Ходжаев йорто (Таганрог)

1863

Иҫтәлекле урын
Ходжаев йорто (Таганрог)
Дом Ходжаева
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Итальян тыҡрығы, 22
Беренсе тапҡыр 1860-сы йылдар
Төҙөлгән ваҡыты 1863
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек
Тышҡы рәсемдәр
Дом Ходжаева

Ходжаев йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән йорт. Түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Итальян тыҡрығы, 22.

Тарих үҙгәртергә

Итальян тыҡрығында (элегерәк Исполком тыҡрығы) бер ярым ҡатлы йорт 1863 йылда сауҙагәр улы, ҡала думаһы ағзаһы Антон Архипович Ходжаев аҡсаһына төҙөлгән. Таганрог ирҙәр гимназияһы яҡшы уҡыусы балалар өсөн бер нисә стипендия булдырыла, шулар араһында иң дәрәжәле 250 һумлыҡ Пагонаттың ике стипендияһы һәм 150 һумлыҡ Ходжаевтың өс стипендияһы була. 1880 йылдың март айында уның 55 йәшлек ағаһы Василий атылып үлгән.

Һуңыраҡ йортто һыу дауаханаһы табибы, грек подданныйы Николай Диварис һатып ала, ә 1900-сы йылдар башында йортто студент Александр Сергеевич Золотарев милкенә әйләнә. Совет власы йылдарында бина милли объектҡа үҙгәртелә, хәҙер был торлаҡ йорт.

Һүрәтләү үҙгәртергә

Итальян тыҡрығындағы 22-се һанлы йорт симметрияһыҙ бер ярым ҡатлы осло башлы кәрнизле кирбес йорт. Бинаның ике яҡ ҡабырғалары декоратив аттик менән эшләнгән. Йорттоң алғы яғында һигеҙ ярым циркуль формалы, баллюстрадалы тәҙрәләр, бинаның барлыҡ яҡтары ла рустовкалы.

Икенсе ҡаттың тәҙрәләре өҫтөндә сандриктар эшләнгән, түбәнге ҡат тәҙрәләре йоҙаҡ формалы таштар менән биҙәлгән. Бинаның фасады үҙәгендә йортҡа инеү урыны, йорт эсендә ишек алды менән үтәләй тоташҡан коридор. Унда селтәрле металл рәшәткәләр бар. Ишек алдына йорттоң уң яғынан инә торған селтәрле металл ҡапҡа, ул таш бағаналарға беркетелгән.

Рустовка, йоҙаҡ һымаҡ таштар, тәҙрә йөҙлөктәре, сандриктар, теш кеүек эшләнгән кәрниз — йортто төҙөгәндә ҡулланылған классик архитектура традициялары. Бинаның алғы яғы асимметриялы. Ишек өҫтөндәге тәҙрәнең коринф ордерының ярым колонналары бер нимәгә лә таянмайынса тәҙрәләрҙе һыҙатлап тора[1]. Йорт бер нисә тапҡыр төрлө төҫкә буялған . Хәҙерге ваҡытта ул йәшел төҫтә, ваҡ архитектура деталдәре аҡ төҫтә.

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • Рыбалкин А. А. Итальянский переулок // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 370. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  • Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2012. ISBN 978-5-904585-27-3.
  • Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
  • Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809—1812.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.