Хапама
Хапама (әрм. ղափամա) — фаршланған әрмән ҡабағы[1]. Был ризыҡ курорт миҙгеле мәлендә йыш әҙерләнелә. Милли традициялар буйынса, хапама муллыҡ күрһәткесе булып, туй табынына бирелер булған[2].
Хапама (ղափամա) | |
| |
Авторы | |
---|---|
Тыуған иле |
Әрмәнстан |
Компоненттар | |
Төп |
ҡабаҡ, дөгө, кипкән емештәр, бал, алма, миндаль |
Викимилектә медиафайлдар Хапама (ղափամա) |
Хапама ҡабаҡтың эсен алыу юлы менән әҙерләнелә (Әрмәнстанда դդում булараҡ танылған, ddum - Көнсығыш Әрмәнстанда һәм ttum Көнбайыш Әрмәнстанда). Ҡабаҡтың өҫкө өлөшө ҡырҡып алына, әҙер ҡабаҡ көршәге килеп сыға. Ҡалаҡ менән ҡабаҡ емештәрен алып ташлайҙар. Йомшаҡ өлөшө эслек өсөн ҡалдырыла һәм ваҡ итеп турала.
Эслек өсөн дөгө тоҙло һыуҙа әҙер булғанға ҡәҙәр 5 минут бешерелә, шунан һуң һыуытырға ҡуйыла.Фарш миндаль, алма, мүшмел, өрөк, слива, финик, ҡара емеш һәм йөҙөмдән торған киптерелгән емеш менән быҡтырылған дөгөнән тора. Фаршҡа бал өҫтәргә һәм дәрсен йәки шәкәр менән тәмлеләндерергә мөмкин. Хапама шәреҡ ризығы булараҡ танылһа ла, Европала ла үҙ иткәнлектән, ашнаҡсының теләге буйынса уға төрлө кипкән емештәр һәм сәтләүектәр ҙә өҫтәй башланылар. Ҡушыла торған емештәр ныҡ кипкән булһа, уны һыуға һалып торор кәрәк. Сәтләүекте йә турайҙар, йә төйгәс менән төйәләр.
Ҡабаҡты эс яҡтан һәм аҡ май менән майлайҙар һәм әҙер фаршты һалалар. Фарш өҫтөн аҡ май менән ҡаплайҙар. Ҡабаҡҡа эслекте тултырғансы һалмайҙар, сөнки ҡайнаған сағында уның күләме арта. Ҡабаҡты алдан ҡырҡып ҡуйылған өҫкө өлөшө менән ябалар, ҡурғашҡа урайҙар һәм 2 сәғәткә бешерергә мейескә ҡуялар. Ҡабаҡтың ҙурлығы һәм эш үҙенсәлектәре төрлөсә булғанлыҡтан, әҙерләү ваҡыты ла үҙгәрергә мөмкин. Күпселек осраҡта, бешереүгә 200 градуслыҡ температурала 40 минуттан алып., сәғәт ярымға тиклем ваҡыт китеүе ихтимал.
Ҡабаҡ йомшаҡ ҡына булғанға ҡәҙәр бешерелә, шунан һуң табынға бирелә. Ашар алдынан ҡабаҡты өҫтән аҫҡа тиклем ҡырҡып. өлөштәргә бүләләләр. Был ризыҡты иретелгән аҡ май, бал, йыуылған кипкән емештәр менән бергә табынға тәҡдим итәләр..
Исеменең ҡулланылышы
үҙгәртергәӘрмән йырҙары бар Ջան Հէյ Ղափամա (Эй, Хапам Джан)[3], уны Арут Памбукян башҡара .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ghapama . Glendale News Press. Дата обращения: 3 июль 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Хапама — армянский сладкий плов.
- ↑ Armenian Food: Fact, Fiction & Folklore. — Lulu.com, 2006. — P. 120–. — ISBN 978-1-4116-9865-9.