Франц де Воллан һәйкәле (Новочеркасск)
Франц де Воллан һәйкәле — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында Г.А.Потемкин һәм А.В. Суворов армияларында беренсе инженер, Вознесенк, Новочеркасск, Одесса, Тирасполь, Овидиополь ҡалаларының беренсе архитекторы Франц Павлович де Воллан һәйкәле. 2003 йылда ҡуйылған. Һәйкәлдең авторы скульптор Сергей Исаков.
Франц де Воллан һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Новочеркасск |
Тарихы
үҙгәртергәФранц Павлович де Воллан һәйкәле Новочеркасскт ҡалаһында 2003 йылдың 6 июнендә асыла.
1805 йылға тиклем Дон казкатары Старочеркасская станицаһында урынлашҡан. Ваҡыт үтеү менән баш ҡаланы күсереү зарурлығы тыуа, был төрлө иҡтисади һәм социаль-сәйәси сәбәптәр менән бәйле була. Төп сәбәбе булып Черкасстың даими яҙғы Дон ташҡыны һыуы аҫтында ҡалыуы тора. . Ҡаланың планын төҙөүгә тәжрибәле архитектор Франц де Воллан йәлеп ителә. Үҙ заманында Деволан Голландия Гвианаһында хеҙмәт итә, топографик тикшереүҙәр үткәрә , карталар төҙөй. 1784 йылда Голландияға ҡайтып, Голландияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң атласын төҙөй.
Император Александр I күрһәтмәләренә ярашлы 1804 йылдың декабрендә Новочеркасск ҡалаһы төҙөлөшөнөң проекты булдырыла. Ҡала европа ҡалаларының төҙөлөш традицияларына ярашлы ҙур майҙандар, киң урамдар һәм йәшел бульварҙар менән проектлана. Де Воллан буласаҡ Новочеркассты «бәләкәй Париж» тип атай. Александр I яңы планды раҫлап, уны ғәскәри атаман Матвей Иванович Платовҡа ебәрә һәм ҡаланы ҡәтғи ошо планда ғына төҙөргә тигән күрһәтмәләр бирә. Һәм Новочеркасск Де Воллан проекты буйынса төҙөлә.
Һәйкәл Франц Павлович де Волландың бейек постаментҡа ҡуйылған бюсынан ғибәрәт. Постаментта яҙыу: «Новочеркасск ҡалаһын төҙөүсе Франц де Волланға. 1752—1818». Франц де Воллан эполеттар һәм ордендар менән мундирҙа һүрәтләнгән
Әҙәбиәт
үҙгәртергәНовочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. ISBN 5-94549-006-7.