Чаталһөйүк
Чаталһөйүк йәки Чаталгөйүк (иҫке яҙмала), дөрөҫөрге Чаталһөйүк (төр. халыҡ-ара фонетик алфавит: [tʃaˈtal.højyk], һүҙмә-һүҙ «Сәнске-уба» — Конья провинцияһындағы (көньяҡ Анатолия) неолит һәм энеолит осорона ҡараған ҙур тораҡ. Иң ҙур, иң яҡшы һаҡланған һәм ҙур неолитик ауыл. Иң боронғо табылған мәҙәни ҡатламдар б. э. т. 7400 й. ҡарай. Торама б. э. т. 5600 йылға тиклем булған. Бронза быуаты башланғанға тиклем халҡы ауылды ташлап киткән. Торама Хасандаг вулканының ике үркәсле түбәһенән 140 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Тораманың көнсығыш өлөшө тигеҙлек өҫтөнән 20 м өҫтәрәк ҡалҡыулыҡ барлыҡҡа килтерә. Ауылдан көнбайышҡа табан бәләкәйерәк ҙурлыҡтағы тағы бер торама булған, ә унан көнсығышҡа табан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта әрмән һәм византий осоро ауылы табылған.
Чаталһөйүк неолитик торағы* | |
---|---|
Neolithic Site of Çatalhöyük** | |
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы | |
CatalHoyukSouthArea.JPG | |
көньяҡ өлөшөндә ҡаҙыныуҙар | |
Илдәр | Төркиә |
Тибы | Мәҙәни |
Критерийҙар | ii, iv |
Һылтанма | 1405 |
Төбәктәр*** | Европа һәм Төньяҡ Америка/Яҡын Көнсығыш, Гамирк |
Индерелгән | 2012 (36 сессияла)
|
* Название в официальном рус. списке ** Название в официальном англ. списке *** Регион по классификации ЮНЕСКО |
Чаталһөйүк ике айырым ҡурғандан: б. э. т. яҡынса 7100-5900 йылдар менән билдәләнгән Көнсығыш ҡурғандан һәм б. э. т. яҡынса 6000-5600 йылдар менән билдәләнгән Көнбайыш ҡурғандан (калибрланған даталар) тора[1].
География
үҙгәртергәЧаталһөйүк («сәнске күренешендәге ҡалҡыулыҡ») хәҙерге Көчөккәй ауылынан көньяҡҡа 3 км һәм Конья ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта Гамиркала урынлашҡан. Тимер юл бәйләнеше булған иң яҡын ҙур ҡала — Чумра (тораманан көньяҡҡа 17 км алыҫлыҡта). Яһалма ҡалҡыулыҡ, мең йыл буйына иҫке йорттар өҫтөнән яңы биналар төҙөү юлы менән барлыҡҡа килгән. Торама үҙен уратып алған Икония тигеҙлеге араһында айырылып тора, ул ике убанан: көнсығышта иң боронғо һәм иң ҙур һәм көнбайышта баҡыр быуаты торамаларынан (Көсөкһөйүл — «бәләкәй уба») тора[2]. Археологтар, торамала 3-10 мең кеше йәшәгән, ә йорттар һаны 2 меңгә еткән, тип иҫәпләй.
Гамиркалағы Конья яйлаһы плейстоцен осорондағы ҡороған күлдең төбө булып тора, диңгеҙ кимәленән 1 мең метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Боронғо күлгә ҡойған йылғалар елпеүесте хәтерләткән дельталар барлыҡҡа килтергән. Дельталар араһында иң ҙуры, Чаршамба йылғаһы буйында, Чаталһөйүк урынлашҡан булған. Чаршамба тәүҙә ике ҡалҡыулыҡ араһынан аҡҡан һәм ҡоро климат шарттарында ауыл халҡын сөсө һыу менән тәьмин иткән[3].
Археология
үҙгәртергәУрындағы халыҡ ҡайһы бер хөрәфәттәр менән бәйле Чаталһөйүкте мал көтөү урыны итеп файҙаланған[2]. 1958 йылдың 10 ноябрендә Анкаралағы Британия археология институтынан өс тикшеренеүсе Дэвид Френч, Алан Холл һәм Джеймс Меллаарт иртә тарих торлаҡтарын эҙләү барышында Конья яйлаһында урынлашҡан убаны шәйләгән[4]. Шул уҡ көндө өс керамика һәм обсидиан эшләнмәһе табыла, убаның неолит осороноң бик ҙур табышы булыуы асыҡлана. Меллаарт 1961 йылға тиклем Хаджилар ҡаҙыу эштәрендә мәшғүл булған, ҡатыны һәм төрөк төркөмө менән кире ҡайтҡас, улар 1965 йылға тиклем дауам иткән ҙур ҡаҙыу эштәрен башлаған[5]. Джеймс Меллаарт етәкселегендә Чаталһөйүктә Дания Милли музейынан дат палеоботанигы Ганс Хелбаек та эшләгән[4].
Хелбаек күп кенә өй бойҙайы (бер бөртөклө һәм ике бөртөклө), арпа һәм борсаҡ тапҡан[6]. Усаҡ һәм шлак табылдыҡтары Чаталһөйүк халҡы донъяла тәүгеләрҙән булып мәғдәндәндән баҡыр иретергә өйрәнде, тигән фараз яһарға мөмкинлек биргән[7][8][9]. Артефакттарҙы ҡабаттан тикшереү ошондай артефакттарҙың береһе — йәшел төҫтәге баҡыр ингән өлөшләтә яндырылған баҡыр өйөмө, моғайын, йәшел пигмент менән буялған кешеләрҙең һөйәктәрен кремациялау барышында, утҡа осраҡлы ғына эләккәндер. Чаталһөйүктән алынған баҡыр әйберҙәрҙең изотоп анализы өлөшләтә яндырылған йәшел минерал өлгөһөнә оҡшашлығын күрһәтмәгән[10].
Был урын бик үҙенсәлекле һәм донъяла иң билдәлеләрҙең береһе булып сыҡты. Меллаарт ҡаҙыныу эштәренә Дорак менән ғауға фонында килгән. Төркиә властары археологты табышты урлауҙа һәм сығарыуҙа ғәйепләгән. Меллаарт иһә, йәш ҡатын Төркиәнең төньяғындағы Дорак ауылының дүрт ҡәберендә табылған "антиквариат"ты баһалауын һорауын әйткән. Меллаарт ҡайһы бер табылдыҡтарҙың һүрәтен төшөргән. Һуңынан һүрәттәр 1959 йылда, Төркиә властары иғтибарын йәлеп итеп, The Illustrated London News гәзитендә баҫылып сыҡҡан һәм археолог, йәнәһе, табышты урлаған тигән һығымтаға килтергән. Әммә йәш ҡатынды һәм урланған әйберҙәрҙе эҙләү һөҙөмтә бирмәй, 1965 йылда Төркиәнең боронғолоҡтар департаменты Меллаартҡа ҡаҙыу эштәренә рөхсәтте ғәмәлдән сығара[4][11].
1993 йылда Иэн Ходдер етәкселегендә яңы археологтар төркөмө тикшеренеүҙәрҙе тергеҙә һәм әлеге ваҡытта һәр йәй дауам итә. Яңы ҡаҙылмаларҙа микроморфологик анализ ҡулланыла, был осраҡта археологтар тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн микроскоптар файҙалана. Иэн Ходдер төркөмө ҡаҙыу эштәренә бик ентекле ҡарай. Меллаарт төркөмө 200-ҙән ашыу бинаны 4 йыл эсендә ҡаҙып бөтһә, әлеге төркөм тәүге бер нисә йылда йыл һайын бер йәки ике бинаны ғына ҡаҙып сығарған[12] 2006 йылғы миҙгелдә халыҡ-ара һәм дисциплина-ара ҡаҙыу эштәрендә 230 кеше ҡатнашты, был донъялағы шуға оҡшаш сараларҙың иң ҙурҙарының береһе булды[13]. Археологик ҡаҙылмаларҙы финанслау өсөн Иэн Ходдер бағыусы компанияларҙың (Boeing, Fiat, British Airways, Shell) хеҙмәттәре менән файҙалана, шулай уҡ археологик экспедицияларҙа урындағы халыҡ ҡатнаша.
Датаһы һәм размеры
үҙгәртергәТөрлө сығанаҡтар ауылға нигеҙ һалыныуҙың төрлө даталары тураһында һөйләй. Меллаарт тикшергән ҡатламдар уларға б. э. т. 6250 йылдан б. э. т. 5400 йылға тиклем датаһы менән билдәләнә[14]. Иэн Ходдер билдәләүенсә, 18 археологик ҡатлам тикшеренеүҙәре буйынса, был торама 1400 йыл (б. э. т. 7000 йыл һәм б. э. т. 6000 йыл араһында) дауамында булдырылған[2][15]. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, дата б. э. т. 7400 йылдан б. э. т. 5600 йылға тиклем күрһәтелә.[16]
Төрлө сығанаҡтарҙа Чаталһөйүктең дәүмәле төрлөсә атала, улар 32 акрҙан (12,96 гектар) һәм 13,5 гектарҙан алып[2] до 20 га[14] 20 гектарға тиклем[16]. Был Чаталһөйүктең ҙур ауыл булыуы хаҡында һөйләй, барлыҡ территорияның 5 % ғына ҡаҙылған тигән һүҙ[17].
Ҡоролмалар һәм артефакттар
үҙгәртергәЧаталһөйүк ҡалҡыулығын халыҡ быуаттар дауамында иҫке йорттар өҫтөндә яңы йорттар төҙөү юлы менән барлыҡҡа килтергән. Был әлеге ваҡытта 17 метр бейеклегендәге археологик ҡатламды тәшкил итә. Өйҙәр бик яҡын торғанға, улар араһынан үтеп йөрөү мөмкинлеге лә булмай. Шулай уҡ йорттарҙың ишектәре булмаған, күп осраҡта инеү урыны ҡыйыҡтан һалынған, унда йорттарҙың эске яғынан да, тышҡы яғынан да баҫҡыстар һалынған, шуға күрә «ҡала хәрәкәте», күрәһең, бина ҡыйыҡтарынан үткән[3]. Инеү урыны шулай уҡ саф һауа үтеп инеү, торбалары булмаған асыҡ усаҡтарҙан төтөн сығарыу өсөн берҙән-бер елләтеү уйымы булды. Чаталһөйүккә оҡшаш хәҙерге ҡасабалар — төньяҡ Америка индейҙарының пуэблоһы һәм Көнбайыш Африкалағы Мали догондары ҡасабалары[2].
Өйҙәр араһындағы ҡайһы бер урындарҙа асыҡ майҙандар ҙа булған. Улар кухнянан сығарылған ҡалдыҡ сүплектәре кеүек сығыш яһаған. Уларҙа хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары, балсыҡ һауыт-һаба, статуэткалар, муйынсаҡтар табылған. Күп кенә табылдыҡтар кеше бүлендектәре булараҡ һәм ундай урындар бәҙрәф тип аңлатыла. Халыҡ күпләп йәшәгән торамала кеше бүлендектәре һәм органик ҡалдыҡтар, моғайын, һаҫыҡ еҫ сығанағы булараҡ та, халыҡ һаулығына ҙур хәүеф тыуҙырғандыр[2].
Өйҙәрҙең биҙәлеше
үҙгәртергәЙорттар, тотоп тороусы ағас түшәм өрлөктәренән башҡа, башлыса балсыҡтан (сей сырцовый кирбестән) эшләнгән. Археологтар әйтеүенсә, йорттоң хеҙмәт итеү ваҡыты 70 йыл самаһы булған. Йыл һайын балсыҡтың яңы ҡатламын һыларға кәрәк булған. Түбәһе һәм стеналары шымартылған алебастр менән ҡапланған булған. Көньяҡта урынлашҡан мейес һәм урындағы кухня хеҙмәтен үтәгән ҡыйыҡтағы тишек менән бер рәттән, ҡағиҙә булараҡ, стенала бәләкәй генә бер бүлмәгә алып барған уйым булған. Бындай бүлмә келәт сифатында файҙаланылған. Йорттоң дөйөм майҙаны 23 м² тәшкил иткән, әммә 11-ҙән 48 м² тиклем булған. Шул уҡ ваҡытта ҙур йорттарҙың стеналары матур итеп биҙәлгән. Уларҙың кемгә тәғәйенләнеше билдәһеҙ ҡала[5]. Өйҙәр бер генә ҡатлы булған. Төп бүлмәлә мейес менән каминға өҫтәп эскәмйәләр, тәпәш платформалар, аш-һыу һаҡлау өсөн һауыттар булған[14]. Һәр йорт 5-10 кеше өсөн хеҙмәт иткән, әммә 8-ҙән ашыу карауаты булған бер йорт та юҡ[17].
Йорттар шулай уҡ «ҡәбер» итеп файҙаланылған: уларҙың күбеһендә ҡәбер табылған. Өйҙәрҙең береһендә 68 кеше ерләнгән. Мәйеттәрҙе иҙән аҫтына, йышыраҡ усаҡ һәм башҡа эске ҡалҡыулыҡтар аҫтына, бүләктәре: аҫыл һәм ярым аҫыл таштар, ҡорал, туҡымалар, ағас һауыттар менән бергә ерләгәндәр[18]. Бындай тәжрибә XX быуатҡа тиклем полинезияның Тикопиа утрауында күҙәтелгән[12]. Мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен ентекле итеп биләгәндәр һәм йыш ҡына үрелгән кәрзиндәргә һалғандар йәки ҡамыш маттар менән урағандар. Һөлдә йыш ҡына өлөштәргә бүленгәнлектән, ерләр алдынан мәйетте оҙаҡҡа асыҡ һауала тотҡандар, һуңынан һөйәктәрен генә ерләгәндәрҙер, тип фаразлайҙар. Ҡайһы берҙә баш һөйәктәрен, ниндәйҙер йолала файҙаланыу өсөндөр, айырғандар, һәм уларҙы тораманың башҡа урындарында тапҡандар. Йорттарҙың өстән бер өлөшөндә үгеҙ башы скульптуралары менән биҙәлгән, һәм башҡаларға ҡарағанда матурыраҡ. Был бүлмәләрҙе Джеймс Меллаарт «изге урын» (святилища) тип фаразлаған. Меллаарт төркөмө убаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге ҙур булмаған участканы ҡаҙған ып алған, һәм «изге урындың» күп булыуы сәбәпле, Мелаарт был биләмәләрҙең был өлөшө ҡанбабалар (жреческий) урынына оҡшаған тип иҫәпләгән. Б. э. т. 6200 йыл тип билдәләнгән «изге урындың» стеналарында үгеҙ баш һөйәктәре артында дүрт кешенең баш һөйәге табылған. Иэн Ходдер төркөмө көнсығыш ҡалҡыулығында төрлө урынды ҡаҙған һәм шулай уҡ бер нисә «изге урын» тапҡан. Ауылдың көньяҡ-көнбайыш өлөшө фәҡәт ҡанбабаларҙыҡы ғына булмаған. Шуға бәйле Меллаарт бер версия тәҡдим иткән: уға ярашлы, йорттар «ябай» һәм «изге» йорттарға бүленә. Яңы анализ был йорттарҙың ике төрө араһында айырымлау һыҙаты булыуын күрһәтте. Бынан тыш, микроморфологик анализ «изге урындарҙа» көнкүреш эшмәкәрлеге алып барылыуын раҫлай[4]. Шулай итеп, был йорттар изге йорт булмаған.
Артефакттар һәм биҙәүестәр
үҙгәртергәЧаталһөйүк күләмле предметтары һәм биҙәүестәре менән дан тота. Был төҙөлгән стеналарҙа фрескалар осраған тәүге урындарҙың береһе (Ласко мәмерйәһендәге тәбиғи стеналарҙа төшөрөлгән биҙәктәр). Тәүге фрескалар табылған икенсе урын — б. э. т. 9 мең йыл элек Сүриәләге Жәл-әл-Мугһара[19]
Фресстарҙың ҡайһы берҙәре геометрик биҙәктәрҙе һүрәтләй, шул уҡ ваҡытта башҡа һынлы күренештәр: зубрҙарға йәки боландарға һунар итеү, ир-егеттәрҙең фаллосы, әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан эре тояҡлыларҙың һүрәттәре.
«Изге урында»ғы фрескаларҙың береһен бер нисә рәт фигуранан торған йорт һүрәте булараҡ аңлатырға мөмкин. Картина уртаһындағы һүрәт Чаталһөйүктән күҙәтергә мөмкин булған һүнгән Хәсәндаг янартауының ике башлы түбәһе булараҡ аңлатыла[20]. Был рәсемде тарихта тәүге пейзаж һынлы сәнғәте йәки картография өлгөһө тип баһалайҙар[5], ә башҡа тикшеренеүселәр унда геометрик орнамент ҡына күрә[21].
Икенсе фреска бөгөлгән предметты, бәлки, йәйә тотоп эшләп йөрөгән (бейегән) кешене күрһәтә. Кеше леопард тиреһенән тегелгән янбаш бәйләмесе кейгән. Йыртҡыс ҡоштарҙы — ҡоҙғондарҙы — һүрәтләгән фрескалар бар. Йыртҡыстар эргәһендә башһыҙ кешеләр күрһәтелгән һүрәттәр ҙә осрай.
Рельефтарҙа ҙур бесәйҙәр (моғайын, леопардтар һәм парлап эшләнгән) төшөрөлгән. Үгеҙ башы скульптуралары үҙенсәлекле, улар йә стенаға, йә тәпәш платформаларға нығытылған, ҡайһы бер үгеҙ башынан башлап тотош рәт баштар теҙелгән. Мәрмәр, көрән һәм зәңгәр эзбизташ, кальцит, балсыҡлы һәүерташ, базальт, алебастр һәм балсыҡтан эшләнгән ҡатын-ҡыҙ һындары табылған. Табыштар араһында иң билдәлеһе ҡулына ҡорал тотҡан ике ҙур бесәйгә ултырып ял итеүсе 16,5 см бейеклектәге яндырылған балсыҡтан эшләнгән йыуан ҡатын статуэткаһы айырылып тора. Был һынташ Венера Виллендорфская һынына оөшаған. Ҡайһы бер ғалимдар ике бесәйҙе арыҫландар тип[14], ә башҡалары леопардтар тип һанай[15]. Күп кенә ғалимдар статуэтка бәпесләргә тейешле ҡатын-ҡыҙҙы һынландыра, тигән версия тәҡдим индерә[14]. Табылған фигуралар араһында ултырып торған ҡатын-ҡыҙ һыны иң ҡатмарлыһы. Ябайыраҡтары араһында арҡаһы тишекле ҡатын-ҡыҙ һындары осрай, шул уйымға иген дә һалыныуы ихтимал
Чатал-Хююк керамикаға тиклемге неолит һәм керамик неолит араһындағы күсеү осорон күрһәтә. Иҫке ҡатламдарҙа археологтар керамика тапмай, ләкин көршәктәр б. э. т. 7050 йылдан алып б. э. т. 6800 й. тиклем аралыҡта бөтә ерҙә лә күренә башлай. Моғайын, тәүҙә улар һаҡлау өсөн һәм шунан һуң ғына (б. э. т. 6500 — 6400 йылдар тирәһе) аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылғандыр. Иң йәш ҡатламдарҙа ябай геометрик биҙәкле көршәктәр булған, ә Көсөкһөйүк көршәктәрендә ҡатмарлыраҡ геометрик биҙәктәре бар.
Обсидиан әйберҙәр табылды, уларҙың ҡайһы берҙәре тигеҙ итеп шымартылған, был археологтарға уларҙың ябай көҙгө сифатында файҙаланылыуын күҙалларға мөмкинлек бирҙе. Шулай итеп, Чаталһөйүк беренсе «көҙгө етештереүсе» булған. Табылған башҡа обсидиан киҫәктәрен, бысаҡ, уҡ башағы һәм һөңгө остары сифатында ҡулланырлыҡ итеп, эшкәртелгән.
Шулай уҡ саҡматаш файҙаланылған: тотҡаһы һырлы һөйәктән яһалған ике саҡматаш бысаҡ табылған. Урындағы община тау эшендә махсуслашҡан һәм таштан эшләнмәләр әҙерләү мәҙәниәтен әүҙем үҫтергән, тип фаразларға мөмкин. Бынан тыш, туҡыма киҫәктәре[22], ағас сынаяҡтар, таштан, һөйәктән һәм балсыҡтан муйынсаҡтар, шулай уҡ кәрзиндәр һәм керамзит табылған, улар тик иҫке ҡатламдарҙа ғына табыла (ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланылған)[23].
Ауыл хуалығы, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ
үҙгәртергәЧаталһөйүктә бик күп үҫемлек эҙҙәре табылған, ә ҡайһы бер археологтар, өйрәнелгән үҫемлектәр аҙыҡ рационының төп өлөшөн тәшкил иткән тигән фекерҙә. Башлыса иген ике орлоҡло бойҙай, шулай уҡ бер бөртөклө бойҙай, борсаҡ, ябай борсаҡ, татлы борсаҡ, яҫмыҡ үҫтерелгән. Бынан тыш, миндаль, имән сәтләүеге, фисташка кеүек ҡырағай үҫемлектәрҙең емештәре табылған. Археоботаниктарҙың бер өлөшө, Чаталһөйүк халҡы ауылдан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан баҫыуҙарҙы файҙаланған, тип иҫәпләй[2].
Хайуандар араһында һарыҡтар, һыйыр малы, кәзә, йылҡы һәм эттәр йыш табыла. Һарыҡ менән кәзә ҡулға эйәләштерелгән була, шул уҡ ваҡытта эре мөгөҙлө мал, аттар ҙа ҡырағай булған, уларға ла, сусҡа менән боланға һунар иткән кеүек, һунар иткәндәр. Һунарға өҫтәп, халыҡ балыҡ тотҡан һәм ҡош йомортҡаһы йыйған.
Кесе Декстер Перкинс, Меллаарт етәкселегендәге экспедицияла фауна буйынса эксперт, тәүҙә һыйыр малы һәм эттәр генә эйәлштерелгән, тигән һығымтаға килде. Был осраҡта Чаталһөйүк менән Анатолия эре мөгөҙлө малды ҡулға эйәләштереү буйынса иң иртә үҙәккә әйләнә. Перкинс фекеренсә, боронғо ҡатламдарҙа бер ниндәй ҙә ҡырағай мал юҡ, ә улар ҡулға эйәләштерелгән хайуандар булған ти[24]. Перкинстың һығымталарын хәҙерге ваҡытта фауна буйынса белгестәр Луиза Мартин һәм Нерисса Рассел яңынан ҡарай, улар эре мөгөҙлө мал ауыл барлыҡҡа килгәндән алып ҡырағай булған тип иҫәпләй[4].
Был Джеймс Меллаарттың башланғыс фараздарына ҡаршы килә. Әммә был мәсьәлә әле булһа бәхәсле һәм уны хәл итеү беркетелмәгән Һуңғы углерод анализы күрһәтеүенсә, эре мөгөҙлө мал Чатал-Хюка халҡы өсөн төп аҡһым сығанағы булмаған[25]. Әммә был мәсьәлә әле булһа бәхәсле һәм ул хәл ителмәгән.
Көнбайыш ҡурғандан б. э. т. 5900 — 5800 йылдарҙа (калибрацияланған дата) менән билдәләнгән көршәк ватыҡтарында арпа, бойҙай, борсаҡ һәм аныҡ кәзә рәүешендәге борсаҡ (бүздәк), һыйыр, һарыҡ һәм кәзәләрҙең ҡан һәм һөтө табылған. Арпа эндоспермы асыҡланған (һыра ҡайнатыу өсөн ҡулланыла). Бер һауытта эремсек һыуы (сыворотка) ғына табылған, тимәк, Чаталһөйүк халҡы сыр йәки йогурт әҙерләгән[26].
Сауҙа
үҙгәртергәЧаталһөйүк тирәһендәге территория ресурстарға ярлы булған. Эргәлә генә балсыҡ сығарғандар, уны төҙөлөш материалы сифатында ҡулланғандар, башҡа сеймал алыҫтан килтерелгән. Миҫалға Чаталһөйүктә күпләп осраған вулкан быялаһы, обсидианды, алырға мөмкин. Археологтар иҫәпләүенсә, кешеләр Каппадокия обсидианын сығарыуҙы контролдә тотҡан һәм был күренеш ауылдың иҡтисадына ныҡ йоғонто яһарға мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар хатта, обсидиан менән сауҙа итеү ҡала өсөн төп килем сығанағы булған, тип уйлай[27]. Әммә каппадокий обсидианы Көньяҡ Левантала һәм Евфрат ярында Чаталһөйүктә табылғандан алдараҡ булған, был көнсығыштараҡ урынлашҡан торамаларҙың Чаталһөйүктән килтерелгән оксдианға бәйле була алмауын аңларға мөмкинлек бирә. Энергия дисперслы рентгенофлуоресцент спектрометрия ярҙамында Чаталһөйүккә ҡаланан 190 саҡрым төньяҡ-көнсығыштараҡ ятҡан Каппадокия, Гёллу-Даг һәм Ненци-Дагтан ике урындан килеүен асыҡларға мөмкин булды[16]. Халыҡ үҙ йорттарында файҙаланған ҡарағай һәм артыштан яһалған бағаналар ҙа оҙон юл үткән — улар, моғайын, Таврия тауҙарынан килтерелгәндер. Моллюск ҡабырсаҡтары табылған (Урта һәм Үҙән-Көнбайыш диңгеҙҙән). Чатал-Хюк халҡы һатҡанмы, юҡмы, ләкин килтерелгән әйберҙәрҙең табылыуы тауарҙар менән алмашыуҙы һәм алыҫ араға сауҙа итеүҙе күҙ уңында тоторға мөмкинлек бирә. Саҡматаш Сүриәнән килтерелгән. Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙән килтерелгән моллюск ҡабырсаҡтары табылған[3]. Чаталһөйүк халҡы обсидиан һатҡанмы, юҡмы, ләкин килтерелгән әйберҙәрҙең табылыуы тауарҙар менән алмашыуҙы һәм алыҫ араға сауҙа итеүҙе күҙ уңында тоторға мөмкинлек бирә.
Чаталһөйүктә йәмәғәт тормошо
үҙгәртергәЧаталһөйүк йәмғиәтенең ҡатламдарға бүленеүе тураһында ҡаҙыныу эштәре яуап бирә алмай, йорттар дәүмәле буйынса артыҡ айырылмай. Бынан тыш, бер йорт-оҫтахана ла табылмаған[28]. Также не обнаружены общественные площади и административные здания[17]. Шулай уҡ йәмәғәт майҙандары һәм административ биналар табылмаған. Шулай итеп, ауылда үҙәкләштерелгән идаралыҡ булмаған. Оҫтаханаларҙың булмауы Чаталһөйүктең тулы мәғәнәлә ҡала түгел, ә киңәйгән ауыл булыуын фаразларға мөмкинлек бирә[12].
Быға тиклем археологтар, Чаталһөйүктә матриархаль йәмғиәт булған, тип иҫәпләгән. Хәҙерге заман ҡаҙыныу эштәре барышында ғалимдар биләмәләге ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшәү рәүешендәге айырманы билдәләргә теләгән, ләкин бер ниндәй ҙә айырма тапмаған. Бина эсе мейестән һәм камин ҡоромо менән ҡапланған булған. Тын алғанда ҡором үпкәгә эләгә, шул рәүешле уны ерләнгән кешеләрҙең ҡабырғаларында табырға мөмкин. Ике енестең дә ҡабырғаларына анализ яһалды, һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙағы ҡором миҡдарының ир-егеттәрҙәге ҡоромдағынан айырмаһы булмауын күрһәтте. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк ваҡытын бүлмәлә үткәрмәгән. Һөйәктәрҙең изотоп анализы ике енес диетаһының айырмаһы барлығы тураһында һөҙөмтә бирмәне. Бынан тыш, ҡәберҙәрҙең урынлашыуы енси айырмаға бәйле түгел. Күрәһең, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йәмғиәттә бер төрлө статусҡа эйә булған[29][30][31][32].
Художество объекттарында ҡайһы бер айырмалар бар: фрескаларҙа башлыса ир-егеттәр һүрәтләнгән, ә статуэткала — ҡатын-ҡыҙҙар. Иэн Ходдер раҫлауынса, археологик ҡалдыҡтар Чаталһөйүктә матриархат йәки патриархат булыуына дәлил була алмай[15].
Йәш ҡатламдарҙа балсыҡ мисәттәр табылған. Улар ни өсөн тәғәйенләнгәне аныҡ билдәле түгел, моғайын, был объекттар милек билдәһелер. Әгәр шулай икән, шәхси милек булғанлығы буйынса фаразға нигеҙ бар[2]. Өйҙәр бер-береһенә яҡын булһа ла, уларҙың уртаҡ диуарҙары булмаған. Шулай итеп, һәр ғаилә күршеләренә буйһонмаған һәм үҙ теләге буйынса йорттарын ремонтлаған.
Чаталөйүктә һуғыш йәки көс ҡулланыу эҙҙәре табылмаған. Бәлки, был тыныс йәмғиәт йә ҡала ҡәлғә һымаҡ нығытма булғандыр. Йорттарҙың тышҡы түбәнге яғындағы баҫҡыстар алынғандан һуң ҡалаға инеп булмаған.
Үгеҙ баштарының һәм тулы ҡатын-ҡыҙҙар һындарының күплеге археологтарҙы, халыҡтың дини тормошо Үгеҙ һәм «Бөйөк Әсә» культына табыныуға йүнәлтелгән, тип уйларға мәжбүр иткән[28]. Табылған баш һөйәктәре алебастр менән ҡапланған һәм, битте моделләү өсөн, охра менән буялған. Бындай йолалар Урта диңгеҙ буйындағы неолитик ауылдарҙан, шул иҫәптән Иерихондан һәм Чаёнюҙан (Төркиә) килгән халыҡта ла билдәле. Быларҙың барыһы ла Чаталһөйүктә баш һөйәге культы булыуы тураһында һөйләй ала. Юғары статуслы кешеләрҙең кәүҙәләрен баш һөйәгенән айырым ерләгәндәр. Тикшеренеүселәр ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡәберҙәренең һанын сағыштырған һәм уның яҡынса бер үк булыуын асыҡлаған[33]. Шуға бәйле, 2000-се йылдар тикшеренеүселәре, община патриархаль, матриархаль булмаған[4] һәм ҡатын-ҡыҙ һындарын һүрәтләүҙең мәғәнәһе Алла-әсәгә табыныу ғына түгел, башҡараҡ тигән фекерҙә[34].
Сабыйҙар үлеме ҙур булған, сөнки балалар ҡәберҙәре бик күп табылған. Күп балаларҙың һөйәктәрендә ашамау сәбәпле анемия билдәләре дәлилләнә[35].
Ерләнгән кешеләрҙең тештәрен анализлау бер йорттоң ҡәберендә биологик ҡәрҙәшлек менән бәйле булмаған кешеләрҙе ерләүҙәрен күрһәткән[36].
Әһәмиәте
үҙгәртергәҮҙенең ҙурлығы, архитектураһы, фрескалары һәм рельефтары арҡаһында Чаталһөйүк йыш ҡына «өр-яңы археологик табыш»[37] тип ҡылыҡһырлана. Быға тиклем ҡайһы бер ғалимдар Чаталһөйүкте донъялағы иң боронғо ҡала, иртә игенселек ҡасабаһы һәм заманының иң ҙур тораҡ пункты тип иҫәпләгән. Әммә әлеге ваҡытта иң боронғо ҡала тип Иерихон иҫәпләнә, ә Сүриәнең төньяғында Тель Абу-Хурейрҙа ауыл хужалығының иң боронғо эҙҙәре табылған[37]. Үҙәк Анатолияла Чаталһөйүк шулай уҡ боронғо ауыл хужалығы үҙәге һаналмай, мәҫәлән, Ашыҡлыһөйүктә б. э. т. 8400 йылғы культуралы үҫемлек эҙҙәре табылған. Ләкин Меллаарт үҙ ҡаҙылмалары менән Уңдырышлы ярым ай (Левант һәм Месопотамия) неолит революцияһының берҙән-бер үҙәге булмауын иҫбатланы. Элек археологтар Анатолия ауыл общиналары барлыҡҡа килерлек уңдырышлы тупраҡ буласағын фаразлап та ҡарамаған.
Тикшереүселәрҙең күбеһе, ауыл хужалығы Европаға Анатолиянан килгән, тип иҫәпләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре (археолог Колин Ренфрю кеүек) артабан китә һәм һинд-европа телдәре ауыл хужалығы экспансияһы менән берлектә таралыуын, ә һинд-европалыларҙың тыуған илен Анатолия яҫы таулығында, йәғни Чаталһөйүктә эҙләргә кәрәклеген белдерә[38]. Был теория (Анатолия гипотезаһы) теле Европаның һәм Азияның күпселек өлөшөндә таралған халыҡтың тыуған ере — Чаталһөйүкте һанарға мөмкинлек бирә.
Америка яҙыусыһы һәм этноботаник Теренс Маккенна былай тип яҙған: «Африка халыҡтарының бик борондан килкән мәҙәниәттәре менән Яҡын Көнсығышҡа барып етеүе һәм күпмелер ваҡыт унда сәскә атыуы тураһында һығымта аңлайышлы, һәм унан ҡотолоуы ла ауыр. Меллаартты Чаталһөүктең был райондағы артабанғы культураларға һиҙелерлек йоғонто яһамауы ғәжәпләндерә. Ул „Анатолияның неолитик мәҙәниәттәре игенселеккә һәм малсылыҡҡа, шулай уҡ циилизация нигеҙе — Алиһә Әсә культына башланғыс һалған“ тип билдәләй»[39]. Ғәҙеллек менән шуны өҫтәргә мөмкин: нигеҙҙе күптәр әлегә инҡар итә[40].
Чаталһөйүк торама булараҡ
үҙгәртергәӘлегә кешеләрҙең ни өсөн тап ошо урынды һайлауы аңлашылмай. Теорияларҙың береһендә белдереүҙәренсә, кеше ошондағы ауыл хужалығы алып барыуға бәйле ерҙәргә күсеп ултырған, әммә Ашыҡлыһөйүк торамаһындағы табыштар күпселек үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың йүнләп ҡулға эйәләштерелмәүен һәм ҡасабаның һунарсылыҡ-йыйыу мәҙәниәте менән йәшәүен күрһәтә[12]. Башҡа археологтар уйлауынса, урын һайлау утилитар сәбәптәргә түгел, ә кешеләрҙең тап ошо урынға өҫтөнлөк биреүенә бәйле булған.
Шулай уҡ кешеләрҙең ни өсөн Чаталһөйүкте ҡалдырғандары аңлашылмай. Урындағы тирә-яҡ мөхиттең емерелеүе һөҙөмтәһендә, эзбизле йорттар төҙөү өсөн ағасты артыҡ файҙаланыу арҡаһында, ҡайһы бер археологтар 8 мең йыл элек ауылдарҙың күпләп кәмеүен күҙаллай. Әммә был теория Чаталһөйүктең йәш ҡатламдары асҡан табыштар нигеҙендә кире ҡағыла — унда бындай төҙөлөш ысулы ҡулланылмаған[35].
Алиһә-әсә
үҙгәртергәЧаталһөйүктә табылған йыуан ҡатын-ҡыҙ һындары Джеймс Меллаарт тарафынан Алиһә Әсә («Бөйөк әсә») булараҡ интерпретациялана. Европа киңлектәрендә табылған бындай һындарҙың күбеһе матриархаль төҙөлөш менән ассоциациялашҡанға күрә, Чаталһөйүкте лә матриархаль тип иҫәпләй башлағандар. Археолог Мария Гимбутас барыһынан да алғараҡ сыҡҡан; ул Чаталһөйүк йәмғиәте ғәҙәти неолитик («Иҫке Европа»): тигеҙлеккә йүнәлтелгән матристик (ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың абсолют власы менән бергә) теорияны тәҡдим итә[15]. Бындай йәмғиәт патриархаль, иерархия йүнәлешендәге, һуғышсан кешеләрҙең баҫып инеүе арҡаһында юҡҡа сығарыла, уларҙы Гимбутас һинд-европа ҡурған мәҙәниәте вәкилдәре итеп күрһәтә.
Палеогенетика
үҙгәртергә(6000 һанлы) Ерләү камераһынан ике өлгөлә (Ch51 и Ch54) 327-се арауыҡта (б. э. т. етенсе мең йыллыҡ) митохондриаль гаплотөркөмдәр билдәләнә: K гаплотөркөмө (мтДНК) K1b1c һәм K2a11[41]. Шулай уҡ Чатал?өйүктә митохондриаль гаплотөркөмдәр N, K, K1a17, W1c, H, H+73, X2b4, U, U3b, U5b2 билдәләнде. Митохондриаль геномдар нигеҙендә Чаталһөйүктәге йорт иҙәндәре аҫтында ерләнгән кешеләр араһында әсәлек линияһы буйынса туғанлыҡтың булмауы асыҡланған[42].
1885 °F.84 өлгөһөндә (б. э. т. 6825-6635 йылдар) K1a һәм Y-хромосомную гаплогруппу G2a2a1 митохондриаль гаплотөркөмө билдәләнә. 2033 °F.84/86 өлгөһөндә (б. э. т. 6690—6590 йылдар) H2a2a1d и Y-хромосомную гаплогруппу H3a1 митохондриаль гаплотөркөмө, 2779 °F.265 өлгөһөндө H2a2a и Y-хромосомную гаплогруппу C1a2 митохондриаль гаплотөркөмө, 5357 °F.576 өлгөһөндә (б. э. т. 7035—6680 йылдар) N1a1a1 и Y-хромосомную гаплогруппу C1a2 митохондриаль гаплотөркөмө билдәләнә. Шулай уҡ K1a (n=3), K1a4, K1a4b, K1a17, K1b1, T2, T2c1, T2e митохондриаль гаплотөркөмдәре билдәләнә[43].
Музей
үҙгәртергәТуристар өсөн урын асыҡ, ҡалҡыулыҡ эргәһендә төҙөлгән ҙур булмаған музей киңлегендә табылған әйберҙәрҙең күсермәләрен күрергә мөмкин. Инглиз һәм төрөк телдәрендә лә мәғлүмәттәр бар. Йорт реконструкцияларын ҡарарға һәм ҡаҙыныу эштәре алып барылған урындарҙы ҡарарға мөмкин. Үҙенсәлекле әйберҙәрҙең күпселеге Анкаралағы Анатолия цивилизациялары музейында һаҡлана.
Урын, мәҫәлән, Коньялағы Мәүләнә музейы кеүек, бик популяр түгел, ләкин Чаталһөйүккә ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара, унда 13 мең самаһы кеше йөрөй[44]Чаталһөйүк бер нисә йыл дауамында Төркиәнең яҡынса исемлегендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде[44] һәм 2012 йылда ҡабул ителде[45].
Галерея
үҙгәртергә-
Керамика
-
Һауыттар
-
Аллалар һәм алиһәләр һындары
-
Үгеҙҙәр, боландар һәм кешеләр һынландырылған фреска
-
Туҡыма фрагменттары — табылғандар араһында иң боронғоһо
-
Ике леопардты һынландырған рельеф
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ancient Proteins From Unwashed Dishes Reveal the Diets of a Lost Civilization
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Ian Hodder. Çatalhöyük. The Leopard's Tale – Revealing the Mysteries of Turkey's ancient 'town'. — Thames & Hudson, 2006. — ISBN 0-500-05141-0.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Trevor Watkins. From Foragers to Complex Societies in Southwest Asia", kapitel 6 i The Human Past: World Prehistory & the Development of Human Societies. — Thames & Hudson, 2005. — ISBN 978-0-500-28531-2.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Balter, Michael. The Goddess and the Bull (билдәһеҙ). — New York: Free Press, 2005. — С. 127. — ISBN 0-7432-4360-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Kleiner, Fred S.; Mamiya, Christin J. Gardner's Art Through the Ages: The Western Perspective: Volume 1 (инг.). — Twelfth. — Belmont, California: Wadsworth Publishing (инг.)баш., 2006. — P. 12—4. — ISBN 0-495-00479-0.
- ↑ Hans Helbæk First Impressions of the Catal Huyuk Plant Husbandry // Anatolian Studies. — 1964. — № 14. — С. 121—123.
- ↑ MiljanaRadivojević et al.Repealing the Çatalhöyük extractive metallurgy: The green, the fire and the ‘slag’ // Journal of Archaeological Science. Available online 15 August 2017
- ↑ Mystery of 8,500-year-old copper-making event revealed through materials science 2017 йыл 3 сентябрь архивланған., 15-AUG-2017
- ↑ Bernhard Brosius. From Çayönü to Çatalhöyük. Inprekorr, 400/401, 24 — 29, 2005.
- ↑ Выплавка меди в Чатал-Хююке 8,5 тыс. лет назад не подтвердилась
- ↑ Анастасия Тарасова. Наследник Шлимана .
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Michael Balter The First Cities: Why Settle Down? The Mystery of Communities (инг.) // Science. — 1998. — № 5393.
- ↑ Recond number of experts to take part in Catalhoyuk excavations, Turkish Daily News (2006).
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 Christoffer Edens. Çatal Hüyük, The Story of Archaeology. — London: Phoenix Illustrated, 1997. — ISBN 1-85799-934-7.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Ian Hodder Women and Men at Çatalhöyük (инг.) // Scientific American. — Springer Nature, 2004. — № 1. — С. 67—73.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 T. Carter & M. S. Shackley Sourcing obsidian from neolithic Çatalhöyük (Turkey) using energy dispersive X-ray fluorescence // Archaeometry. — 2007. — № 49 (3). — С. :437—454..
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Ian Hodder This old house (инг.) // Natural History. — American Museum of Natural History, 2006.
- ↑ James Mellart. Çatal Hüyük: A Neolithic Town of Anatolia. — New York: McGraw-Hill Book Company, 1967. — С. 60 ff.
- ↑ Roger Highfield Oldest' wall painting looks like modern art // Telegraph.co.uk. — 2007.
- ↑ Aisling Irwin Turkish wall painting 'is first news story' // Telegraph.co.uk. — 1997. — № 28. july.
- ↑ A bird’s eye view — of a leopard’s spots. The Çatalhöyük ‘map’ and the development of cartographic representation in prehistory. 2013 йыл 25 июль архивланған. Anatolian Studies 56, 2006, pp. 1-16. Published by The British Institute of Archaeology at Ankara
- ↑ [https://naked-science.ru/article/history/tekstil-iz-chatal-hyuyuka-prolil-svet-na-to Unearthed textiles from Stone Age settlement reveals history of clothes making
- ↑ Sonya Atalay. Back to clay balls (25 июнь 2006). Дата обращения: 3 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Dexter Perkins Jr. Fauna of Çatal Hüyük: Evidence for Early Cattle Domestication in Anatolia (инг.) // Science. — 1969. — № 164(3876). — С. 177—179.
- ↑ M. P. Richards, J. A. Pearson, T. I. Molleson, Nerissa Russell og Louise Martin Stable Isotope Evidence of Diet at Neolithic Çatalhöyük, Turkey" (инг.) // Journal of Archaeological Science (инг.)баш.. — Elsevier, 2003. — № 30(1). — С. 67—76.
- ↑ Ancient proteins from ceramic vessels at Çatalhöyük West reveal the hidden cuisine of early farmers, 2018
- ↑ Fernand Braudel. The Mediterrannean in the Ancient World. — Allen Lane, 2001.
- ↑ 28,0 28,1 Anne Marie Carstens Çatalhöyük // SFINX. — 2006. — № 2.
- ↑ Leften Stavros Stavrianos. A Global History from Prehistory to the Present (инг.). — New Jersey, USA: Prentice Hall, 1991. — ISBN 0133570053. Pages 9-13
- ↑ R Dale Gutrie. The Nature of Paleolithic art (билдәһеҙ). — Chicago: University of Chicago Press, 2005. — ISBN 0226311260. Page 420—422
- ↑ Fielder, Christine Sexual Paradox:Culture . Sexual Paradox: Complementarity, Reproductive Conflict and Human Emergence. Christine Fielder and Chris King (2004). Дата обращения: 15 апрель 2009. Архивировано 10 февраль 2012 года.
- ↑ Museum of Antiquites web site 2007 йыл 21 ноябрь архивланған. (accessed February 13, 2008).
- ↑ Hodder, Ian. A Journey to 9000 years ago (17 ғинуар 2008). 7 август 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Hodder, Ian New finds and new interpretations at Çatalhöyük . Çatalhöyük 2005 Archive Report. Catalhoyuk Research Project, Institute of Archaeology (2005). Дата обращения: 15 апрель 2009. Архивировано из оригинала 26 сентябрь 2009 года.
- ↑ 35,0 35,1 Michael Balter A Long Season Puts Çatalhöyük in Context (инг.) // Science. — 1997. — № 286(5441). — С. 890—891.
- ↑ M. A. Pilloud & C. S. Larsen Official" and "practical" kin: Inferring social and community structure from dental phenotype at Neolithic Çatalhöyük, Turkey // American Journal of Physical Anthropology. — 2011. — № 145. — С. 519—530.
- ↑ 37,0 37,1 Peter K. A. Jensen. Menneskets oprindelse og udvikling. — G.E.C. Gads forlag, 1996. — ISBN 87-12-02987-4.
- ↑ Michael Balter Search for the Indo-Europeans (инг.) // Science. — 2004. — № 303. — С. 1323—1326.
- ↑ Mellaart. Earliest Civilizations. — С. 77.
- ↑ Теренс Маккенна. Чатал-Хююк. Из книги «Пища богов. Поиск первоначального Древа познания» 2009 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Zuzana Hofmanova.Palaeogenomic and Biostatistical Analysis of Ancient DNA Data from Mesolithic and Neolithic Skeletal Remains 2017 йыл 2 сентябрь архивланған., 2016
- ↑ Maciej Chyleński et al. Ancient Mitochondrial Genomes Reveal the Absence of Maternal Kinship in the Burials of Çatalhöyük People and Their Genetic Affinities // Genes 2019, 10(3), 20
- ↑ Reyhan Yaka et al. Variable kinship patterns in Neolithic Anatolia revealed by ancient genomes, April 14, 2021
- ↑ 44,0 44,1 globalheritagefund. GHF: Çatalhöyük (7 июнь 2007).
- ↑ Søren Bygbjerg. Her er verdens nye kulturarv, DR (3 июль 2012).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мелларт Дж. Древнейшие цивилизации Ближнего Востока . Пер. с англ. и комментарий Е. В. Антоновой. Предисл. Н. Я. Мерперта. Изд-во «Наука». М., 1982. 149 с. с ил.
- Mellaart James. Catal-Huyuk. A Neolithic town in Anatolia. Thames and Hudson. 1967. 233 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЧаталһөйүк Викимилектә |
- catalhoyuk.com — Чаталһөйүк рәсми сайты
- Чатал-Гуюк на сайте «Реконструкция» 2009 йыл 9 сентябрь архивланған.
- СОЦИАЛЬНАЯ РЕВОЛЮЦИЯ В ЭПОХУ НЕОЛИТА: ОТ ЧАЁНЮ К ЧАТАЛ-ГЮЮКУ 2012 йыл 14 май архивланған.
- Жизнь и проблемы в неолитическом поселении Чатал-Хююк. Неолитическая революция и ее последствия (youtube.com)
- Жизнь и проблемы в неолитическом поселении Чатал-Хююк. Неолитическая революция и ее последствия (текст)
Ҡалып:Неолит Ближнего Востока Ҡалып:Доисторическая Азия Ҡалып:Всемирное наследие в Турции