Шалғыҙ йырау, йәки Шалғыйыҙ йырау — Нуғай Урҙаһы тарҡалыу осоронда йәшәгән һүҙ оҫтаһы.

16-сы быуаттың урталарында оҙайлы аслыҡ йылдарынан һуң нуғайҙарҙың бер өлөшө Волга тамағына, Кубань яғына күсенә. Шул ваҡытта башҡорттарҙың бер өлөшө лә эйәрә. Был күсенеү Урманбәт бей вафатынан һуң була. Шәжәрәләрҙә Урманбәт бей Урман беә тип яҙылған. Шалғыҙ йырау сығарған «Ун мең нуғай бөлгән көн, Урманбәт бей үлгән көн» тигән юлдарҙан билдәле. Был тулғау-хушлашыу ошо ваҡытта ижад ителгән.

Был тулғау ғалим Ч. Вәлиханов хеҙмәттәрендә лә телгә алына. «Был тулғау ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар араһында ла йәшәй, уны йырсылары, йырауҙары йырлай», — тиелгән.

  • Валиханов Ч. Сочинения, т. 1, 357-се бит.


  Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.