Ҡалып:Dead end

Шаралтау — Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш сигендә, Пермь крайының Барҙы районы үҙәгендә, Бисер ауыл биләмәһенән төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә

Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 277 метр. Географик координаттары — төньяҡ киңлектең 56°53'14" һәм 55°26'36" в.д. Киңлеккә 2 километрға һуҙылып, бүлкәттәргә айырылып ята. Һырты ялпаҡ һәм киң. Иң бейек түбәһе көмбәҙ рәүешендә, әммә түбәнең өҫтө яҫы һәм тигеҙ, шуға ла алыҫтан түбә булараҡ асыҡ ҡына күренеп тә тормай.

Тауҙың битләүҙәре һөҙәк. Тик көньяҡ битләүе генә текәрәк.

Ошо ҙур булмаған тауҙың төньяҡ битләүенда башланған бер нисә йылға Тол йылғаһы ҡушылдығы булған Ҡаҙмаҡты йылғаһына барып ҡушыла. Ә көньяҡ битләүенән Барҙы йылғаһына ҡойған Ирсенде йылғаһы башлана. Тауҙың көнсығышынан алыҫ түгел генә Тол йылғаһы ағып ята[1].

Тауҙың өҫкө өлөшө йүкә һәм шыршы ағастары менән ҡапланған. Бында бик күп дарыу үләндәре лә үҫә: мәтрүш, һары мәтрүш, кесерткән, һуҡыр кесертҡән, боланут. Йәйгеһен гөлъемеш, балан, муйыл тирергә була. Битләүҙәрендә һәм тау тирәһендәге ерҙәрҙә ваҡ япраҡлы ағастар үҫә, түбәндәрәк ауыл хужалығы ерҙәре урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с., [8] л. табл. Автор С. Р. Челышев.