Цаленджиха соборы

Цаленджиха соборы йәки Ҡотҡарыусы Ғайса соборы (грузин теле: მაცხოვრის საკათედრო) - Грузияла, Самегрело-Земо Сванетия өлкәһенең Цаленджиха ҡалаһындағы урта быуат сиркәүе.

Цаленджиха соборы
груз. წალენჯიხის საკათედრო ტაძარი
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Цаленджихский муниципалитет[d]
Урын Самегрело — Земо-Сванети[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Цаленджиха соборы Викимилектә

Собор Грузин православ сиркәүе Зугдиди һәм Цаиши епрахияларының юрисдикцияһы ҡарамағында тора. Собор уникаль фрескалар серияһы менән билдәле[1]

Географик урыны үҙгәртергә

Сиркәү Грузияның көнбайышында Земо-Сванети төбәгенең Самегрело территорияһында, Зугдиди ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта, Цхенистскали йылғаһы буйында, Цаленджиха ҡалаһындағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә урынлашҡан.

Тарихы һәм архитектураһы үҙгәртергә

XII-XIV быуаттарҙа төҙөлгән Цаленджиха соборы һәм, икеһе ҡорамдың көньяғында, береһе төньяғына урынлашҡан өс аркалы галереянан торған тәреле сиркәү. Часовнялары Мингрелия кенәзлеге хакимдары Вахтанг Дадиани ғаиләһенең ғаилә часовняһы була. Сиркәү төньяҡ-көнбайыш мөйөштә ике ҡатлы манара диуарҙары менән уратып алынған. Ихатаның көнбайыш мөйөшөндә Дадиани һарайының емереклектәре һаҡланған. Сиркәүҙән көнбайышҡа ҡарай 40-50 м оҙонлоҡта һәм 3-4 м бейеклектәге ер аҫты үтеп йөрөү юлы үтә. 1960-1980 йылдарҙа сиркәү өлөшләтә тергеҙелә, боҙолған фрескалары алып ташлана.

Фрескалары үҙгәртергә

XVII быуатта боронғо фрескалар епископ Эудемон Джаиани ҡушыуы буйынса тергеҙелә, шул уҡ ваҡытта йәнәшәләге часовняның интерьеры Леван II Дадиани бойороғо буйынса яңы фрескалар менән биҙәлә. Был һуңғы сәнғәт өҫтәмәләренән беҙҙең көндәргә тиклем тик фрагменттар ғына килеп еткән, улар араһында часовняның көньяҡ диуарында Леван Дадиани ғаиләһенең портреты бар.

Оҫта Евгеникос картинаһы һуңғы палеология яңырыуында иң яҡшы өлгөләрҙең береһе булып тора. Сиркәү һынлы сәнғәтенең иконография программаһы ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡ. Грек яҙыуҙары менән бер рәттән аркаларҙағы фрескалар грузин телендә лә яҙылған. Күрәһең, урындағы рәссамдар күренекле грек оҫтаһына ярҙам иткән[2]

Әле ваҡытта фрескалар юғалыу ҡурҡынысы аҫтында һәм һаҡлау һәм тергеҙеүгә мохтаж[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Eastmond, Antony (2004), Art and Identity in Thirteenth-Century Byzantium: Hagia Sophia and the Empire of Trebizond, p. 135. Ashgate Publishing, Ltd., ISBN 0-7546-3575-9.
  2. Monuments of the Byzantine World. The Church of the Saviour at Tsalendjikha. Институт Информационных Технологий (ICS) Фонда по исследованиям и технологиям — Hellas (FORTH). Данные на 11 октября, 2007.
  3. Tsalenjikha на информационном портале «Tourism and Rest in Georgia».