Хәҙерге заман сәнғәте музейы (Скопье)

Хәҙерге заман сәнғәте музейы (макед. Музеј на современата уметност) Македония Республикаһының баш ҡалаһы Скопьела урынлашҡан.

Хәҙерге заман сәнғәте музейы
Музеј на современата уметност
Асылған ваҡыты 11 февраль 1964
Сайт msuskopje.org.mk
msu.mk/doma/
Логотип Викисклада Хәҙерге заман сәнғәте музейы Викимилектә

1963 йылда ҡаланың байтаҡ өлөшө ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелгәндән һуң, бөтөн донъя халыҡтары Скопьены тергеҙеү эшенә ярҙам иткән. Ҡалаға үҙ эштәрен бүләк иткән рәссамдар ҙа был эшкә үҙ өлөшөн индергән (улар араһында Джузеппе Сантомазо, Петар Лубарда булған). Эскерһеҙ (наивное) сәнғәтте йыйыусы (коллекционер) Герхард Ледич үҙенең йыйынтығын ҡалаға бүләк иткән. Рәссамдарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы (AIAP) үҙҙәренең октябрҙәге съезында коллегаларының башланғысын хуплаған, һәм емерелгән ҡала өсөн төрлө илдәрҙән сәнғәт әҫәрҙәрен һатып алыу сараларын ойошторған. 1964 йылдың 11 февралендә Скопье администрацияһы бүләккә бирелгән эштәрҙән Хәҙерге заман сәнғәте музейын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән[1].

1966 йылда «Юлбарыҫтар» варшава архитекторҙары төркөмө (Вацлав Клышевский, Эугениуш Вежбицкий һәм Ежи Мокжинский) яңы музей бинаһын проектлау конкурсында еңеп сыҡҡан[2]. Музей төҙөлөшө 1969 йылдың 5 апрелендә башланған, һәм 1970 йылдың 13 ноябрендә инде уны тантаналы асыу ойошторолған[1].

Коллекцияһы

үҙгәртергә
 
Музей интерьеры

Коллекция ике бүлеккә бүленгән: ватан һәм сит ил сәнғәте. Коллекцияның күп өлөшө XX быуаттың 50-се, 60-сы һәм 70-се йылдарында ижад ителгән эштәрҙән тора, шулай уҡ унда йөҙҙән артыҡ иртә модерн әҫәрҙәре күрһәтелгән[3].

Сит ил оҫталары

үҙгәртергә

Музейҙа Пабло Пикассо, Ханс Хартунг, Виктор Вазарели, Александр Колдер, Пьер Сулаж, Генрик Стажевский, Альберто Бурри, Кристо һәм Жан-Клод, Энрико Бай, Роберт Якобсен, Этьенн Айду, Золтан Кемени, Эмилио Ведова, Антони Клаве, Георг Базелиц, Андре Массон, Фернан Леже, Франтишек Музика, Эмиль Филла[3], Джаспер Джонс, Дэвид Хокни, Бернар Бюффе, Пьер Алешинский, Душан Джамоня, Ян Штурса кеүек һ. б. сит ил һынлы сәнғәт оҫталары (живописцы) һәм скульпторҙары[4] эштәре күрһәтелгән.

Македон оҫталары

үҙгәртергә

Музейҙа македон сәнғәте эшмәкәрҙәре Димитар Пандилов, Лазар Личеноски, Никола Мартиноски, Димо Тодоровски, Димитар Кондовски, Ристо Лозаноски, Петар Мазев, Душан Перчинков, Родолюб Анастасов, Танас Луловски, Йордан Грабулоски, Анета Светиева, Димитар Манев, Глигор Стефанов, Петре Николоски, Благоя Маневски, Йован Шумковски[3] һ. б. эштәре лә ҡуйылған.

 
Музей бинаһы

Биш мең квадрат метр майҙанлы бина бер-береһе менән тоташҡан өс корпустан торған һәм Һуңғы модернизм архитектураһы стилендә төҙөлгән. «Юлбарыҫтар» поляк архитекторҙары төркөмө проект авторҙары булып сығыш яһаған. Даими экспозициялар залы һәм ваҡытлыса күргәҙмәләрҙән башҡа, бында лекторий, 120 урынлыҡ кинотеатр, китапхана, архив, һаҡлағыс, ярҙамсы һәм административ биналар, шулай уҡ музей магазины һәм буфет ҡаралған булған[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Музеј на современата уметност. Историја (макед.). Музеј на современата уметност. Дата обращения: 7 апрель 2016. 2014 йыл 19 апрель архивланған.
  2. Кинга Неттманн-Мультановская. Скопье. Искусство солидарности. Польское радио (3 июнь 2015). Дата обращения: 7 апрель 2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Музеј на современата уметност. Колекција (макед.). Музеј на современата уметност. Дата обращения: 7 апрель 2016. 2016 йыл 17 апрель архивланған.
  4. Конечно отворена постојаната поставка во МСУ во Скопје (макед.). Порта3 (24 февраль 2014). Дата обращения: 7 апрель 2016.
  5. Музеј на современата уметност. Зграда (макед.). Музеј на современата уметност. Дата обращения: 7 апрель 2016. 2014 йыл 18 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә