Ҡалып:Замок Царевец — Болгарияның төньяғындағы Бөйөк Тырново ҡалаһындағы урта быуат ҡәлғәһе.

Тарихы үҙгәртергә

Царевец һәм Трапезица убаларында беренсе нығытмаларҙы римдәр төҙөй. Хөҙерге ҡәлғәнән алда төҙөлгәне V быуатта, византиялылар арҡаһында барлыҡҡа килгән. VII быуатта уны славяндар емерә. Болгарҙар яңы ҡәлғәне Икенсе Болгар батшалығы ваҡытында, ҡала уның баш ҡалалһы булғас төҙөй[1]. Ул оҙаҡ ваҡыттар еңелмәҫ булып ҡала, әммә 1393 йылда, өс ай осадала тотҡандан һуң уны төрөк ғәскәрҙәре буйһондора, улар ҡаланы һәм нығытмаларҙы емерә[2]. Ҡәлғә емереклектәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана һәм урындағы әһәмиәттәге иҫтәлекле урын булып тора[1].

Һүрәтләнеше үҙгәртергә

Ҡәлғә Царевецтың Янтра йылғаһы урап аҡҡан 206 метрлыҡ ҡаялы убаһында урынлашҡан. б метрлыҡ болгар ҡәлғәһе стеналары боронғо Византия ҡоролмалары өҫтөнә күтәрелгән. Ҡәлғә территорияһында батша палаталары һәм Болгария сиркәүе патриархының һарайы булған[2]. Ҡәлғә туристарҙы ылыҡтырған һәм мәҙәни саралар үткәреү урыны булып тора[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Labourdette, Jean-Paul; Auzias, Dominique. Болгария. — Petit Futé. — P. 41—42. — ISBN 9785863942728.
  2. 2,0 2,1 Крепость Царевец. Allcastles.ru.

[[Категория:Бөйөк Тырново]