Хор Вирап
Хор Вирап (әрм.Խոր Վիրապ — тәрән зиндан) — Төркиә менән сиктәш әрмән монастыры[2]. Монастырь үҙенең Арарат тауы итәгендә урынлашыуы менән билдәле, унда риүәйәттәргә ярашлы Туфан һыуы күтәрелгәндә Нух кәмәлә була.
Хор Вирап | |
әрм. Խոր Վիրապ | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Лусарат[d][1] |
Епархия | Араратская епархия[d] |
Архитектор | Нерсес III Тайец[d] |
Архитектура стиле | армянская архитектура[d] |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Адрес | 0,7 կմ հվ[1] |
![]() | |
Указания, как добраться | 0,7 կմ հվ |
![]() |
ТарихыҮҙгәртергә
Монастырь ер аҫты төрмәһе өҫтөндә урынлашҡан, унда риүәйәт буйынса, әрмән батшаһы Трдат III 301 йылдар тирәһендә 15 йыл дауамында изге Мәғрифәтсе Григорийҙы христианлыҡҡа күскәнгә тиклем тотоҡонлоҡҡа бикләгән. Бөтә Әрмәнстан 301 йылда христианлыҡ ҡабул итә, шулай итеп ул христиан динен ҡабул иткән беренсе дәүләт була[3]
Монастырь Әрмән Апостол сиркәүенең рухи үҙәге булып тора, унда бөтә әрмәндәр Католикосының резиденцияһы урынлаша.
Хор Вирап убаһы боронғо Әрмәнстандың баш ҡалаһы Арташатта урынлашҡан, беҙҙең эраға тиклем 180 йылда Арташесидтар династияһынан батша Арташес I тарафынан төҙөлгән. Башта сиркәү Мәғрифәтсе Григорий бикләнгән ер аҫты ҡыуышлығы өҫтөндә төҙөлә. Ул бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған 1661 йылда төҙөлгән зинданға инеү урыны изге Григорий сиркәүендә урынлашҡан. Ер аҫты төрмәһенең тәрәнлеге 3 м алып 6 м тиклем.
Монастырь биләмәһендә, шулай уҡ уның. үҙәк өлөшөнә ҙур Сурба Аствацацин сиркәүе урынлашҡан (Пресвятая Богородица), ул XVII быуат уртаһында төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта монахтар хөжрәһе һәм монастырь үҙе төҙөлә. Хәҙер был урын әрмәндәрҙең иң билдәле ғибәҙәт ҡылыу урыны булып тора. Сиркәүҙә даими ғибәҙәттәр үткәрелә.
АрхитектураһыҮҙгәртергә
- Сиркәү
Сиркәү V быуатта Мәғрифәтсе Григорий ер аҫты ҡыуышлығы тирәләй эзбизташтан төҙөлгән[4]. Аҙаҡ монастырь сиркәү харабалары тирәләй төҙөлә. Сиркәү өҫтөндә ун ике мөйөшлө барабан, унда көмбәҙ урынлашҡан. Миһраб апсидаһының биҙәлеше бай. Күп әрәмн сиркәүҙәрендә миһраб көнсығышта урынлашып, сиркәү үҙе көнсығыштан көнбайышҡа табан йүнәлһә лә, был сиркәү төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлгән.
- Зиндан
Мәғрифәтсе Григорий интеккән зиндан төп сиркәүҙән көньяҡ-көнбайышта, изге Григорий сиркәүе аҫтында урынлашҡан. Сиркәү ярым түңәрәк апсида менән бәләкәй базиликанан ғибәрәт. Ике ер аҫты ҡыуышлығынан, Мәғрифәтсе Григорий бикләнгән ҡыуыш алыҫыраҡ. Тәрәнлеге — 6 метр, киңлеге — 4,4 метр. Бәләкәй бүлмә һәм бормалы баҫҡыстар ер аҫтына алып бара.
ГалереяһыҮҙгәртергә
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
- Армянская архитектура
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=3.49/1 — 2017.
- ↑ "The Main Sightseeings of Armenia:Khor Virap Monastery" (pdf).. — Portfolio Enterprise..
- ↑ Принятие христианства Арменией в 301 г. . HayasaNews.(недоступная ссылка)
- ↑ Монастырь Хор Вирап, Армения . Advantour.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Хор Вирап Armenica.org
- Информация о монастыре Хор Вирап (на англ. яз.) 2019 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған.
- Хор Вирап (неопр.). «Армянское наследие».