Цимлян — Ростов төбәгенең Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Куберле — Морозовск тимер юлы станцияһы. Ростов өлкәһе Цимлянский районындағы Цимлянск ҡалаһында урынлашҡан.

Цимлян
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Хужаһы Северо-Кавказская железная дорога[d]
Рәсми асылыу датаһы 1951
Урынлашыу картаһы
Код станции 51990
Карта
 Цимлян Викимилектә

Цимлян станцияһы үҙенең барлыҡҡа иклеүе менән яҡындағы Цимлян ГЭС-ына бурыслы. Тимер юлы транспорты «бөйөк коммунизм төҙөлөшөнә» материалдарҙы, техника һәм эшселәрҙе ташыу өсөн уңайлы була. Лихая —Сталинград һыҙығындағы Морозовск станцияһын Куберле станцияһы менән тоташтырыу ҡарар ителә. Морозовск һәм Цимлян станциялары араһындағы яңы тимер юлының төньяҡ участкаһы 1949 йылдың октябрендә тапшырыла. 1949 йылдың сентябрь аҙағында Цимлян станцияһына беренсе пробалы поезд килә[1].

Цимлян станцияһы һәм уның эргәһендәге инеү юлдары гидроузел төҙөү осоронда ҡорамалдар һәм материалдарҙы бушатыу буйынса төп эштәрҙе башҡара. Цимлян гидроузелы төҙөлөшө идаралығы һәм судоходство каналы балансында ҡом, ваҡ таш һәм таш ташыу өсөн йөҙләгән вагон һәм платформа була. Был вагондарҙан карьерҙарҙан Цимлян һәм Добровольский (хәҙер Волгодонск) станцияларына тиклем түңәрәк маршруттар буйлап йөрөүсе махсус поездар барлыҡҡа килә. 1950 йылда вокзалдың бер ҡатлы бинаһы төҙөлә, уның үҙәк өлөшөндә билет кассалары менән көтөү залы, ә ҡабырға өлөшөндә станция буйынса дежурныйҙың һәм элемтә үҙәге урынлашҡан. 1952 йылдың йәйендә быуа буйлап хәрәкәт поездары асыла[1].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
    • Станцияның асыҡ майҙандарында һаҡланыуға мөмкин булған вагон йөктәрен ҡабул итеү-биреү.
    • Тик инеү урындарында һәм дөйөм ҡулланышта булмаған майҙансыҡтарҙа вагондарға тейәлә торған йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.
    • Станцияла 20 т күләмендәге универсаль контейнерҙарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү[2]

Төп хеҙмәтләндереү предприятиелары

үҙгәртергә
  • Цимлян судомеханика заводы
  • Цимлян нефть базаһы
  • Цимлян юл ремонтлау-төҙөү идаралығы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Поезд едет в Волгодонск. Блокнот. Дата обращения: 14 апрель 2017.
  2. Станция Цимлянская 2016 йыл 6 март архивланған.