Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы

(Хәкимов Рафаэл Рөстəм улы битенән йүнәлтелде)

Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы (4 июнь 1990 йыл, Өфө, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфө «Салауат Юлаев» командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Череповецкиҙан «Северсталь» хоккей клубының уйынсыһы.

Рафаэл Рөстәм улы Хәкимов
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

180 см

Ауырлығы

73 кг

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

4 июнь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (34 йәш)
Өфө, СССР

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2008—ә.в.
Хоккейсы карьераһы

Карьераһы

үҙгәртергә

«Толпар» командаһында

үҙгәртергә

Өфөлә тыуған Рафаэл Хакимов — «Салауат Юлаев» спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе. «Салауат Юлаев-2» командаһы өсөн ул тәү тапҡыр 2008 йылда Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында уйнай.

2009 йылда Йәштәр хоккей лигаһы ойошторолғас, «Толпар» йәштәр командаһы составында Хәкимов ошо лигаға күсә. Тәүге миҙгелдең даими чемпионатында ул 27 уйында ҡатнаша. Плей-офф уйындарында иһә Рафаэль 12 осрашыу уҙғара, шуларҙың туғыҙы еңеү менән тамамлана. Шулай ҙа «Толпар» финалға уҙа алмай, бары тик бронза миҙалдарға ғына лайыҡ була.

Алдағы миҙгел Рафаэл өсөн уңышлыраҡ була. 40 уйын даими чемпионатта, 14 — Харламов кубогында. Хәкимов тағы ла плей-офф уйындарында команданың төп ҡапҡасыһы була һәм икенсегә ЙХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын ала. Рафаэл Өфөлә үткән ЙХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. Шулай уҡ ул ЙХЛ йыйылма командаһы «Красные Звезды» составына керә һәм Төньяҡ Америкала өс уйында ҡатнаша (икәүһен еңә). Хәкимов өс тапҡыр (сентябрь, февраль һәм март) айҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә. Ул Владислав Третьяк исемендәге миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡасыһына бүләккә лайыҡ була.

2011/2012 йылдар миҙгелендә даими чемпионатта 37 осрашыу уҙғара, шуларҙың егерме икеһен еңә. Тик плей-офф уйындарында ул бер уйында ғына ҡатнаша. «Толпар» 0-3 серияла иҫәбе менән «Кузнецкие Медведи» командаһына тәүге раундта еңелә. Рафаэл шулай уҡ «Красные Звезды» составында Америкала ике уйын уҙғара[1].

Рафаэл Хәкимов Йәштәр хоккей лигаһыда бөтәһе 131 уйын уҙғара, шуларҙың һикһән алтыһында еңә. Ул боҙҙа 7418 минут була һәм 15 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра.

КХЛ менән ЮХЛ

үҙгәртергә

2012/2013 йылдар миҙгелендә Рафаэл нефтекаманың «Торос» составында Юғары хоккей лигаһында үткәрә. Тәүге уйынын ул 2012 йылдың 29 сентябрендә «Локомотив-ЮХЛ» командаһына ҡаршы осрашыуҙа үткәрә. Ярославль командаһы файҙаһына иҫәп 4:2 булғанда Владимир Сохатскийҙы алмаштыра һәм боҙҙа 20 минуттан саҡ ҡына күберәк була. Шул миҙгелдә икенсе һәм һуңғы тапҡыр ул ҡапҡаға 4 декабрҙә тора һәм 16 минут боҙҙа үткәрә. Плей-офф уйындарында ул бер тапҡыр ҙа ҡатнашмай.

2013/2014 йылдар миҙгелендә даими чемпионатта 18 осрашыу үткәрә һәм яртыһын еңә. Үҙенең тәүге тулы уйынын 2013 йылдың 13 декбрендә үткәрә («Торос» 1:2 иҫәбе менән «Спутник» командаһына еңелә). 27 декабрҙә «Кристалл» менән осрашыуҙа тәүге уйынын ота (2:1). Ә киләһе уйында беренсе тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Бөтәһе шул даими беренселекте өс тапҡыр бер уйында бер шайба ла үткәрмәй. Братина кубогы уйындарында Рафаэлға 11 осрашыуҙа ҡатнашырға тура килә (дүртәүһен еңә). Шунда «Торос» ярымфиналда отола һәм Юғары хоккей лигаһының көмөш миҙалдарын ала. Шулай уҡ Рафаэл Континенталь кубогында бер осрашыу уҙғара.

2014/2015 йылдар миҙгелен Рафаэл Хәкимов Новокузнецкиҙың «Металлург» хоккей клубында уҙғара. Ул Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын 13 сентябрҙә уҙғара. Тәүге тулы уйынын ул 10 октябрҙә Омскиҙа «Авангард» командаһына ҡаршы осрашыуҙа үткәрә. Шул уйында ул тәүге еңеүен ала һәм беренсегә лигала ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Шул миҙгелдә Рафаэл 42 матчта ҡатнаша (алтауһын еңә). Ул бер тапҡыр аҙнаала иң яҡшы ҡапҡасы тип таныла[2]. Рафаэл өс тапҡыр ҡапҡаһына бер гол да үткәрмәй. «Металлург» көнсығыш конференцияһында 13-се урында урынлаша һәм плей-офф уйындарына эләкмәй.

2014/2015 йылдар миҙгеле тамамланғас Рафаэл Өфөгә ҡайта һәм «Салауат Юлаев» менән килешеү төҙөй[3]. 1 сентябрҙә «Автомобилист» менән уйында ул Владимир Сохатскийҙы алмаштыра һәм алты минут боҙҙа үткәрә. Рафаэл КХЛ даими миҙгелендә һәм плей-офф уйындарында башҡа бер осрашыу ҙа үткәрмәй. Шул уҡ ваҡытта Хәкимов «Торос» өсөн ЮХЛ даими миҙгелендә уйнай. Ул 22 уйында ҡатнаша һәм 13 осрашыуҙа еңә. Тағы ла Рафаэл үҙенең ҡапҡаһын 4 тапҡыр «ҡоро» ҡалдыра.

2016 йылдың 4 май көнөндә Хәкимов ҡатнашлығында «Салауат Юлаев» һәм «Нефтехимик» командалары араһында алмашыу була. Рафаэл менән Кирилл Кабанов Түбәнге Камаға йүнәлә, ә Өфөгә ҡапҡасы Иван Федотов күсә[4]. Рафаэл аҙаҡтан Өфөгә үсекмәүен белдерә[5]. Яңы команда өсөн ул 3 уйын үткәреп өлгөрә һәм береһенән еңелә. «Нефтехимик» фарм-клубы «Ариада-НХ» өсөн ЮХЛ-да ике уйын ғына үткәрә һәм икеһенән дә еңелә. 2016 йылдың 24 декабрендә Нижнекамск командаһы Рафаэлде Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубына алмаштыра[6]. Новокузнецк өсөн Рафаэл 12 осрашыу уҙғарып өлгөрә, шуларҙың береһен генә еңә, ә «Металлург» миҙгелде лигала һуңғы булып тамамлай. 2017 йылдың 3 май көнөндә «Нефтехимик» һәм «Металлург» яңынан Хәкимовты Андрей Кареев менән алмаштыралар[7].

2017 йылдың 28 майында Рафаэлдең ЮХЛ-дан «Нефтяник» хоккей клубы менән контракт төҙөүө билдәле булды[8]. Даими миҙгелдең етенсе менән 21-се аҙналарында һәм март айында иң яҡшы ҡапҡасыһы итеп Рафаэл таныла[9][10]. «Нефтяник» даими миҙгелдә өсөнсө урынды яулай, Петров кубогы өсөн плей-оффта Татарстан командаһы «Ценг Тоу» һәм «Сокол» хоккей клубтарын серияла 4-0 иҫәбе менән ота, тик ярымфиналда ғына «СКА-Нева» командаһына отола һәм көрәштән төшөп ҡала. Рафаэл был миҙгелдә барыһы 47 уйында ҡатнаша һәм 28 еңеү яулай, ә плей-оффта күрһәткән кире ҡағылған шайбалар проценты һәм ышаныслыҡ коэффициенты буйынса ул иң яҡшы ҡапҡасы була. Хәкимов «Нефтяник» менән Юғары хоккей лигаһының бронза миҙалдарына лайыҡ була.

2018 йылдың 1 май көнөндә Рафаэл Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубы менән тағы контракт төҙөй[11]. Даими миҙгелде «Металлург» 11-се урында тамамлай, ә Рафаэл 45 уйындың 23 осрашыуында еңеү яулай — был лигала бишенсе күрһәткес була. Новокузнецк командаһы Петров кубогының тәүге этабында «Зауралье» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм миҙгелде тамамлай. 2019 йылдың 1 майында — трансфер тәҙрәһә асылған көндә Хәкимов Череповецкиҙан «Северсталь» хоккей клубы менән контракт төҙөй[12].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Рәсәй чепионатының бронза миҙалсыһы — 2015/2016
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/2016
  • ЙХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2010/2011
  • ЙХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2011
  • ЙХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2009/2010, 2010/2011
  • ЮХЛ чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2013/2014
  • ЮХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2018/2019

Статистика

үҙгәртергә
Һуңғы яңыртыу: 1 август 2019

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, «0» — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2008/2009 Салауат Юлаев-2 Беренсе лига 3 3 1
2009/2010 Толпар ЙХЛ 27 17 3 1454 60 4 2.48 89.6 12 9 2 698 24 0 2.06 92.2
2010/2011 Толпар ЙХЛ 40 29 6 2342 70 8 1.79 93 14 9 3 827 39 2 2.83 90.8
2011/2012 Толпар ЙХЛ 37 22 8 2036 93 1 2.74 90.7 1 0 1 60 6 0 6 80.6
2012/2013 Торос ЮХЛ 2 0 0 39 1 0 1.52 94.4
2013/2014 Торос ЮХЛ 18 9 6 1012 33 3 1.96 90.8 11 4 6 616 27 0 2.63 88.6
2014/2015 Металлург Нк КХЛ 42 6 21 2007 96 3 2.87 91
2015/2016 Торос ЮХЛ 22 13 5 1312 37 4 1.69 93.5
2015/2016 Салауат Юлаев КХЛ 1 0 0 6 0 0
2016/2017 Нефтехимик КХЛ 3 0 1 90 4 0 2.64 90.5 Команданан китә
2016/2017 Ариада-НХ ЮХЛ 2 0 2 119 5 0 2.51 90.6
2016/2017 Металлург Нк КХЛ 12 1 6 603 31 0 3.08 91.6 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2017/2018 Нефтяник ЮХЛ 35 20 6 1888 55 7 1.75 93.4 12 8 2 693 16 1 1.39 94.4
2018/2019 Металлург Нк ЮХЛ 45 23 16 2572 95 5 2.22 93.4 4 1 3 242 10 1 2.48 91.8
2019/2020 Северсталь КХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 104 68 17 5832 223 13 2.29 91.3 27 18 6 1585 69 2 2.61 90.9
Бөтәһе ЮХЛ-да 124 65 35 6943 226 19 1.95 93.1 27 13 1 1511 53 2 2.05 91.8
Бөтәһе КХЛ-да 58 7 28 2708 131 3 2.9 91.1

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Рафаэл Хәкимов ҡатыны Эвелина менән 2016 йылдың 28 ноябрендә тыуған улдарын тәрбиәләй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Үткән:
Дмитрий Волошин
Владислав Третьяк исемендә бүләк еңеүсеһе:
Рафаэл Хәкимов
Киләһе:
Эдуард Рейзвих