Хвостенко Виктор Иванович

Хвостенко Виктор Иванович (17 ноябрь 1933 йыл21 март 1996 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа Молекулалалр һәм кристалдар физикаһы институты директоры. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1979). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Иванович Хвостенко 1933 йылдың 17 ноябрендә Белорусия ССР-ының Жлобин ҡалаһында тыуа. Милләте — белорус. 1950 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Ленинград университетына уҡырға инә.

1955 йылда университетты тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһының Ленинградтағы Физика-техник институтында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1959 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына эшкә күсә; унда 1968-1980 йылдарҙа Химия институтының электрон-молекуляр аралашыуҙар лабораторияһы мөдире, 1980-1988 йылдарҙа физика һәм математика бүлексәһенең мөдире, 1988-1994 йылдарҙа физика бүлексәһе мөдире була. 1994 йылда Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты директоры итеп тәғәйенләнә. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше-химик физика өлкәһенең молекуляр спектроскопия һәм түбән температуралы плазмалары. Ҡатмарлы органик ҡушылмаларҙың электрондар менән бергә хәрәкәткә ингән саҡта уларҙа, кире иондарҙың барлыҡҡа килеү һәм тарҡалыу механизмдарын, электрондарҙың молекулаларға тарҡалып таралыу киҫелмәләрендәге резонанстарын тикшерә. Был өлкәлә фәнни мәктәп булдыра. Хвостенко Виктор Иванович — 140-тан ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы.

1996 йылдың 21 мартында Өфөлә вафат була һәм ерләнә.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Масс-спектрометрия отрицательных ионов органических соединений. М., 1981.
  • Масс-спектрометрия резонансного захвата электронов:метод и ретроспективный обзор. Уфа, 1987 (соавт.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә