Ф. Н. Солодов йорто
Н. Ф. Солодов йорто — Дондағы Ростов[1] ҡалаһындағы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, Гәзит тыҡрығы, 47[2] адресы буйынса урынлашҡан. XIX быуатта төҙөлгән.
Иҫтәлекле урын | |
Солодов йорто
| |
XIX быуатта төҙөлгән йорт | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Гәзит тыҡрығы, 47 |
Архитектура стиле | эклектика |
Проект авторы | архитектор Дорошенко |
Статус | төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты |
Солодов йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1880 йылдарҙа йорт территорияһы, архитектор Николай Александрович Дорошенко[3] проекты буйынса төҙөлгән ике ҡатлы ҡабырғаһын төкәтеп эшләү иҫәбенә арта. Он тартыу фабрикаһы хужаһы Солодов йорттоң хужаһы була. Йорт Солодов фабрикаһы комплексына инә һәм уның менән бер үк адреслы була. XX быуат башында документта йорт Солодовтың ҡатыны — Екатерина Николаевна Солодованың милке булып күренә. Һуңынан бинала «Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йорто» урынлаша, ул шулай уҡ «Уҡытыусы йорто» тип тә атала. Унда мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары[4] файҙаланған ҙур китапхана була.
Һүрәтләмә
үҙгәртергәТорлаҡ йорт эклектика стилендә төҙөлгән. Тәҙрә уйымдары тура дүртмөйөш формаһындағы кәрниздәр (сандрик), тәҙрә аҫтында стеналағы уйымдар — үҫемлек орнаменты менән (розетка) биҙәлгән. Ике ҡатлы йорт планда тура мөйөшлө, подвалы йорттоң үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Сарлаҡ бар, ул ике дүрт ҡырлы сатырҙы ослап ҡуя. Йорт штукатуркаланған. Ярым түңәрәк тәҙрә уйымдары ябай йөҙлөктәр менән биҙәлгән, парапеты селтәрле тимер ҡойма. Һылап яһалған биҙәктәр маскарондарҙан (кеше йәки хайуан башы формаһындағы биҙәктәр) ғибәрәт, улар көпләүсе таштарҙы һәм кронштейндәрҙе биҙәй, шулай уҡ улар аттиктарҙың биҙәлешендә осрай. Ремонт эштәре үткәргән саҡта бер нисә тапҡыр ҡыйыҡты яңынан эшләйҙәр, таяуҙар ҡуялар. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең рәшәткәләре юҡҡа сыҡҡан.