Чанги
Чанги - (груз. ჩანგი) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.
Этимологияһы
үҙгәртергәЧанги (ченг) - фарсы телендәге чан ( цано ) һүҙенән килеп ингән, Осман империяһында ла шул атама менән билдәле булған. Ғәрәп ярымутрауында исламға тиклем осорҙа был уйын ҡоралын саң, ҡаң йәки шуға оҡшаш һүҙҙәр менән аталған.
Тарихы
үҙгәртергәАрфа һунарсы йәйәһенә ҡылдар тартып көй сығарыр өсөн эшләнгән музыка ҡоралы.Иң боронғо һүрәте б.э.т. 4 мең йыл элекке таҡтаға төшөрөлгән булған[1]
Чанги мөйөшлө горизонталь арфа, таулы Сванети төбәгендә йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарғанда уйнайҙар. Кавказ төбәгендә был берҙән-бер христианлыҡҡа тиклем ҡулланылған һәм һаҡланып ҡалған арфа.
Чангиҙа ултырып, арфа кеүек үк ике ҡул бармаҡтары менән уйнайҙар.
1877 йылда Степанцминда (бэлекке Казбеги) ауылында, хәрби-грузин юлында урыҫ археологы Г.Д. Филимонов 200 объект тапҡан. Улар араһында бәләкәй генә музыкант һыны табылған, ул б.э.т. 6-сы быуатта эшләнгән булған. Уның ҡулындағы музыка ҡоралы свандарҙың ҡоралына бермә-бер оҡшаған [2]. Был Сванетияның төньяғы һәм Грузияның көнсығышындағы Хевсурети менән дөйөм музыкаль бәйләнештәр булыуын иҫбатлай [3] Сванетияла чанги б.э.т 4-се быуатта уҡ осрауы раҫланған [4] .
Был музыка ҡоралы ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Лия Долидзе, Кристиан Ханник, ты. А. Грузия . В: Стэнли Сэди (ред.): Словарь музыки и музыкантов New Grove . Том 9. Macmillan Publishers, Лондон, 2001
- Джозеф Джордания: Грузия . В: Тимоти Райс, Джеймс Портер, Крис Гертцен (ред.): Гарлендская энциклопедия мировой музыки . Том 8: Европа. Рутледж, Нью-Йорк / Лондон 2000
- Сюзанна Циглер: Грузия. В: Людвиг Финшер (ред.): Музыка в истории и современности . (MGG) Раздел 3, 1995
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вильгельм Штаудер: музыка шумеров , вавилонян и ассирийцев. В: Бертольд Спулер (ред.): Справочник по востоковедению. 1-й отдел Ближнего и Среднего Востока. Дополнение IV. Восточная музыка. EJ Brill, Лейден / Кельн 1970, стр. 174
- ↑ Вера Чихладзе: Музыкальные инструменты, обнаруженные в Грузии в результате археологических раскопок. В кн .: Гела Гамкрелидзе (ред.): Иберия - Колхида. Исследования по археологии и истории Грузии в классический и раннесредневековый период. Грузинский национальный музей, Тбилиси 2015, стр. 164
- ↑ Манана Шилакадзе: о региональном стиле в грузинской инструментальной музыке / Сванетия /. (PDF, 28 kB) В: Русудан Турцумиа, Джозеф Джордания (ред.): Второй международный симпозиум по традиционной полифонии. Международный исследовательский центр традиционной полифонии Тбилисской государственной консерватории. Тифлис 2006, стр. 396-401, здесь стр. 399
- ↑ Чанги