Хайнц Фишер (нем. Heinz Fischer; 9 октябрь 1938 йыл, Грац, Өсөнсө Рейх) — Австрияның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре,  2004 йылдың 8 июленән  2016 йылдың 8 июленә тиклем Австрияның федераль президенты.

Хайнц Фишер
нем. Heinz Fischer
Хайнц Фишер
Флаг
Флаг
11-се-й Австрия президенты
2004 йылдың 8 июле — 2016 йылдың 8 июле
Алдан килеүсе: Томас Клестиль;
Австрия Милли советының өс рәйесе (в.б.):
Андреас Кол;
Барбара Праммер;
Томас Принцхорн
Дауамсы: Александр Ван дер Беллен;

Австрия Милли советының өс рәйесе (в.б.):
Дорис Бурес
Карлхайнц Копф
Норберт Хофер

Флаг
Флаг
Австрия Милли советы рәйесе
1990 йылдың 5 ноябре — 2002 йылдың 20 декабре
Алдан килеүсе: Рудольф Пёдер
Дауамсы: Андреас Хол
 
Дине: агностицизм[d]
Тыуған: 9 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2][3][…] (86 йәш)
МРГрац, Рейхсгау Штирия, Германия
Атаһы: Рудольф Фишер[d]
Әсәһе: Emma Maria Fischer[d]
Супруг: Маргит Фишер[d]
Балалары: улы Филип (1972) һәм ҡыҙы Лиза (1975)
Партия: Социал-демократическая партия Австрии[d][2]
Белеме: Вена университеты[2]
Инсбрукский университет[d]
 
Сайт: heinzfischer.at
 
Наградалары:
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Большая почётная звезда «За заслуги перед Австрийской Республикой»
Ҡалып:Большой Крест 2 степени ордена Почёта за Заслуги перед Австрией Ҡалып:Большой Офицерский Крест 1 степени ордена Почёта за Заслуги перед Австрией
Ҡалып:Большой крест на цепи Ордена За заслуги перед Итальянской Республикой (с 2001 года)
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицеры
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицеры
Изабелла Католичка орденының Ҙур тәреһе кавалеры (Испания) Ҡалып:Цепь pro Merito Melitensi (для гражданских)
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалеры
Ҡалып:Кавалер Большого креста ордена Заслуг (Норвегия)
Кавалер Большого креста ордена Инфанта дона Энрике
Кавалер Большого креста ордена Инфанта дона Энрике
Ҡалып:Кавалер ордена Витаутаса Великого с цепью
1 класлы Икеле аҡ тәре ордены кавалеры
1 класлы Икеле аҡ тәре ордены кавалеры
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
Кавалер Большого креста ордена Золотого льва Нассау
Кавалер Большого креста ордена Золотого льва Нассау
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры
Кавалер орденской цепи Заслуг Венгрии
Кавалер орденской цепи Заслуг Венгрии
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Ҡалып:Большой крест ордена Заслуг Княжества Лихтенштейн
Башня һәм Ҡылыс орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Башня һәм Ҡылыс орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡалып:Орден Стара планина

Биографияһы

үҙгәртергә

Вена университетының юридик факультетын тамамлаған. 1993 йылда Инсбрук университеты профессоры була. 1971 йылда  тәүге тапҡыр парламент ағзаһы була. 19831987 йылдарҙа — Фред Зиновацтың коалицион хөкүмәтендә фән министры. 2004 йылда кандидатураһы Австрияның Социал-демократик партияһынан Австрия президенты посына күрһәтелә һәм һайлауҙа еңә. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Фишер конфликттарға ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Өйләнгән, өлкән йәштәге ике балаһы бар. Альпинизм менән мауыға. Политология профессоры (1993 йылдан).

2010 йылдың 25 апрелендә сираттағы президент һайлауы үтте. Фишер яңы мөҙҙәткә ҡабат һайланды. Һайлаусыларҙың 78,7 проценты уның өсөн тауыш бирҙе [4].

Карьераһы

үҙгәртергә

Уҡыуын тамамлағас, Фишер 1962 йылдан парламентта социалистик парламент төркөмөнөң секретары була, Милли советҡа һайлана һәм, фән буйынса министр булған осорҙан тыш (1983—1987), 2004 йылға тиклем уның составында була.

1975 йылда — Социал-демократик партия рәйесе, 1977 йылдан  рәйес урынбаҫары була.  1983—1987 йылдарҙа Зиновацтың федераль хөкүмәтендә фән министры булып эшләй[5]. 1990 йылда Австрия Милли советы президенты итеп ҡуйыла һәм 2002 йылға тиклем ошо вазифаны алып бара. 2002—2004 йылдарҙа, АНП-АПС партиялары коалицияла булған саҡта, түбәнге палата спикерының урынбаҫары була.

 2004 йылдың ғинуарында үҙ кандидатураһын Австрияның федераль президенты посына күрһәтә. 10 мартта Хайнц Фишер федераль башҡарма власть ағзаһы посынан һәм Социал-демократик партия рәйесе урынбаҫарлығынан  отставкаға китә.  25 апрелдә үткән һайлауҙа Фишер,  тауыштарҙың 52,39 процентын йыйып, Бенита Ферреро-Вальднерҙы (Халыҡ партияһынан, шулай уҡ Азатлыҡ партияһының да хуплауында була)  4,78 процентҡа үтеп китә.  2004 йылдың 8 июлендә Фишер Икенсе республиканың Президенты булараҡ ант бирә.  2004 йылдың 8 июлендә вазифаһына инеү менән ул  СДПА   ағзалығынан бушана.

2009 йылдың 23 ноябрендә ул 2010 йылғы һайлауҙа Австрия президенты посына үҙ кандидатураһын ҡабат ҡуя һәм был хаҡта YouTube аша иғлан итә. Фишер  күпселек тауыш менән еңеп сыға. Австриялылар һайлауға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй, һайлау пункттарына һайлаусыларҙың иң аҙ килеү осрағы теркәлә [6].  2010 йылдың 25 апрелендә һайлаусыларҙың 53,6 проценты килгән һайлауҙа Фишер, 79,3 процент тауыш йыйып, еңеп сыға һәм  алты йыллыҡ мөҙҙәткә ҡабат һайлана.[7]

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә