Хихани ҡәлғәһе
Викидатала элемент тултырылмаған |
Хихани ҡәлғәһе — Хуло муниципалитетында, Хихадзири ауылында, үҙәктән көньяҡ-көнбайышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАрхитектура мәғлүмәттәре буйынса, ҡәлғә ХІІ-XIII быуаттарға ҡарай. Ҡәлғәнең биналары комплексы оҙаҡ ваҡыт үҙ функцияһын үтәгән, уларҙың юҡҡа сығыуы туранан-тура баҫҡынсылар менән бәйле.
Стратегик әһәмиәте
үҙгәртергәЗамок элек стратегик әһәмиәткә эйә булған, сөнки ҡәлғәнән үҙән, Шавшети тауҙары, уның ҡәлғәләре һәм ауылдар яҡшы күренеп торған. Замок Абусеридзе замогына яҡын торған. Береһе ҡәлғә-ҡала, икенсеһе ҡәлғә-башня берҙәм оборона системаһы булараҡ сығыш яһаған.
Архитектураһы
үҙгәртергәҒалимдарҙың фекеренә ярашлы ҡәлғә оборона, торлаҡ, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡоролмаларын үҙ эсенә ала, шулай уҡ улар ҡәлғәнең күп ҡатлы булыуы тураһында һығымта яһай. Башняларҙың стеналарында түшәмдәренең эҙҙәре һвҡланып ҡалған. Ҡәлғә стеналаынан бер аҙ түбәндә көнкүреш ҡоролмаларының емереклектәре бар. Бер стена янында камин булған, йәнәшәлә кәштәләрҙең эҙҙәре күренә. Был бинала форпост һаҡлаусылары йәшәүе ихтимал. Бер нисә оҡшаш ҡоролмаларҙың емереклектәре табылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- თ. კომახიძე, ხულოს რაიონი, ბათუმი, 2006