Чайырова
Чайырова (төр. Çayırova) — Төркиәнең Ҡожаэли провинцияһындағы ҡала һәм район.
Чайырова | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡожаэли |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 129 655 кеше (2018) |
Городское население | 82 494, 88 523, 93 640, 98 367, 103 536, 109 698, 117 230, 122 460, 128 135, 129 655, 134 146, 140 274 һәм 144 825 |
Тарихы
үҙгәртергәУның иҫке исеме — Гүзәлтепе. 1992 йылда ул — ҡала, ә 2008 йылда район тип иғлан ителә.
Министрҙар советы ҡарары менән 2008 йылда ҡала Ҡожаэли провинцияһының Гәбзә районынан айырылып сығып, айырым район булып ойоша. Ул Истанбул һәм Ҡожаэли провинциялары мәркәздәренә яҡын урынлашҡан.
Географияһы
үҙгәртергәЧайырова провинцияның баш ҡалаһы Измиттән яҡынса 50 саҡрым көнбайышҡараҡ урынлашҡан. Ул көнсығышта — Гәбзә, көньяҡта — Дарыджей һәм көнбайышта Истанбул провинцияһы менән сикләшә. Төньяҡтан уның янынан 80-се Европа трассаһы, ә көньяҡта D-100 магистрале үтә. Ул тулыһынса урбанизацияланған, майҙаны тулыһынса районға тура килә.
Анадолу тимер юлы Чайырова аша Истанбулдан Анкараға тиклем бара.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Был Төркиә тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |