Хорениа сиркәүеГрузияла Ахалкалаки муниципалитетының Хоспио общинаһы Хорениа ауылындағы грузин архитектура ҡомартҡыһы. Сиркәү X быуатта төҙөлгән, әммә һуңыраҡ реставрациялана һәм тергеҙелә. Биналағы алты яҙыуҙың береһе лә әлеге мәлдә аныҡ уҡылмай, әммә уларға ҡарата төрлө авторҙарҙың һылтанмалары бар. Ҡорамда рельефтағы һүрәт бигерәк тә иғтибарға лайыҡ, ике һүрәт бер -береһенән ныҡ айырыла. Сиркәүҙең фасадтары ҡыҙғылт базальт таштар, һуңыраҡ һоро төҫтәге таштар менән биҙәлгән. Барельефтар менән бай биҙәлгән. Семәрле үремтәгә тәре ҡуйылған. ағастар мкнән уратып алынған ике ирҙең һүрәте урынлашҡан. Панелдең өҫкө өлөшөндә ике яҡтан геометрик фигуралар бар. Көньяҡ фасад төрлө фигуралар менән биҙәлгән. Һуңыраҡ сиркәүгә ҡапҡа төҙөйҙәр. Уларҙы һуңғы йылдарҙа ике тапҡыр ҡоралар[1]; Зыяратында күп һанлы боронғо ҡәбер таштары ята.

Хорениа сиркәүенә 2006 йылда Грузия президенты указына ярашлы Грузияның дәүләт әһәмиәтендәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы категорияһы бирелә[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის კულტურის უძრავი ძეგლების სია

ბერძენიშვილი ნ., ჯავახეთის 1933 წლის ექსპედიციის დღიური, საქართველოს ისტორიის საკითხები I, თბ., 1964, გვ. 105-106. ხარაძე კ. ჯავახეთის ხუროთმოძღვრული და ბუნების ძეგლები, სოფელი დიდი ხორენია, თბ; 2003. გვ. 52-53. ცისკარიშვილი ვ. ჯავახეთის ეპიგრაფიკა როგორც საისტორიო წყარო, ხორენიას წარწერა, თბ., 1959, გვ. 60-61.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ხარაძე კ. ჯავახეთის ხუროთმოძღვრული და ბუნების ძეგლები, სოფელი დიდი ხორენია, თბ; 2003. გვ. 52-53
  2. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ