Хариса, Гарис, Харисса, Ариса, Хәлимә, Кешкек, Халиса — шәреҡ аш-һыуының итле ризығы, тышҡы ҡиәфәте менән иҙелеп бешкән бойҙай һәм ҡош ите ашын хәтерләтә. Әрмәнстанда милли ризыҡ һанала[1]. . Төркиәлы ошоға оҡшаш кешкек тигән ашамлыҡ бар, ул ЮНЕСКО-ның кешелектең материаль булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә төрөк ризығы булараҡ индерелгән. Пакистанда хәлимә тигән исем аҫтында билдәле. Иранда — гушт хәлимә һәм хәлим. Хәлим шулай уҡ үзбәк[2] ризығы булып та һананла . Урта Азияла хәлимә — ерләү ваҡытында ҡулланыла[3], шулай уҡ ҡорбан ашына ла әҙерләнелә . Әзербайжанда хәлимә ашы тип атала.

Хариса, Халим
Хариса Еревандан (Әрмәнстан)
Хариса Еревандан (Әрмәнстан)

иҙмә-аш

Милли аш-һыу

Әрмән аш-һыуы, Үзбәк аш-һыуы

Компоненттар
Төп

бойҙай, тауыҡ ите

Булыуы мөмкин

күркә ите, һарыҡ ите

Викимилектә медиафайлдар Хариса, Халим

Хариса, ҡағиҙә булараҡ, тауыҡ итенән, әммә ҡайһы бер осраҡта, күркә, хатта һарыҡ итенән дә әҙерләйҙәр.

Был ризыҡ тураһында Әбүғәлисина ла яҙып ҡалдырған: «хариса — ваҡланған бойҙай, ит киҫәктәре һәм майҙан әҙерләнгән өйрәнең ғәрәп атамаһы»[4]. Хариса. кәм тигәндә, XII быуатта уҡ хәҙерге Әзербайжан территорияһында. ҡайһы бер «Халимашы»[5] тип аталған райондарында билдәле булған.

Хариса 1915 йылда Төркиәлә Әрмән геноциды ваҡытындағы Муса тауы эргәһендәге Мус-тауҙы һаҡлау ваҡиғалары менән ассоциялана. Ҡамау мәлендә хариса әҙерләү үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш, һаҡта тороусыларҙың рухын күтәреү көсөнә лә эйә була:

Быуындар хәтеренән юйылған элекке ашамлыҡтар кеүек, әлеге ризыҡ та тантана һәм дини көскә эйә. Хариса байрамын телгә алыу ғына ла кәйефһеҙ йөрөгән халыҡтың рухын күтәреп ебәрә ине[6]

1970 йылдарҙа Эчмиадзиндан йыраҡ түгел Муса тауы мемориалы төҙөлгән, унда йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә бар халыҡты хариса бешереп һыйлайҙар[7].

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • А. т. Хатранов Әрмән аштары - Дондағы Ростову, 2001 йыл.
  • Мәҡәлә Haleem һәм Harissa Alan Davidson китабы Oxford Companion to The Food, Oxford OUP, 2014 ISBN 019104072X, 9780191040726

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Общественники Армении решили всерьез заняться сохранением армянской идентичности арисы, вина и меда — PanARMENIAN.
  2. Карим Шаниязович Шаниязов, Хает Исмаилович Исмаилов. Этнографические очерки материальной культуры узбеков конец XIX-начало XX в. — "Фан" Узбекской ССР, 1981.
  3. Глеб Павлович Снесарев, Владимир Николаевич Басилов. Домусульманские верования и обряды в Средней Азии. — Наука, Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая, 1975. — С. 220. — 338 с.
  4. Тахир Амирасланов Армянская кухня — разъяснения к некоторым заблуждениям «IRS-Наследие», 2007.
  5. Халим (халиса, харриса, халим-аши, амбал-аши) 2017 йыл 28 август архивланған.
  6. Верфель Ф. Сорок дней Муса-дага (1933 год) Перевод Н. Гнединой, В. Розанова. Ереван, 1984.
  7. Е. Ю. Гуляева ЭТНИЧЕСКАЯ ИДЕНТИЧНОСТЬ АРМЯН ПЕТЕРБУРГА (по мотивам тематических («кулинарных») интервью и наблюдений, сделанных в Санкт-Петербурге в 2007—2010 гг), Электронная библиотека Музея антропологии и этнографии им.