Чаусатхи Йогини Мандир, Хирапур

Чаусатхи Йогини Мандир, Хирапур (64 Йогини Ғибәҙәтханаһы) (Орисса телендә:ଚଉଷଠି ଯୋଗିନୀ ମନ୍ଦିର, ହୀରାପୁର, "'ଚଉଷଠି ଯୋଗିନୀ ମନ୍ଦିର, ହୀରାପୁର"') Хирапур тигән ауылда урынлашҡан,[1] хәҙерге Һиндостандә, Орисса штатының баш ҡалаһы Бхубанешвардан 20 км ҙа урынлашҡан.[2] Ышаныу буйынса йорт Брахма династияһы батшабикәһе Хирани тарафынан 9-нсы быуатта төҙөлгән булған.[3] Ул түңәрәк итеп төҙөлгән, дөйөмеһе лә ҡомташ кирбестәренән яһалған. Түңәрәк стенаның эсендә ҡыуышлыҡтар бар, һәрбереһендә Алиһә муртиһы бар. Бындай поттар 56 тирәһе, улар ҡара граниттан яһалған, ҡыуышлыҡтарҙа яҙмалар бар, үҙәгендә төп пот булып Кали Алиһәһе тора, ул аҡылдың йөрәк өҫтөнән символы булған кеше башында тора. Ғибәҙәтханала үҙәк алтарь бар (Чанди Мандап), уның дүрт яғында ҡалған 8 Алиһә пото. Ҡайһы бер тарихсылар ышаныуынса Санди Мандапала Маһа Бхайрава пото ҡушыла.[3] 64 Йогини Мандир тантрик мандир булып тора,[4] уның гипер архитектураһына доға булараҡ тантрик "бһумандала" инә (тәбиғәттең 5 элементынан торған тирә-яҡ - ут, һыу, ер, күк һәм эфир). Биреләге ҡаһиндар һөйләгән риүәйәт буйынса Дурга Алиһәһе шайтанды еңәр өсөн 64 ярым - Алиһә формаһын алған. Һуғыштан һуң64 Алиһә (Йогини) Дургады йорт ҡоролмаһында иҫтәлектәрен ҡалдырырға һораған.[2] Йогини поттар ғөмүмән алғанда хайуанда, шайтанда кеше йәки башында баҫып тороусы ҡатын-ҡыҙ фигураһын сағылдыра, был Шакти (ҡатын-ҡыҙ көсөнең) еңеүен һүрәтләй. Поттар ярһыу, моңланыу, тыныслыҡ һәм шатлыҡҡа тиклем халәттәрҙе сағылдыра.[2] Бындай ғибәҙәтханалар шулай уҡ Одишаның Балангир районының Ранипур - Жхариал ҙа һәм Һиндостандың башҡа урындарында ла бар. 64 һаны Индуизм риүәйәттәрендә сағылышын таба, атап уҡ әйткәндә, ваҡыт өсөн Кала, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн Кала. Мандир комплексын Һиндостан Археологик Өйрәнеүе тәьмин итә.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Галерея үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. (род. 1986) «Orissa Review, Government Gazette». Orissa Review (Home Department, Government of Orissa) 43.
  2. 2,0 2,1 2,2 Chausathi Yogini Temple – A Place of Wondrous Occult - Sand Pebbles Tour N Travels (en-US) (15 июнь 2014). 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Gods, Heroes and their Story Tellers: Intangible cultural heritage of South India. — Notion Press. — ISBN 9384391492.
  4. Yogini temple of Hirapur, The Hindu (17 Oct 2003).