Шайтанташ яҙмаһы
Шайтанташ яҙмалары — Шайтанташ ҡаяһындағы һүрәттәр (Урал).
Урыны
үҙгәртергәШайтанташ Реж йылғаһының уң ярындағы ҡая. Уралдағы шундай атамалы ҡаялар араһында иң ҙуры.
Мөһабәт ҡая Октябрь ауылынан 4.5 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Геоморфологик һәм ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә.
-
Йылға Реж. Свердловск өлк.
-
Шайтанға Таш Ҡая. Йылға Реж. Свердловск өлк.
Яҙманы һүрәтләү
үҙгәртергәҠаялағы һүрәттәр Реж йылғаһының үрге һәм урта ағымдары тәңгәлендә табылған. Иң беренсе билдәле һүрәт — Шайтанташ яҙмаһы. Шайтан — Уралдағы бик күп ҡая һәм күлдәрҙең атамаһы. Уларҙы ғәҙәттә манси-вогулдар менән бәйләйҙәр Әммә шайтан һүҙенең сығышы мансиҙарҙыҡы түгел, ә төркиҙәрҙеке. Бындай топонимдар башлыса төрки мосолмандарға бәйле.
Шайтанташ - көлһыу төҫтәге граниттан тоған 40 метр бейеклектәге 400 метрға һуҙылған ҡая. Был тәңгәлдә йылғаның киңлеге 20-25 метр самаһы. Ҡая менән һыу араһы 25-30 метр. Бында ҡарағай, ҡайын, муйыл, миләш, уҫаҡ күп. Ҡая башында ҡарағай үҫә. Ҡая үҙе ике өлөшкә вертикаль бүленгән, был ярыҡтан өҫкә күтәрелеүе бик еңел.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
-
Йылға үҙәне Реж. Шайтанға таш менән скал төрө.
Ҡаяның йөҙө тигеҙ, көлһыу һоро төҫтә, урыны менән аҡһыл, ҡыҙғылт, көрән юлаҡтар бар. Таштарҙа төрлө формалы һәм төҫтәге мүктәр осрай: йәшел, һары, ай һары, ҡара-һоро, ҡыҙғылт.
-
Шайтанға Таш Ҡая.
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәБоронғо һүрәттәрҙе 1976 йылда В.Т. Петрин, А.Ф. Шорин, В.Н. Широков таба. Артабан бер нисә тапҡыр тикшереүселәр була. 1990 йылда «Шайтанская и Северская писаницы на Среднем Урале», (Широков В. Н., Чаиркин С.Е.) хеҙмәте баҫыла. 2007 йылда Широковтың «Уральские писаницы: Реки Реж и Ирбит» китабы донъя күрә. Ул бөгөнгө көндә һүрәттәр буйынса тулы өйрәнелгән баҫма тип һанала.
Һүрәттәр төркөмө
үҙгәртергәҠая һүрәттәре Шайтанташтың уң яғы өлөшөндә табылған. Уларҙың араһы 175 метр самаһы. Широков В. Н. һүрәтле биш урын билдәләй. Улар 17 төркөмгә бүленә. Һүрәттәрҙең бейеклеге 2 метрҙан бейегерәк. Уларҙың күбеһе етҙән 15-20 см бейеклектә яһалған.
Шайтанташтағы һүрәттәр ҡасан һалынғаны әлегә тиклем билдәһеҙ.
Һүрәттең сағыулығы буйынса ҡарағанда, Шайтан яҙмалары бер генә ваҡытта яҙылған тип әйтеп булмай. Уларҙың ҡайһылары өҫтө-өҫтөнә һалынған. Ҡайһы бер фигуралар асыҡ, ҡайһылары ныҡ ҡына юйыла башлаған. Бөтә һүрәттәр ҙә ҡыҙғылт-һоро төҫтән алып ҡуйы көрән төҫкә тиклем охра менән яһалған.
Беренсе төркөм
үҙгәртергә-
Беренсе төркөм һүрәтләгән рәсемдәр (Широков в. н. 2007. 9 с.)
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. Дөйөм төрө.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. 1-3 фигура.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. Фигуралар 1, 2. Өҫтөнән буяу эҙҙәре улар.
-
Тәүге һүрәт төркөмөнән. 3 түбәнге блогы фигуралар яһаны.
-
Эҙ буяуҙарҙан, геометрик мотивтары.
Тәүге төркөм Шайтанташтың көньяҡ осонан 19,4 метр бейеклектә башлана. Һүрәттәр насар күренә, 3 һын ғына асыҡ айырымлана (1-3). 3-сө һын тояҡлы хайуанды, йәки ҡуянды хәтерләтә.
Ике һын өҫтәрәк урынлашҡан. Улар яҡшыраҡ һаҡланған, тояҡлы хайуандар асыҡ күренә.
Икенсе төркөм
үҙгәртергә-
Икенсе төркөм һүрәтләгән рәсемдәр (Широков в. н. 2007. 10 с.)
-
Икенсе төркөм һүрәтен. Дөйөм төрө.
-
Икенсе төркөм һүрәтен. 6 фигура.
-
Икенсе төркөм һүрәтен. Фигураларҙан 5, 7.
Икенсе төркөм тәүгеһенән 20 метрһулғараҡ урынлашҡан. Һүрәттәр насар һаҡланған. Бында 4 хайуан һынын айырырға мөмкин.
Өсөнсө төркөм
үҙгәртергә-
Өсөнсө һүрәт төркөмөнән. Буяу эҙҙәре
-
Өсөнсө һүрәт төркөмөнән. Геометрик мотивтары билдәһеҙ.
Өсөнсө төркөм ҡаяның түбәнге өлөшөндә урынлашҡан. Бында геометрик фрагменттар күрергә мөмкин.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Петрин В. Т. Новые наскальные изображения Урала.// Проблемы археологии Северной и Восточной Азии. Новосибирск. 1986
- Петрин В. Т., Широков В. Н. Об одном антропоморфном сюжете с Шайтанской писаницы (Средний Урал)// Первобытное искусство. Антропоморфные изображения. Новосибирск. 1987
- Широков В. Н., Чаиркин С. Е. Шайтанская и Северская писаницы на Среднем Урале. Свердловск. 1990
- Широков В. Н. Уральские писаницы.: Реки Реж и Ирбит. Екатеринбург. 2007
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәУралдағы ҡая һүрәттәре
үҙгәртергә- Северская писаница
- Писаница на мысе Еловый
- Мыс Еловый
Рәсәй петрографтары
үҙгәртергә- Боярская писаница
- Сулекская писаница
- Канозерские петроглифы
- Томская писаница
- Бага-Заря
Донъя петрографтары
үҙгәртергә- Андский канделябр
- Наска