Хмелевый (Зайцевский) ҡаялары

Хмелевый (Зайцевский) ҡаялары — Ростов өлкәһенең Красносулин районында, Садка утары тирәһендә урынлашҡан, йәмле, матур ҡая ҡатламдары. Тәбиғи скалодром булып тора. Ҡаяларҙың бейеклеге 30 метрға тиклем етә, дөйөм оҙонлоғо — 1 км самаһы. Хмелевый ҡаяһы — Ростов өлкәһендә иң бейеге.

Файл:Зайцевские скалы.jpg
Хмелевый ҡаяһы, Красносулин районы, Ростов өлкәһе N 47°57.231' E 040°29.911'

Хмелевый ҡаялары — альпинизм буйынса бөтә Рәсәй статусына эйә булған Сафронов ярыштары һәм башҡа спорт саралары үткәреү урыны. Төрлө ҡатмарлылыҡтағы маршруттар бар: «Спартак», «Таганрог», «Нос корабля», «Сердце», «Воронеж».

Ҡаялар аҫтында ҙур тигеҙлек урынлашҡан, ул кемпинг өсөн тәғәйенләнгән. Ҡая эргәһендә Кундрючья йылғаһы ағып ята. Йылға менән ҡаялар араһындағы тигеҙлек ҡуйы сауҡалыҡҡа күсеп, оазис барлыҡҡа килтерә, шуның арҡаһында унда һәр ваҡыт һалҡынса, хатта йәйге эҫе көндәрҙә лә. Сауҡалыҡ эргәһендә палаткалы лагерь урынлаштырыу өсөн ҙур майҙансыҡтар бар. Бөтә сауҡалыҡ буйлап эсәр һыулы шишмәгә һуҡмаҡ үтә[1]

Транспорт

үҙгәртергә

Ҡаяға тиклем машинала барырға мөмкин, бының өсөн Дондағы Ростовтан М-4 трассаһына сығып, Мәскәү йүнәлеше буйынса барырға, «Владимировка» күрһәткесенә тиклем 100 км үтергә кәрәк. Күрһәткестән уңға боролорға һәм төп юл буйынса барырға кәрәк. 4 км 500 метр үткәс, һулға, «Садка» утары яғына боролорға. Утарҙан һуң грунтлы тигеҙ юл башлана. Ҡаяға һуҡмаҡтар күп, теләһә ҡайһыһы буйынса барырға мөмкин. Ҡая янына сәйәхәт өсөн һауа торошо яҡшы торған көндәрҙе һайларға кәрәк, ҡойма ямғырҙарҙан һуң түгел.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хмелевая (Зайцевская) скала | Отдых на природе в Ростовской области. Каталог №1: фотографии, адреса, маршруты. | Rest61.ru. rest61.ru. Дата обращения: 17 апрель 2017.