Хандриндың айырым йорто
Хандриндың айырым йорто — Таганрогтағы (Александров урамы, 56) боронғо йорт, 1870 йылғы архитектура ҡомартҡыһы
Хандриндың айырым йорто | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Архитектура стиле | эклектика в русской архитектуре[d] һәм эклектика[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
![]() |
Тарихы
үҙгәртергәХандриндың айырым йорто Таганрогтың почетлы гражданы эшҡыуар А.Е. Хандрин заказы буйынса 1870 йылда архитектор Тенишев проектына төҙөлгән[2]. «Күсемһеҙ мөлкәт баһаһы һәм исемлеге» буйынса йорт хужаһы булып 1873 йылдан алып 1916 йылға тиклем тик Хандриндар ғаиләһе вәкилдәре иҫәпләнә: 1898 йылдан — титуляр советник А. З. Хандрин була[3]. Октябрь түңкәрелеше алдынан Хандриндар ғаиләһе Харьков ҡалаһына китә[2].
Революциянан һуң бинала ҡала хәрби комендатураһы урынлаша. 1920 йылдарҙа бина ҡала коммуналь хужалығына тапшырыла[2]. Фасадтан дворян гербы һәм скульптураһы алына[2]. Бинала ҡарауһыҙ балаларҙы ҡабул итеү бүлмәһе. музыка мәктәбе урынлаша[3]. 1976 йылда реставрация эштәре үткәрелгәндән һуң,[3][4] элекке Хандрин айырым йортонда Таганрог картиналар галереяһы асыла.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБер ярым ҡатлы бина. Фасады бай биҙәлгән. Дөйөм художество композицияһында классицизм, барокко, Ренессанс стилдәре элементтары бар[2]. Төп инеү урыны өҫтөндә Хандриндар тоҡомоноң дворян гербы урынлашҡан булған. Бинаның эске интерьеры һылап яһалған бай декор менән биҙәлгән. Уны ҡупшы люстралар, семәрле каминдар, паркет иҙәндәр, имән ишектәр тулыландыра[3]. Ихатаға семәрле колонналар менән ағас веранда сыға. Емеш-еләк баҡсаһы бар. Үҙенсәлекле архитектураһы менән беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән хатта көймә яһаусының бинаһы ла айырылып тора[3].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ https://ru-monuments.toolforge.org/wikivoyage.php?id=6101254000
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Кукушин В.С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 85. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Киричек М.С. Хандрина дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 764. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- ↑ Таганрогская картинная галерея: Альбом / Л. В. Зуева. — М.: Изобраз. искусство, 1988. — С. 8. — ISBN 5-85200-011-6.