Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Цимлянск ҡалаһындағы музей.
Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1998 |
Урынлашыуы | Цимлянск ҡалаһы, Ростов өлкәһе, Рәсәй |
Күрергә килеүселәр | 9000 |
Директор | Cумцова Галина Алексеевна |
Сайт | tsimlyansk-museum.ru |
Музей тарихы
үҙгәртергәМузейға нигеҙ 1998 йылдың 16 февралендә һалына[1]. Музейҙы ойоштороу башында Цимлянскиҙың хәрби һәм хеҙмәт даны тураһындағы материалдарҙы йыя башлайҙар. Хәҙерге ваҡытта музей фонды барлыҡҡа килгәс, иғтибар археологик ҡомартҡыларға, Цимлян станицаһы кешеләренең көндәлек тормошон , ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған экспонаттарға күберәк бүленә.
Музей экспонаттары алты коллекцияға бүленгән: «Археология», «Әйберҙәрҙән торған сығанаҡтар» (металл, ағас, быяла, керамика, туҡыма, таш, пластмасса әйберҙәр, зоологик һәм ботаник материалдар, антропологик коллекциялар), «Һүрәтләү сығанаҡтары» (графика, иконалар, скульптура), «Нумизматика» (тәңкәләр, орден, медалдар, жетондар, билдәләр, пакеттар хазиналар, маркалар, һалҡын һәм атыу ҡоралдары, ҡағыҙ аҡсалар), «Ҡорал» (һалҡын һәм атыу ҡоралдары), «Яҙма сығанаҡтар» (ҡулдан яҙылған һәм баҫма документтар, һирәк китаптар, фотоһүрәттәр, асылмалар).
2017 йылдың башында музей фонды Цимлян станицаһы, Цимлянск ҡалаһы , Цимлян электр станцияһын төҙөү, Бөйөк Дала эволюцияһына ҡағылышлы 5437 музей предметтарынан тора. Йыл һайын музей 9 меңдән артыҡ килеүселәрҙе ҡабул итә[2][3][4]. Музей йыл һайын уҙғарыла торған «Музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша[5][6], унда шулай уҡ даими рәүештә төрлө күргәҙмәләр үткәрелә[7][8][9].
Адресы
үҙгәртергәМузей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Цимлян ҡалаһы, Чехов урамы, 15.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Главы Администрации Цимлянского района № 79 от 1998 года
- ↑ МБУК «Цимлянский районный краеведческий музей»(недоступная ссылка)
- ↑ Цимлянский районный краеведческий музей
- ↑ Цимлянский краеведческий музей 2019 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Ночь музеев в Цимлянском районном краеведческом музее
- ↑ Ночь музеев в Цимлянском районном краеведческом музее(недоступная ссылка)
- ↑ Выставка в Цимлянске(недоступная ссылка)
- ↑ В Цимлянск приехала выставка из Ростовского краеведческого музея(недоступная ссылка)
- ↑ В Цимлянск приехала выставка из Ростовского краеведческого музея
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Музейҙың рәсми сайты
- Цимлян район тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимапияла