Хороли йырыны — тәбиғәт ҡомартҡыһы (Ростов өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы 46-сы ҡарары, 15.08.95 йыл). Ростов өлкәһе Зерноград районында урынлашҡан.

Хороли йырыны
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты15 август 1995
Урынлашыуы
46°59′24″ с. ш. 40°44′05″ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Хороли йырыны
Ростов өлкәһе
Точка
Хороли йырыны
 Хороли йырыны Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Сармат бельвалийы

«Хороли» йырыны Ростов өлкәһе Зерноград районында урынлашҡан. Ростов өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы 46-сы ҡарарына ярашлы 15.08.95 йылда айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерелгән. 1995 йылдың 7 авгусында Хороли тәбиғәт паркын заказник режимлы итеп төҙөйҙәр. Һәйкәл майҙаны яҡынса 500 га тәшкил итә, уның территорияһында Зерноград һәм Новокузнецовка ауылы урынлашҡан[1].

Тәбиғәт һәйкәле АООТ "Учхоз Зерновое " ерҙәре сиктәренән алып (9-сы көтөү гурты участкаһынан башлап) төньяҡҡа табан ТПХ «Маныч» ерҙәре сиктәренә тиклем һуҙылған.

Болон-дала үҫемлектәр донъяһының төрлөлөгөн тәбиғәт ҡомартҡыһы үҙ эсенә ала. Урындағы флорала шул ерҙә таралған ареал үҫемлектәре осрай. Уларға етен, тамырлы яран һәм башҡа һаҡлауҙы талап иткән һирәк осраусы үҫемлектәр төрө инә: сармат бельвалийы, иҙел майкараганы, матур ҡылған һ.б.

Хороли йырынында күп дала хайуандарының ғүмерен һаҡлау һәм уларҙың йәшәүе өсөн оптималь шарттар булдырылған. Ҙур булмаған майҙанды биләгән болондарҙа төрлө хайуандар осрай. Шул уҡ ваҡытта антропоген факторҙар уларға хәүеф менән янай. Тәбиғәт ҡомартҡыһы бар яҡтан да һөрөнтө ерҙәр менән һәм юлдар менән сиктәш. Бындай шарттар тәбиғәт ҡомартҡыһында йәшәгән хайуандар өсөн хәүефле һәм хайуандарҙың төрлөлөгөн кәметеү ҡурҡынысы менән янай. Тәбиғәт һәйкәле ағартыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм ғилми эштәр алып барыу эһәмиәтенә эйә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә