Чилашвили замогы - холл — Көнсығыш Грузияла Душети ҡалаһының көнбайыш ярында, Мцхета-Мтианети төбәгендә урынлашҡан

Чилашвили замогы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Комплекс бер ниә бинаны үҙ эсенә ала. Уға төп башня, башнялар менән ҡапҡа, сиркәү, торлаҡ һәм ауыл хужалығы биналары инә. Чилашвили замогының стеналары аҡ төҫкә буялған, шуға күрә халыҡта уны "Аҡ һарай" тип йөрөткәндәр. Әлеге көндә Һарай Грузияның ҡомартҡыларҙы һаҡлау мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора.

Төҙөлөштәге яҙыуға ярашлы Чилашвили замогы 1800 йылда, йәғни Картли-Кахетия батшалығының хакимлыҡ итеүенең һуңғы йылында төҙөлгән.

Яҙыулы таш хәҙер Грузияның Дәүләт музейында һаҡлана. Бинаның тәүге ҡиәфәте һәм төҙөлөшөнөң төп этабы XVIII-XIX быуаттарға ҡарай.


Был замок–холл башня, йорт, сиркәү, ауыл хужалығы аҙбарҙарын үҙ эсенән алған эре феодалдарҙың замогы. Ҡәлғәнән тыш виноград баҡсаһын уратып алған тышҡы ҡоймалар бар. Әлеге ваҡытта замок яңынан ҡорола, әммә тәүге ҡиәфәте тулыһынса тергеҙелмәйәсәк.

Әлеге ваҡытта замок биләмәһендә Көнсығыш грузин таулығының археология экспедицияһының базаһы урынлаша. Асыҡ музейҙың Көнсығыш фасады ойошторолған. Ҡайһы бер архитектура ҡоролмаларын һәм ҡәберлек ҡалдыҡтарын асыҡлау маҡсатында Арагви тарлауығына сығыу урынында археологик ҡаҙыу эштәре алып барыла.

19821983 йылдарҙа эске ихатаһында археологик ҡаҙыныу эштәре үткәрелә, урта быуаттарҙа бинаның ҙур өлөштәре , көнсығыш стенаһы — һуңғы урта быуат ауылдары янғын һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға.

  • ვ. ბერიძე — „XVI-XVIII საუკუნეების ქართული ხუროთმოძღვრება“, ტომი 1, 1983 წელი.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә