Шайтан ултырғысы
Шайтан ултырғысы — ҡаялы урҙа, геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы, Ҙур Ваара тауының көньяҡ-көнсығыш битләүендә — элекке вулканда ята. Петрозаводск ҡалаһы эсендә, Соломенный районында Онега күленең Петрозаводск ҡултығы яры буйында урынлашҡан.
Шайтан ултырғысы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Петрозаводск |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Петрозаводск (разное)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | урочище Чёртов Cтул |
Шайтан ултырғысы Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәШайтан ултырғысы — таш массив, «ултырыу урыны» - яланы һәм «арты» - диңгеҙ кимәленән 122 метрлыҡ текә ҡаяһы формаһы ултырғысты хәтерләтә. Массивтың ҡаялы сығыу урындары түбәнге протерозойҙың (суйсар ваҡыты) ҙур вулкан ҡоролмалары фрагменттарынан ғибәрәт. Ҡаялар вулкандың урғылған продукттарынан: яҡшы һаҡланған структуралары һәм текстуралары менән шар лаваларынан барлыҡҡа килгән, юғарыраҡ агломерат туфтары, өҫкө өлөшөндә вариолит структуралар менән лава ағымдары ята.
Шайтан ултырғысы — ҡала кешеләренең һәм килгән туристарҙың традицион ял итеү урыны.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хохлова Т. Ю., Антипин В. К., Токарев П. Н. Особо охраняемые природные территории Карелии. (2-е изд., дополненное). — Петрозаводск: изд-во КарНЦ РАН, 2000. — 312 с., ил.
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. — С. 197—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Геологические памятники природы 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Урочище «Чёртов стул» 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- Чёртов стул