Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы (Шахты)

1967

Иҫтәлекле урын
Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы
Ил Рәсәй
Урыны Шахты ҡалаһы, Ростов өлкәһе
Төҙөлөшө 19671967 йылдар
Тышҡы рәсемдәр
Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы

Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы — Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһында Дан майҙанында ҡуйылған монумент.

Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында 1967 йылдың ноябрендә, Октябрь революцияһының 50-йыллығына ҡуйыла. Комплексты төҙөүҙә һәм финанслауҙа ҡала предприятиеләре ярҙам итә. Антрацитовск руда ремонт заводы, «Глубокая» шахтаһы һәм Шахты ГРЭС-ы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең өлөшөн индерә.

Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы ҡоролмалары комплексы составына инә: стела, «Кем совет власын яулаған, нығытҡан һәм яҡлаған, шуларға» тигән яҙыулы таҡта һәм шахтер лампаһы. Стела һәм лампа Луганск өлкәһенең Антрацитовск руда ремонт заводында (АРРЗ)тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән. Стела постаментҡа ҡуйылған һәм биш саталы йондоҙ менән осланған, унда ошондай яҙыу бар: Советтар Союзы Геройҙары: Шапкин Николай Васильевич, Пульный Василий Фёдорович, Татаркин Пётр Евпсифович]], Горовец Александр Константинович, Федюнин Александр Кузьмич. Социалистик Хеҙмәт Геройы Андрианов Илья Петрович. Башта стелала «Октябргә Дан» тигән яҙыу була. Стела аҫтында сәскә түтәле эшләнгән.

Ун һигеҙ метрлыҡ стеланың ике яғынан постаментта, шахтерҙарҙың хеҙмәт батырлыҡтары һүрәтләнгән 35 метр оҙонлоғондағы горельеф ҡуйылған. Стела алдындағы майҙанда, сәскәләр үҫкән аллеяның ике яғынан, Советтар Союзы Геройҙары: Шапкин Н. В., Пульный В. Ф., Татаркин П. Е., Г. К. Горовецтың скульптуралары ҡуйылған. Горельефтың, шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары скульптураларының рәссамдары һәм скульпторҙары: РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Акользин Б. У., Ганьшин Л. И., Карагодин Н. А. һәм Демидович А. К. Мемориалды төҙөү буйынса эштәр менән Артемовск КПСС район комитеты һәм район советы башҡарма комитеты етәкселек итә. Монумент асылған көндә уның нигеҙенә Мамаев ҡорғанының, Миус-фронты һәм Билдәһеҙ һалдат ҡәберенең изге тупрағы һибелә. Һәйкәл өҫтөнән «Глубокая» шахтаһы, Шахты ҡалаһының 26-сы һәм 37-се мәктәптәре шефлыҡ итә.

  • Ерёмина Г. А. В памятниках города — его неповторимая судьба / Г. А. Ерёмина // К Вашим услугам. — 1988. — № 18 (30апр.). — С. 10.
  • Ерёмина, Г. А. И памятники тоже говорят / Г. А. Ерёмина // Тумба. — 2007. — № 7 (7 февр.). — С. 2.
  • Новиков, С. Горнякам посвящённые: [памятники, посвящённые шахтёрам]/ С. Новиков // Шахтинские известия. — 1997. — 22 авг. — С. 2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә