Чанышев Ринат Риян улы

Чанышев Ринат Риян улы (23 июль 1953, Салауат, БАССР) — СССР һәм Рәсәй инженер-төҙөүсеһе һәм ғалимы. Техник фәндәр докторы (2003).

Ринат Риян улы Чанышев
Тыуған көнө

23 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны

Салауат (ҡала), БАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

техника

Эшләгән урыны

ӨДНТУ

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Чанышев Ринат Риян улы 1953 йылдың 23 июлендә Ишембай ҡалаһының Салауат эшселәр ҡасабаһында (әлеге Салауат ҡалаһы) тыуа.

1975 йылда Өфө нефть институтын уҡып бөтә. Артабан Өфөлә төрлө ойошмаларҙа эшләй башлай. 1981 йылға тиклем — «Эре панелле йорттар төҙөү» тресында (1979 йылдан алып производствотехнология комплектациялау идаралығы баш инженеры), 1981 йылдан ВЛКСМ-дың Октябрь район комитетының 1-се секретары булып эшләй.

1983 йылдан алып Ринат Риян улы «БашкирБАМстрой» эре панелле йорттар төҙөү тресының Амур өлкәһендә Зея төҙөлөш идаралығы начальнигы вазифаһын биләй. 1985 йылдан — ӨНИ эргәһендәге «Уфареактив» аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар эксперименталь-тәжрибә заводы баш инженеры, 1991 йылдан башлап «Реактив» Дәүләт инженерлыҡ үҙәгендә гененраль директор урынбаҫары булып эшләй.

2003 йылда техник фәндәр докторы исемен яҡлай.

2008 йылдан алып ӨДНТУ-ның Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ-нда директор вазифаһын биләй.

Ринат Чанышевтың фәнни-производство тикшереүҙәре аҙ күләмле химия продукттарын, айырыуса таҙа реактивтарҙы һәм композицион материалдарҙы әҙерләүҙең инновацион технологияларын эшләүгә һәм ҡулланыуға индереүгә, Башҡортостанда фән һәм техника үҫешенең тарихын өйрәнеүгә бағышланған.

Чанышев 100-ҙән артыҡ ғилми эш һәм 1 уйлап табыуҙың авторы була.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Глицерин. Методы получения, промышленное производство и области применения. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)
  • Биологически активные производные глицерина. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)
  • История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов. Мәскәү, 2003 (авторҙ.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә