Хольстентор[2][3][4][5][6][7][8][9][10], Хольштентор[11], Холстентор[12] (нем.Holstentor [Хольстентор] [ˈhɔlˌstentoːʁ]«Голштин ҡапҡалары») — эске ҡаланың төньяҡ-көнбайыш яғында Любектың урта быуат ҡала ҡапҡалары, исемен Голштиния тарихи урынынан алған, уға ҡапҡалар аша үткән юл алып бара. Төньяҡ-европа архитектураһының «кирбес готикаһы» стилендәге ҡомартҡы. Ҡаланың, Ганзаның һәм бөтә Төньяҡ Германияның архитектура ландшафтының тарихи символы. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы объекты.

Хольстентор
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Любек[d][1]
Урынлашҡан урамы Holstentorplatz[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле кирпичная готика[d]
Ҡат һаны 4
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Рәсми сайт luebeck.de/tourismus/sig…
Надпись S.P.Q.L. һәм Concordia domi foris pax
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Holstentor[d]
Карта
 Хольстентор Викимилектә

Ҡапҡалар Ганзаның эре үҙәге— Любектың ҡала ҡәлғә нығытмалары системаһына инә. 1864 йылда ҡәлғәне һүткәнгә тиклем ҡапҡалар комплексы бер-бер артлы урынлашҡан дүрт үҙаллы оборона ҡоролмалары каскадынан ғибәрәт булған. Ҡапҡалар Траве һәм Вакениц йылғаларының ике яры буйлап Любектың тарихи үҙәген уратып алған стеналарҙың, башняларҙың, тупраҡ валдарҙың, каналдарҙың ҡәлғәнең төньяҡ- көнбайыш өлөшөндә, голштин герцоглығы һәм Дания короллеге яғынан һөжүмгә ҡаршы ныҡ булмаған системала үҙәк звено булған.

Бөгөнгө көнгә Голштин ҡапҡалары һаҡланып ҡалған ике, төньяҡ һәм көньяҡ башнянан һәм уларҙы тоташтырған үҙәк аралыҡтан тора. Башнялар ҡыҙыл һәм ҡара ялтырауыҡлы кирбестәрҙән һалынған ҡаттарҙан тора, тәҙрәләре бойницаларҙан ғибәрәт.

Ҡапҡаларҙың үҙәк өлөшөндә беренсе ҡат юҡ, сөнки бында ҡапҡа аша үтеү урыны. Ҡоролманың биш ҡаты бар, беренсе ҡат башняларҙы бер-береһе менән тоташтыра, Эске яҡтан (ҡала яғынан) башнялар бер бөтөн кеүек күренә, ә тышҡы яҡтан (баҫыу яғынан) улар сығып тора, һәм алыҫлыҡтары улар араһында 3,5 метрға етә. Башняларҙың конус формаһындағы ҡыйыҡтары иғтибарға лайыҡ, ә урталағы аралыҡ фронтон менән биҙәлгән.

1950 йылдан Голштин ҡапҡаларында ҡала тарихы музейы урынлашҡан.Ҡапҡалар алдындағы майҙан-парк ҡала властары тарафынан мәҙәни саралар, тамаша. концерттар үткәреү өсөн файҙаланыла. Ҡапҡалар килеүселәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Фронтондың тыш яғында алтын хәрефтәр менән урта быуат яҙыуы: «Domi Foris Pax Concordia» (лат. теленән«Эстә татыулыҡты, тышта тыныслыҡ») тора.

  • Jonas Geist: Versuch, das Holstentor zu Lübeck im Geiste etwas anzuheben. Wagenbach, Berlin 1976, ISBN 3-8031-2012-8
  • Wulf Schadendorf: Das Holstentor. Weiland, Lübeck 1977, 1985, ISBN 3-87890-023-6
  • Heinz-Joachim Draeger: Lübeck anschaulich — Geschichte erleben in einer alten Stadt. Convent, Hamburg 2003, ISBN 3-934613-48-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. [{{{ссылка}}} Хольстентор] — Словаря современных географических названий
  3. [{{{ссылка}}} Хольстентор] — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
  4. [ Хольстентор] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. [{{{ссылка}}} Хольстентор] — Советской исторической энциклопедии
  6. [{{{ссылка}}} Хольстентор] — Популярной художественной энциклопедии
  7. [{{{ссылка}}} Хольстентор] — Энциклопедии туризма Кирилла и Мефодия
  8. Школьная энциклопедия «Руссика». История Средних веков.. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2003. — С. 476. — 831 с. — ISBN 5-94849-302-4, 5-94849-312-1.
  9. Малая энциклопедия городов. — Москва — Харьков: АСТ — Торсинг, 2001. — С. 297. — 605 с. — ISBN 5170115741, 9666700050.
  10. Краткая российская энциклопедия. — Большая Российская энциклопедия, 2003. — Т. 2: К — Р. — С. 377. — 1136 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-189-0, 5-85270-187-4.
  11. Ганзейский город Любек (1987)
  12. Карпушина С. В., Карпушин В. А. Мировая художественная культура. 11 класс. — М.: Олма-Пресс, 2002. — С. 214. — 496 с. — ISBN 5224038839.