Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте
Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте—Архангельск өлкәһенең Холмогорск районы ауылдарында барлыҡҡа килгән һәм формалашҡан һөйәкте һырлау сәнғәте.
Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Архангельск өлкәһе |
Холмогорса һөйәк һырлау сәнғәте Викимилектә |
Халыҡ художество кәсептәренең береһе. Бындай һөйәк һырлау сәнғәте стилендә эшләүсе башҡа төрлө мәҙәни традициялар билдәле : урта рус, үҙәк рус, көнбайыш Европа (нидерланд һәм немец изделиелары, гравюр һүрәттәре техникаларын үҙләштереп) һәм себерҙең төп халыҡтары традициялары
Тарих
үҙгәртергәОшо манерала төшөрөлгән әйберҙәрҙең тәүге билдәле өлгөләре XVII быуатҡа ҡарай. Әммә холмогорса һырлау сәнғәтен был юҫыҡтағы башҡа кәсептәрҙән айырып тороусы алымдар XVIII быуатта ғына килеп сыға. Уларға, мәҫәлән, сюжетты үтә тишеп эшләнгән биҙәк менән рельефлап эшләүҙе берләштереү, төҫлө гравировкалар ҡулланыу, буяп эшләү ҡарай. Ҡайһы берҙә ҡырлы биҙәк аҫтында төҫлө фольга һалынған. Мамонт, морж, йәки йорт малының (аттар, һыйырҙар) һөйәктәрен файҙаланыуҙары мөмкин. Сюжетлы рельефтартарҙа халыҡ тормошонан күренештәрҙе, портрет йәки эмблемаларҙы, XIX быуаттың 2-се яртыһынан урындағы хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе һүрәтләйҙәр. Холмогорса һырлау сәнғәтенә ботаҡтарҙан, емештәрҙән, соҡорҙарҙан, шулай уҡ рокайль стилендәге (ҡусҡар, ҡабырсаҡ формаһындағы орнамент) биҙәктәр хас..
Бындай әйберҙәрҙең иң боронғо тибы -тараҡтар. Бынан тыш, был стилдә тәмәке һауыттары ҡумталар, ларецтар, бокалдар, өҫтәл биҙәүестәре, миниатюр портреттарэшләнәгән. Хатта мебелдәрҙең өҫкө йөҙө һөйәк пластинкалар менән биҙәлгән.. Шулай уҡ өҫтәл скульптуралары, шул иҫәптән күренекле скульптура композицияларының күсермәләре (мәҫәлән, Мәскәүҙәге К. Минина һәм Д. Пожарский һәйкәле) билдәле. Совет осоронда ла ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре сығарыла башлаған.
XIX быуаттың 2-се яртыһынан тарҡалышҡа төшкән был кәсеп 1930 йылда дәүләт яҡлауына, ҡайғыртыуына эләккән. Ломоносов ауылында профессиональ-техник мәктәп булдырылған. Ә һуңғараҡ М. В. Ломоносов исемендәге Холмогор һөйәк һырлау артеле (1932) булдырыла. Артабан артель М.Ломоносов исемендәге художестволы һөйәк һырлау фабрикаһы итеп үҙгәртелгән.
Билдәле оҫталар
үҙгәртергә- Буторин Николай Дмитриевич
- Просвирнин В. А.
- Ватлин В. Т.
- Дудин Осип Христофорович (1714—1780)
- Верещагин Николай Стапанович (1770 — после 1813)
- Коржавин А.
- Перепёлкин Максим Иванович
- Черникович П. П. (р. 1920)
- Братья Штанг Анатолий Егорович (1915—1983) и Штанг П. П.
- Христофоров М. А.
- Синькова М. П.
- Петровский Г. Е.
- Гурьев В. П.
- Колобов В.Н
- Узиков В. Т.[1][2]
- Шубин Федот Иванович (1740—1805)
- Бобрецов Михаиил Михайлович
- Осипов Г. Ф.
- Хабаров В. Н.[3]
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Русские художественные промыслы. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2011. — С. 124—129. — 180 с. — ISBN 978-5-98986-317-4.
- ↑ Зайцев Сергей. Холмогорская резная кость . Историко-мемориальный музей М.В. Ломоносова. Дата обращения: 13 апрель 2013. Архивировано 17 апрель 2013 года. 2013 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Холмогорская резная кость . Историко-мемориальный музей М.В. Ломоносова (5 февраль 2011). Дата обращения: 13 апрель 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
Шулай уҡ
үҙгәртергә- Мезенса ағаста биҙәктәр эшләү
- Борец биҙәктәре
- Каргополь уйынсыҡтары
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рехачев М. В., Холмогорская резьба по кости, Архангельск, 1949
- Русские художественные промыслы. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2011. — С. 124—129. — 180 с. — ISBN 978-5-98986-317-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Холмогорская резная кость — Ҙур совет энциклопедияһынан мәҡәлә.
- Семәрле холмогорский һөйәк(недоступная ссылка)//Рәсәй гуманитар энциклопедия һүҙлеге.
- Зайцев Сергей. Семәрле холмогорский һөйәк (неопра.). М. В. Ломоносов тарихи-мемориаль музейы. Мөрәжәғәт дата: 11 апрель 2013. Көндө 17 апрель 2013 йыл.