Чехов яр буйы (Таганрог)
Чехов яр буйы— Таганрог ҡалаһында 2010 йылда төҙөлгән яңы яр буйы.
Чехов яр буйы Таганрог | |
Чехов яр буйы, 2010 йыл | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Оҙонлоғо |
1 030 м |
картала | |
Яндекс. Картала |
Географияһы
үҙгәртергәЯр буйы Таганрог ҡултығы ярындағы Таганрог металлургия заводының Андреев бухтаһы менән Бабушкин урамында торған «Вечная Слава павшим Героям» һәйкәле араһында урынлашҡан. Яр буйында «Тополь» профилакторийы һәм «Приазовье» ҡунаҡханаһы араһында бәләкәй генә Оло Ташбаҡа йылға тамағы ята.
Тарих
үҙгәртергәЧехов яр буйы Таганрог ҡалаһында 2010 йылда Таганрог металлургия заводы тырышлығы менән төҙөлә[1].
Петр заманында Оло Ташбаҡа йылға тамағы янында өс бастионлы «Ташбаҡа» ҡәлғәһе торған"[2]. XX быуатта ҡәлғә территорияһына Таганрог металлургия заводының шлактарын түккәндәр.
Чехов яр буйы матурлап төҙөлгәнсе, ошо яр буйы участкаһында яр нығытылған һәм ер ауышмаһын өсөн ҡуйылған нығытмалар булған[3].
Чехов яр буйы территорияһы Таганрог хакимиәтенең капиталь төҙөү идаралыҡ хужалығы ҡарамағында булырға тейеш. Тик 2015 йылдың мартында Таганрог ҡалаһы мөлкәте менән идара итеү комитеты мәғлүмәттәре буйынса Чехов яр буйы капиталь төҙөлөш идаралығына әле булһа инмәгән[4].
Яр буйында урынлашҡан
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Мандрыкина Н. Приглашение в детство // Национальные приоритеты. — 2014. — 8 июня.
- ↑ Григорян М.
- ↑ Калинина А. Мусор «отдыхает» // Таганрогская правда. — 2014. — 5 сент.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге Чеховская набережная завалена мусором 2015 йыл 2 апрель архивланған. // donday-taganrog.ru. — 2015. — 18 марта.
- ↑ Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 49.
- ↑ Собств. корр. В Таганроге в районе Чеховской набережной нашли змей // newtaganrog.blogspot.com. — 2014. — 24 апр.