Чикерткә (журнал)
«Чикерткә» — Ырымбур ҡалаһында донъя күргән иҫке башҡорт телендәге рәсемле сатирик журнал. Уның баш мөхәррире Павел Александров, ә иҫке башҡорт телендәге өлөшөндә рәссам «Нагайка» псевдонимлы кеше була. Был матбуғат баҫмаһының сығыу ваҡыты бик ҡыҫҡа, хатта бер йылға ла тулмай. Беренсе һаны 1906 йылдың 23 апрелендә донъя күрә. Ул «Саранча»-«Чикерткә» исеме менән рус һәм иҫке башҡорт телдәрендә бер төпләмәгә төпләнеп нәшер ителә. Журналдың беренсе һаны 36 битте тәшкил итә. Унда ғәрәп графикалы иҫке башҡорт телендәге оригинал текст 5 битте, ә 2-се, 4-се һандарында 6-шар битте тәшкил итә. 3-сө, 5-се һандары иһә тотош рус телендә генә нәшер ителә. Журнал, һуңғы һаны 1906 йылдаың 22 октябрендә, йәғни 5-се һаны донъя күргәндән һуң, әллә ни тарала алмай, сығыуҙан туҡтап ҡала. Бының сәбәбе иҫке башҡорт телендәге сатирик журналдарҙың үҙ-ара конкуренцияла булыуына бәйле.
Был журнал тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |