Хроматин
Хроматин (грек. χρώματα — төҫ, буяу) — хромосома матдәһе; ДНК, РНК һәм аҡһымдарҙың комплексы булып тора.
Хроматин | |
Хроматин Викимилектә |
Хроматин эукариот күҙәнәк ядроһы эсендә урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең нуклеоиды составына инә. Тап хроматин составында генетик мәғлүмәт тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ, ДНК-ың репликацияһы һәм репарацияһы башҡарыла[1].
Хроматиндың ҡоро массаһы 25-40 % тирәһе гистон аҡһымдарынан тора.[2].
Гистон аҡһымдары хромосоманы төрөүҙә ҡатнашҡан нуклеосомаларҙың компоненты булып тора.
ДНК молекулаһының төҙөлөш кимәлдәре
үҙгәртергә- Беренсе кимәл: нуклеосомалар йыш итеп урынлашып, мәрйендәр теҙмәһенә оҡшаш структура барлыҡҡа килтерә.
Нуклеосома гистондары дүрт төрлө: H2A, H2B, H3 һәм H4.
Улар коров гистон тип атала. Һәр нуклеосома составында уларҙың икешәр молекулаһы инә. Бөтәһе һигеҙ аҡһым молекулаһы. Улар менән ДНК молекулаһының 140 тирәһе нуклеотид оҙонлоғо тирәһе өлөшө төрөлгән була.
Нуклеосомдар араһы линкер тип атала. Был ДНК-ың 60 нуклотид оҙонлоғо өлөшөнөң H1 гистоны менән бәйләнештә булған урыны. Линкерҙар нуклеосомаларҙы бер-береһенә яҡынайтыу эшен башҡара[3].
- Икенсе кимәл:8-10 нуклесома глобула формаһында төрөлөп нукломерҙар барлыҡҡа килтерә (30нм ҡалынлығындағы фибрилла).
- Өсөнсө кимәл: нукломер фибриллалар гистон булмаған аҡһымдар ярҙамында ныҡытылған күп һанлы элмәктәр — хромомерҙар хасил итә.
- Дүртенсе кимәл: хромонема — хромомерҙарҙы яҡынайтыу иҫәбенә хроматин ебен ҡыҫҡартыу.
- Бишенсе кимәл: хромонема (хроматидалар) спираль төрөлөп, тығыҙ тәнсә — хромосоманы барлыҡҡа килтерә.
Хромосомаларҙың морфологияһын тап ошо кимәлдә — конденсацияның иң юғары дәрәжәһенә еткән сағында өйрәнәләр. Был метафазаның аҙағы һәм анафазаның башына тура килә.
Асыҡ хроматин
үҙгәртергәАсыҡ хроматин — ДНК -ың мәхрүм нуклеосомаһыҙ һәм эшкәртеү ДНК-синтетеза тәьҫиренә I гиперһиҙгер өлөштәре. Асыҡ хроматин йыш ҡына ДНК -ың регулятор өлөштәре менән бәйле.
Хроматиндың конденсация схемаһы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Жимулев И. Ф. Общая и молекулярная генетика. — 1. — Новосибирск: Издательство Новосибирского университета, 2002. — 459 с. — 2000 экз. — ISBN 5761505096.
- ↑ Биологический энциклопедический словарь / Гл.ред. М.С.Гиляров. — М.: Сов. энциклопедия, 1986. — 831 с.
- ↑ Bruce Alberts, Alexander Johnson, Julian Lewis, Martin Raff, Keith Roberts, Peter Walter. Molecular Biology of the Cell. — 5. — Garland Science, 2008. — 1392 с. — ISBN 0815341059.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- P. s. Rao Suhas, et al.(2014). 3D principles of human map of A at the kilobase reveals genome looping chromatin resolution. Cell, DOI:10.1016/j.cell.2014.11.021
- Jesse Dixon R., U. Gorkin David, Ren Yahoo (2016). Chromatin Domains: The Organization of Chromosome Unit. Cell Molecular. DOI:10.1016/j.molcel.2016.05.018 Күҙәтеү, хроматинды структур ойошмаһы арналған домен
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
- Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
- А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.