Френель линзаһы —йоҡа үҙәктәш дүңгәләктәрҙең үҙ-ара йәнәшә килеп, ялғап тоташтырылған йыйылмаһынан хасил булған ҡатмарлы линза. Һәр дүңгәләктең өсмөйөш рәүешендәге арҡыры киҫелешенең бер яғы кәкере һыҙыҡлы була, һәм был киҫелеш үҙе тоташ сфералы линзаның өлөшөн һынландыра[1].   Огюстен Френель тарафынан тәҡдим ителгән.

Арҡыры киҫем
(1)  Френель линзаһыныҡы
(2) ябай линзаныҡы.
Френель линзаһы аша үҙ-ара ярыш нурҙар шәлкеме барлыҡҡа килеү күренеше (үҙәктә урынлашҡан).
Френель линзаһы аша Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡыу

Ошондай рәүештә төҙөлгәнгә күрә, Френель линзаһы йоҡа һәм бик еңел. Линзаның дүңгәләктәре сфераһының аберрацияһы кәмерлек итеп яһала, линзаның фокусында урынлашҡан яҡтылыҡтың нурҙары дүңгәләктәрҙә һынылыш кисереп, ғәмәлдә үҙ-ара ярыш нурҙар шәлкеме булып сыға (Френелдең дүңгәләк линзаһында)[2].


Френель линзалары дүңгәләк һәм билбау рәүешле булалар. Тәүгеләре яҡтылыҡты бер йүнәлештә туплай, ә бер яҫылыҡтағы төрлө яҡҡа йүнәлтә[1]

Френель линзаһының диаметры миллиметрҙарҙан  башлап, бер-нисә метрғаса етеүе ихтимал. 

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Френель линзаһының ябай линза һәм ғәҙәти объектив менән сағыштырғандағы төп етешһеҙлеге шунда: зоналарының бер-береһенә күскән ҡырҙары булыу сәбәпле, кәрәкһеҙ һәм зыянлы ялтырауының һәм төрлө “ялған шәүләләр”ҙең артыҡ күп кимәлдә булыуы. Шуға күрә был линзаны теүәл оптик һүрәтләнеш талап иткән осраҡта ҡулланыу отошло түгел. Шулай ҙа уларҙы ҡулланыу буйынса ыңғай тәжрибә лә бар.  Киләсәктә, унар һәм йөҙәр метр диаметрлыҡ йыһан телескоптары төҙөгәндә, нескә мембраналы [3]. Френель линзаһын ҡулланыу ихтималы күҙаллана.

Френель линзаһы түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

  • Күсергәндә еңеләйтеү маҡсатынан, бигерәк тә урынынан шылдырып йөрөтөлә торған яҡтылыҡ биреүсе йыһаздарҙа; 
  •  Диңгеҙ маяҡтарының, проекциялы телевизорҙарҙың, оверхед-проекторҙарҙың эре габаритлы нурҙар киҫешкән нөктәле системаларында; (кодоскоптарҙа), фотобалҡыш, навигацион утттарҙа, светофорҙарҙа, тимер юлындағы линзалы светофорҙарҙа, семафор фонарҙарында һәм пассажир вагондары фонарҙарында; 
  •  Ҡайһы бер заманса етештереүселәрҙең 3D-телевизорҙарында;(ҡара лентикулярный линзовый растр)[4].
  •   Һаҡсы сигнализаларҙың инфраҡыҙыл (пирометрик) хәрәкәт датчигында;
  •   Линзалы антенналарҙа; • Lockheed Martin F-35 Lightning II маркалы бишенсе быуын истребитель-бомбардировщиктарҙың оптика-локацион станцияһы. 

Френель линзаһын объективтың фокаль   яҫылығы һәм   көҙгөлө фотоаппараттың оптик системаһының окуляры янында урынлаштырғанда, конструкторҙар видоискателдең тоноҡ быялаһындағы һүрәттең тигеҙ яҡтыртылыуына өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта  линзаның ҡулсалы төҙөлөшө тоноҡ быяла ярҙамында юйыла, ә яҡтылыҡтың таралыуы һүрәткә йоғонто яһай алмай.   Френель линзаһы баҫылған йоҡа пластик табаҡтан ғибәрәт китап битендәй йоҡа лупалар сығарыла. Автомобилдең артҡы быялаһына йәбештерелгән пластик яры рәүешендәге Френель линзаһы,  артҡы көҙгөаша  машина артындағы күренмәгән арауыҡты кәметә.Ҡояш энергияһын файҙаланыу өсөн концентрат сифатын перспективалы һанала. Френель линзаһын ҡояш яҡтылығын ҡулланыусы ҡояш батареялары  сифатында ҡулланыу ҙа яҡтылыҡты 44,7 % еткереү мөмкинлеге бирә.[5]

Акустик Френель линзалары (дөрөҫөрәге, тауышты кәметеүсе материлдарҙан эшләнгән акустик  Френель пластинкалары [1]) тауыш акустикаһын формалаштырыу өсөн ҡулланыла.

  1. 1,0 1,1 Френеля линза // Физическая энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1998. — Т. 5. — С. 374—375. — 760 с. — ISBN 5-85270-101-7.
  2. Т. В. Стаценко, Ю. А. Толмачев, И. А. Шевкунов //Пространственно-временное преобразование ультракороткого импульса линзой Френеля. — Статья. — НИЧ ИТМО. — УДК 535.4
  3. Линзы Френеля в телескопах 2010 йыл 27 май архивланған.
  4. Give Me 3D TV, Without The Glasses  (инг.), Tom's Guide (9 January 2010). 30 апрель 2017 тикшерелгән. 2010 йыл 13 февраль архивланған.
  5. Une cellule solaire conçue avec Soitec établit un record mondial  d’efficacité