергә
|