Фортран
Форт (программалау теле) менән бутамаҫҡа. Фортра́н (ингл. Fortran) —тәүге юғары кимәлдәге тормошта ҡулланыш тапҡан трансляторлы программалау теле [3].
Фортран | |
Нигеҙләү датаһы | 1957 |
---|---|
Кана әлифбаһында исеме | フォートラン |
Производная работа | Gfortran[d], FORMAC[d], SLIP[d] һәм Ratfor[d] |
Баҫма йәки тәржемә | Fortran 2023[d][1] |
Йоғонто яһаусы | Speedcoding[d] |
Парадигма программирования | структурное программирование[d], объектно-ориентированное программирование[d], процедурное программирование[d], обобщённое программирование[d], императивное программирование[d] һәм векторизация[d] |
Эшләүсе | IBM[2] һәм Джон Бэкус[d][2] |
Проектлаусы | Джон Бэкус[d] |
Репозиторий исходного кода | github.com/fortran-lang |
Версия | Fortran 2023 (17 ноябрь 2023) |
Рәсми сайт | fortran-lang.org |
Тасуирлау биттәре |
tapor.ca/tools/484 marketplace.sshopencloud.eu/… |
Лицензия | лицензия MIT[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | защищено авторским правом[d] |
Типизация данных | Явное назначение типов[d], статическая типизация[d] һәм строгая типизация[d] |
Расширение файла |
.f , .for йәки .f90 |
Фортран Викимилектә |
1954 менән 1957 йылдар араһында Джон Бэкус етәкселегендәге IBM корпорацияһы программистар төркөмө тарафынан булдырылған[4]. Fortran атамаһы FORmula TRANslator ( формулалар трансляторы) тигән һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып яһалған. Фортран тәү сиратта фәнни һәм инженер хисаплауҙары өсөн кәрәк. Фортрандың өҫтөнлөгө шунда: уны ҡулланып яҙылған программалар һәм унан айырымланған программа китапханалары күп[5].
Фортранда яҙылған бик күп ( башлыса телдең иҫке версияларында ) матрица алгебраһы һәм һыҙма тигеҙләмәләр системаларын сисеү өсөн математика китапханалары, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеү өсөн китапханалар, [интеграль тигеҙләмәләр]] һәм уларҙың системаларын, функциялар аппроксимациялау, махсус функциялар, Фурьеның тиҙ үҙгәртеүҙәрен, математик статистика һәм башҡа математика фәндәре өсөн китапханалар бар. Был китапханаларҙы компилятор менән бергә һаталар. Ҡайһы бер пакеттар тиҫтәләрсә йылдар буйы эшләнгән һәм фән өлкәһендә әле лә ҡулланыла, мәҫәлән— IMSL[6][7].
Бындай китапханалар ысын мәғәнәһендә кешелектең байлығы: уларҙың тәүге кодтары аңлайышлы, документтар менән нигеҙләнгән, яйға һалынған һәм бик файҙалы.
Хәҙерге Фортрандың (Fortran 95 һәм Fortran 2003) файҙалы программалау, яңы хисаплау архитектураһы өсөн кәрәкле һыҙаттары бар; хәҙерге программалау, мәҫәлән, дөйөмләштерелгән һәм модулле программалауҙы, объектҡа йүнәлтелгән (ООП) технологияны ҡулланырға мөмкинлек бирә , шул уҡ ваҡытта элекке версиялар менән бәйләнеш тә һаҡлана. Хәҙерге Фортран үҫеш төп концепцияларының береһе — параллеллекте тәьмин итеү саралары һәм вектор операциялары[8].
Тел стандарттары эволюцияһы
үҙгәртергәФортран — ныҡ стандартлаштырылған тел, шуға ул төрлө платформаларға ла еңел генә күсерелә. Яңы тел стандарттары иҫкеләре менән бәйлелекте һаҡлай, был элек яҙылған программалар кодтарын ҡулланырға һәм модификацияларға мөмкинлек бирә[8]. Тел үҫешкән һайын иҫкергән, киләсәктә бәлки алып ташланасаҡ конструкциялар тураһында иғлан ителә [9].
Башҡа телдәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе
үҙгәртергәКүп программалау системалары Фортран программаһын трансляциялау һөҙөмтәһендә объект файлдарын башҡа телдәр компиляторҙарынан алынған объект файлдары менән бергә тупларға мөмкинлек бирә. Был яраҡлаштырып булған (гибкий) һәм күп функциялы ҡушымталар эшләп сығарыу мөмкинлеге бирә. Фортран теле өсөн бик күп китапханалар асыҡ: классик хисаплау мәсьәләләрен сисеү программаларының айырымланған төрҙәрен һаҡлағаны (LAPACK, IMSL, BLAS), бүлгеләнгән хисаплау ойоштороу (MPI, PVM), график интерфейстар төҙөү (Quickwin, FORTRAN/TK) йәки СУБД –ға (Oracle) инеү мөмкинлеге менә бәйле мәсьәләләрҙе сисеү .
Фортран СССР-ҙа
үҙгәртергәФортран СССР – ға Көнбайышҡа ҡарағанда һуңыраҡ килә, башта СССР-ҙа Алгол алдынғы тел тип иҫәпләнә. Фортранды индереү совет физиктарының CERN (Ядро тикшереүҙәре буйынса Европа ойошмаһы) физиктары менән аралашыуына бәйле, сөнки СERN-да 1960 йылдарҙа бөтә хисаплауҙар ҙа тиерлек Фортранда бара[10].
Тәүге совет Фортран компиляторы 1967 йылда Минск-2 компьютеры өсөн эшләнә , тик ул әллә ни ҡулланышта булмай. Фортран 1968 йылда БЭСМ-6 машинаһы өсөн ФОРТРАН-ДУБНА компиляторы эшләнгәс кенә тиҙ тарала башлай. Фортран — АСВТ һәм СМ ЭВМ өсөн төп тел, йыш ҡына РАТФОР препроцессоры менән бергә ҡулланылған. 1972 йылда сыҡҡан ЕС ЭВМ машиналарында баштан уҡ Фортран трансляторы торған IBM/360 –тан башҡа программа тәьминәте менән бергә « күсереп алынған» («позаимствованный» ).
1970 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһы ( ИПМ) тарафынан ГРАФОР график китапханаһы («Графическое РАсширение ФОРтрана») эшләп сығарыла[11].
1980 йылдар аҙағында —1990 йылдар башында физик Андрей Зарецкийбалалар өсөн китап яҙа, унда төп геройҙарҙың береһе профессор Фортран аңлайышлы телдә балаларға компьютер грамотаһы и программалау нигеҙҙәрен аңлата [12][13].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://wg5-fortran.org/f2023.html
- ↑ 2,0 2,1 History of FORTRAN I, II, and III — Journal of the ACM, 1981.
- ↑ В.Э. Карпов. КЛАССИЧЕСКАЯ ТЕОРИЯ КОМПИЛЯТОРОВ. — Учебное пособие. 2-е изд.. — Москва, 2011. — 91 с. — ISBN 5–230–16344–5.
- ↑ Язык Планкалкюль. Тәүге тип иҫәпләнгән тел 1945 йылда уҡ уйлап сығарылған, тик 2000 йылға тиклем ҡулланылмаған.
- ↑ См., например: Netlib Repository at UTK and ORNL
- ↑ IMSL Fortran Numerical Library | Rogue Wave
- ↑ Бартеньев О.В. 1-3 // Фортран для профессионалов. Математическая библиотека ISML. — Москва: Диалог-МИФИ, 2001. — ч1 - 448 с., ч2 - 320 с., ч3 - 368 с. — 3000 экз. — ISBN 5-86404-157-2 (ч.2), 5-86404-18-58-0 (ч.3).
- ↑ 8,0 8,1 А. М. Горелик. Эволюция языка программирования Фортран (1957—2007) и перспективы его развития//Вычислительные методы и программирование, 2008, Т. 9, с. 53-71 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Горелик А.М. Часть 2, Главы 14-20 // Программирование на современном Фортране. — Москва: Финансы и статистика, 2006. — 352 с. — 3000 экз. — ISBN 5-279-03066-X.
- ↑ Очерк Александра Расторгуева о появлении Фортрана в Дубне
- ↑ История компьютерной графики в России . Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 17 март 2012 года. 2012 йыл 17 март архивланған.
- ↑ Энциклопедия профессора Фортрана, Sutki.net (29 ғинуар 2008). 11 июнь 2013 тикшерелгән. 2012 йыл 10 март архивланған.
- ↑ Кириленко, Александр. Эстония вводит программирование в школах начиная с младших классов, Ноосфера (7 сентябрь 2009). 11 июнь 2013 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Fortran. Programmer's Reference Manual. The Fortran Automatic Coding System for the IBM 704 EDPM. — IBM Corp., 1956. — 51 с.
- Роберт У. Себеста. 2.3. Компьютер IBM 704 и язык Фортран // Основные концепции языков программирования = Concepts of Programming Languages / Пер. с англ. — 5-е изд. — М.: Вильямс, 2001. — С. 63—69. — 672 с. — 5000 экз. — ISBN 5-8459-0192-8 (рус.), ISBN 0-201-75295-6 (англ.).
- ISO/IEC 1539-1:2010 Information technology — Programming languages — Fortran — Part 1: Base language
- ISO/IEC 1539-2:2000 Information technology — Programming languages — Fortran — Part 2: Varying length character strings
Һылтанмалар
үҙгәртергәФортран Викимилектә |
- О старом Фортране замолвлено слово…
- Professional Programmer’s Guide to Fortran77 (инг.)
- gfortran — Компилятор Фортрана 95/2003/2008, часть Коллекции компиляторов GNU (инг.)
- Статья Фортран 2019 йыл 23 сентябрь архивланған. в Прогопедии — энциклопедии языков программирования (рус.)