Хурамшин Иштимер Шәғәли улы
Иштимер Шәғәли улы Хурамшин (15 август, 1951 йыл, БАССР, Салауат районы, 1-се Иҙелбай ауылы) — табип-невролог, медицина фәндәре кандидаты. «Янғантау» шифаханаһы директоры (1994—2001). Башҡортостан Репсубликаһының атҡаҙанған табибы.
Хурамшин Иштимер Шәғәли улы |
Биографияһы
үҙгәртергә1968 йылда Арҡауыл урта мәктәбенән һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға ингән. Институтты тамамлағандан һуң, район һәм ҡала дауаханаларында невролог булып эшләгән.
Ординатурала, аспирантурала уҡыған, Диссертация яҡлаған, медицина фәндәре кандидаты.
Тормош юлы
үҙгәртергә1994 йылдан 2001 йылға саҡлы «Янғантау» шифаханаһы директоры булып эшләгән. Ғәмәлдәге хеҙмәте менән бер рәттән неврологик сирҙәрҙең килеп сығыу мәсьәләләре буйынса тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә.
50-нән аптыҡ ғилми баҫмалары бар. Шулар араһында Янғантау быуының нервы ауырыуҙарын дауалауҙағы файҙаһы хаҡында яҙылғандары ла бар. "Формирование теплогенеративного процесса и лечебных факторов курорта «Янган-Тау» тигән китабы шифахана табиптары һәм физиотерапевтарға тәғәйенләнгән. Был хеҙмәтендә ғалим Янғантау ҡуйынында барған йылы һаҡлауҙың килеп сығышы һәм үҫеше, йәғни термаль депрессия сәбәптәрҙе билдәләй һәм киләсәк торошон фаразлай.
Иштимер Шәғәли улы тыуған Республикабыҙҙың, Салауат районының тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул «Салауаттар» йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Яҡташтарына хәстәрлекле ҡарашы менән ярҙам итә.
Наградалары
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 326-32ҙ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хурамшин И. Ш. Формирование теплогенеративного процесса и лечебных факторов курорта «Янган-Тау», 2007 год.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Врач - Иштимер Шагалеевич Хурамшин 2018 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Отзывы