Хәләл ефет (хикәйә)

Хәләл ефетАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1895 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1895 йылда «Почин» урыҫ һуҙен яратыусылар йәмғиәтенең йыйынтығында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Хәләл ефет
Атамаһы Супруга
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1895
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Хәләл ефет» хикәйәһе 1895 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр шул уҡ йылда «Почин» урыҫ һуҙен яратыусылар йәмғиәтенең йыйынтығында Антон Чехов ҡултамғаһы менән «Хикәйә» атамаһы аҫтында А. Ф. Маркс тарафынан баҫылып сыға. Хикәйә «Почин» урыҫ телен яратыусылар йәмғиәтенең беренсе йыйынтығы өсөн яҙыла.

Чехов тере саҡта хикәйә немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.

Яҙыусы тере саҡта уның ижадын бик ныҡ иғтибар менән күҙәтеп баралар, уның әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡыйҙар һәм тикшерәләр. С. Т. Семенов иҫбатлауынса, Л. Н. Толстой был хикәйәне Чеховтың иң яҡшы хикәйәһе тип һанай. Ләкин Д. П. Маковицкий Толстойҙың хикәйәгә биргән баһаламаһын: «Әхлаҡи яҡтан бик насар әҫәр. Шулай булғылай тормошта, тик рәссам уның тураһында яҙырға тейеш түгел. Герой телеграмманы уҡый һәм ҡатынының уға хыянаты тураһында белә. Ҡурҡыныс картина; йәмәғәте тағын 25 һум аҡса һорай»[1].

Аноним автор «Хәләл ефет» хикәйәһе тураһында: «Был — бары тик еңелсә генә һүрәтләнә башлаған эскиз, ул тормошта осрай торған әшәке, боҙоҡ һәм ҡомағай ҡатын менән уның мәңгелек ҡыҙғаныу, шикләнеү, ирлек намыҫын юғалтыу, ҡаты үпкәләү арҡаһында тормошо ҡыйралған ирҙе күрһәткән әҫәр»[2] тип әйтә.

Тәнҡитсе Ю. Николаев «Хәләл ефет» хикәйәһенең авторын П. Д. Боборыкин («С убийцей») Һәм И. Н. Потапенко («Клавдия Михайловна») кеүек яҙыусыларға ҡапма-ҡаршы ҡуя, сөнки был авторҙар инсафлы һәм дини ҡатын-ҡыҙ типтарын һүрәтләүсе һүҙ оҫталары булып тора, -тип яҙа.

Төгө сәғәт беренсе. Табип Николай Евграфыч иртә таңдан ҡайтасаҡ хәләл ефете Ольганы көтә. Шулай көткән саҡта ул ҡатынының бүлмәһендә ниндәйҙер Мишелдең Монто-Карлонан инглиз телендә яҙып ебәргән телеграммаһын табып ала. Телеграмма ҡәйнәһе исеменә яҙылған була. Телеграмма Николай Евграфычтың ҡатынына яҙылған Яңы йыл менән ҡотлау хаты булып сыға Унда телеграмма авторы һөйгәненең һаулығы өсөн әсә һәм уны мең тапҡыр үбә тип яҙылған була.

Николай Евграфыч Ольга менән ете йыл йәшәү дәүерендә уны бер нисә тапҡыр уға хыянатта тота. Әле лә уның иҫендә, нисек итеп уның хәләл ефетен Монто-Карлонан килгән Мишель (Михаил Иваныч Рис) менән таныштырғандары. Шул таныштырыуҙан һуң ҡатыны таң алдынан ғына өйөнә ҡайта башлай һәм иренән сит ил паспорты һорай. Бергә тормош көткән саҡта Ольга уға гелән хәсрәт-ҡайғы килтерә һәм уны бурысҡа ғына батыра. табип туберкулез менән сирләп киткәс, Ольга ҡайғылы төҫ менән табибҡа Ниццаға барып дауаланырға кәңәш бирә. табип эштең нимәлә булыуын бик яҡшы аңлай: ҡатынының һөйәркәһе Мишель Монте-Карлола йәшәй.

Ҡатыны иртәнге сәғәт биштә өйөнә ҡайтып инә, һәм Николай Евграфыч уға айырылышырға тәҡдим итә. Ольга тәҡдимғә риза булмай. Ул үҙенең йәмғиәттә тотҡан урынын юғалтҡыһы килмәй, сөнки бер йылдан һуң һөйәркәһе уны ташлаясағын яҡшы аңлай.

  • Чехов А. П. Супруга // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • L'Épouse, notes page 1018, Tome III des Œuvres d’Anton Tchékhov, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • L’Epouse, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard,Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Д.П. Маковицкий. Яснополянские записки. У Толстого. 1992 г. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Новости дня». 1895, № 4233, 25 марта

Һылтанмалар

үҙгәртергә